+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Февраль 2020, 11:49

Тормоштоң һәр мәле матур...

Ғаиләһе өсөн ҡалҡан булған хужа, яҡындарын һәр саҡ яғымлы йылмайыуы, тәмле аштары менән ҡаршылаған хужабикә гөрләтеп донъя көтә.

Йорттарында яҡты ҡот, нур уйнап торған был ғаиләнең бәхетенә күҙ теймәһен. Ғаиләһе өсөн ҡалҡан булған хужа, яҡындарын һәр саҡ яғымлы йылмайыуы, тәмле аштары менән ҡаршылаған хужабикә гөрләтеп донъя көтә.

Ҡырҙас ауылынан Рәсимә менән Ислам Хәлиловтар ҡулға-ҡул тотоноп, иңгә-иң терәп, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап ғүмер кисереүенә 45 йыл ваҡыт уҙған. Икеһе лә эшһөйәр, уңған, татыу ғаиләләрҙә үҫеп, лайыҡлы тәрбиә алғандар. Өйләнешкәс, йәш ғаилә тормош юлын Асҡарҙа башлай. Бер аҙҙан Ислам Ғәли улының тыуған ауылы Ҡырҙасҡа ҡайтып төпләнергә ҡарар итәләр. Рәсимә Әмир ҡыҙы ҡалала тыуып-үҫһә лә, ауыл тормошона тиҙ өйрәнә.

Ислам Ғәли улы Ҡырҙас урмансылығында мастер, урман технигы булып эш башлай, һуңынан оҙаҡ йылдар урман хужалығын етәкләй. Ошо тармаҡта 36 йыл тоғро хеҙмәт итә. Хәҙерге мәлдә ул — Ҡырҙас мәсетенең имам-хатибы. Рәсимә Әмир ҡыҙы ауыл китапханаһы мөдире була. Әүҙем, ихлас апай ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән берлектә төрлө конкурстарҙы, һабантуйҙарҙы, ярыштарҙы үткәреүҙә ҡатнаша. Республика кимәлендә уҙғарылған «Иң яҡшы башҡорт китабы» конкурсының «Алтын коллекция» номинацияһында еңеү яулай. 2004 йылда «Китап уҡыусы ғаилә» район конкурсында ҡатнашып, беренсе урын-ға лайыҡ була.

Өлгөлө Хәлиловтар ғаиләһе ауыл тормошонда ла, йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнашалар. Икеһе лә төрлө йылдарҙа ауыл Советы депутаты итеп һайланған. Ауылды төҙөкләндереүҙә, башҡа көнкүреш эштәрен хәл итеүгә көстәрен йәлләмәйҙәр. Намыҫлы хеҙмәттәрен республика, район кимәлендәге бихисап Почет грамоталары һәм маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй.

Ислам Ғәли улы абруйлы атай, ғәҙел, талапсан, тырыш, эшсән уҙаман, ә Рәсимә Әмир ҡыҙы сабыр, аҡыллы, күндәм ҡатын булыуы менән һәр кемдә һоҡланыу уята. Улар, өс балаға ғүмер биреп, матур итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр. Һәр береһе ғаиләле, үҙаллы тормош көтә. Иң өлкәндәре Рәмзиә уҡытыусы һөнәрен һайлаған, Ҡаҙмаш урта мәктәбендә башланғыс кластарға белем бирә, директор урынбаҫары. Улдары Илгиз атаһының юлынан киткән, Ҡырҙас урмансылығында эшләй. Төпсөк ҡыҙҙары Рәсилә Магнитогорск ҡалаһында сауҙа өлкәһендә хеҙмәт итә.

Тынғыһыҙ Хәлиловтар хаҡлы ялда ла тик ятмай: ҡура тултырып мал-тыуар аҫырайҙар, баҡсала емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәләр. Улар икеһелә күптән иман юлында: дини ғәмәлдәр үтәү, аят-мәсеткә йөрөүҙе бергәләп башҡара. Биш ейән-ейәнсәренә яратҡан өләсәй-олатай, балаларына терәк-таяныс, кәңәшсе улар. Өй түрендә 96 йәшлек ағинәй ҡот-нур сәсеп ултыра. Ул ғаилә башлығының һөйөклө әсәһе Нәзифә инәй, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә тыныс, бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

— Ололарҙы ололау, кеселәрҙе кеселәү зарур. Ғаиләбеҙҙә төп ҡағиҙә шул булды. Шөкөр, балаларыбыҙ туған йәнле, ярҙамсыл, бер-береһенә хәстәрлекле булып үҫте, беҙҙең йөҙҙө ҡыҙартмайҙар, — тиҙәр Хәлиловтар. — Һәр береһенең шатлыҡ-уңышына ҡыуанып йәшәргә яҙһын инде артабан да. Тормоштоң һәр мәле үҙенсә матур бит.

Иманлы, матур ғаиләгә киләсәктә лә башҡаларға үрнәк, һоҡланғыс пар булып, бәрәкәтле ғүмер насип итһен.

Динара САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: