0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Февраль 2020, 18:30

Декрет ялында өҫтәмә белем алырға була

Декрет ялындағы әсәләргә бушлай өҫтәмә белем алыу йәки квалификацияһын күтәреү мөмкинлеген биргән махсус программа бар, унда рәсми эш урыны булған, әле өс йәшкә тиклем сабыйын ҡарау ялындағы ҡатындар ҡатнаша ала.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров етәкселегендә Хөкүмәт Президиумы ултырышы үтте. Унда әсәләрҙең һөнәри квалификацияһын күтәреү мәсьәләһе ҡаралды. Декрет ялындағы әсәләргә бушлай өҫтәмә белем алыу йәки квалификацияһын күтәреү мөмкинлеген биргән махсус программа бар, унда рәсми эш урыны булған, әле өс йәшкә тиклем сабыйын ҡарау ялындағы ҡатындар ҡатнаша ала. Ултырышта әсәләргә һөнәри белем биреү эшен ойоштороусы юридик берәмектәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға (дәүләт һәм муниципаль учреждениеларынан тыш) республика ҡаҙнаһынан субсидия биреү тәртибе раҫланды.

Премьер-министры урынбаҫары, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, был сара ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылыусы “Демография” милли проекты сиктәрендәге “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу ” төбәк проектына ярашлы ойошторола. Декрет ялындағы ҡатындарға һөнәри белем биреүҙең маҡсаты – уларҙың квалификацияһын күтәреү, теоретик һәм практик белемен, оҫталығын арттырыу, һөнәри эшмәкәрлек буйынса өр-яңы технологияларҙы өйрәтеү, ғәмәлдәге квалификацияға ярашлы эш таба алмауға бәйле һөнәрҙе үҙгәртеү.
– Әсәләргә бушлай өҫтәмә белем алыу йәки квалификацияһын күтәреү, белем тураһындағы сертификаттар тапшырыу, эш биреүселәрҙе субсидиялау кеүек ғәмәлдәр мәшғүллек үҙәктәре йүнәлешендә башҡарыласаҡ. 2019 йылда төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә декрет ялында булған 545 ҡатын белем алған, – тине Ленара Хәким ҡыҙы.

Читайте нас: