-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Февраль 2020, 19:30

Балалар сүп-сарҙы айырып йыйыу яҡлы!

Асҡарҙағы «Миләш» балалар баҡсаһының мәктәпкәсә йәштәге өлкән төркөмөндә «Балалар сүп-сарҙы айырып йыйыу яҡлы!» тигән экологик проект тормошҡа ашырыла.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортоостан

Асҡарҙағы «Миләш» балалар баҡсаһының мәктәпкәсә йәштәге өлкән төркөмөндә «Балалар сүп-сарҙы айырып йыйыу яҡлы!» тигән экологик проект тормошҡа ашырыла.
Балаларҙы сүп-сарҙы –ҡағыҙҙы, металды, пластик һауыттарҙы һәм батарейкаларҙы айырым контейнерҙарға йыйыу менән мәшғүл. Төркөм тәрбиәсеһе, проект етәксеһе Әлиә Ырыҫбаева сүп-сарҙы тирә-яҡты йәмһеҙләп, ҡыйлап теләһә нисек ташлап ҡуйыуҙан ҡарағанда, уны йыйып тапшырып икенсе ғүмер биреү мөмкинлеге тураһында һөйләгән. Балаларҙы 400 аллюмин банканан бер велосипед, бер автомобиль шинаһынан балалар уйын майҙансыҡтарына түшәй торған 1 квадрат метр йомшаҡ резина япма, 25 пластик шешәнән бер флис куртка, 1 килограмм ҡағыҙҙан 10 төргәк бәҙрәф ҡаҙығы эшләп булыуы бик ныҡ ҡыҙыҡтырған. Балалар баҡсаһында металл, пластик ҡалдыҡтар бик үк булмағас, кескәйҙәр көсө бөткән батарейкаларҙы, бушаған йогурт, шампунь һауыттарын хатта өйҙәренән дә алып килә икән. «Йыйылған сүп-сарҙы юл төшкәндә Сибайҙағы ҡабул итеү пунктына алып барып тапшырасаҡбыҙ», – ти Әлиә Сәлих ҡыҙы.
Тағы ла бәләкәстәр ихлас теләк менән «Ҡапҡастар ярҙамға ашыға» социаль экологик-хәйриә проектында ла ҡатнаша. Пластик шешәләрҙән ҡалған «2», «4», «5» һандары менән келәймә һуғылған ҡапҡастарҙы айырып йыйыу менән мәшғүлдәр. Йыйылған икенсел сеймалды Өфөгә тапшырасаҡтар. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Йәмәғәт палатаһы булышлығында «Таҙа Өфө» экологик йәмғиәте ойошторған акцияла ҡатнашып, «Миләш» тәрбиәләнеүселәре республика онкология диспансерының паллиатив бүлексәһе пациенттарына ярҙам итеүгә өлөш индерәсәк.
Читайте нас: