+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Февраль 2020, 14:25

Хуш, Театр йылы!

Һәр йылдың ниндәйҙер исем аҫтында үтеүенә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Тарих биттәренә оҙатҡан Әсә, Ғаилә, Бала, Экология йылдары тураһында күңел түребеҙҙә матур хәтирәләр һаҡлайбыҙ. Бына шаулы фестиваль-смотрҙары, ҡыҙыҡлы тамаша-премьералары менән яҡты иҫтәлектәр ҡалдырған Театр йылы менән дә хушлаштыҡ.

Ошо уңайҙан әбйәлилдәр сағыу йылдың мөһим ваҡиғаларын барлап, районда театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән һәүәҫкәр коллективтарҙы һәм артистарҙы данлап, бер юлы бер нисә мөһим исем аҫтында башланғыс алған 2020 йылдың да һөҙөмтәле, юғары кимәлдә үтеүен, билдәләнгән маҡсаттарына өлгәшеүен теләп, Рәсәйҙә иғлан ителгән Дан һәм хәтер йылына, республика буйынса Торама пункттарҙың эстетикаһы йылына һәм Башҡорт теле йылына эстафетаны тапшырҙы.
Сараның мәҙәни программаһын 2019 йылда төрлө кимәлдәге конкурс-фестивалдәрҙә еңеү яулаған сәнғәт оҫталарының концерты биҙәне.
Читайте нас: