+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Февраль 2020, 17:45

Тыуым кәмей

Былтыр беҙҙең районда 517 сабый тыуған, был алдағы йылдарҙан аҙыраҡ.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн республикала тыуым кимәле түбән кимәлдә, шуға күрә беҙҙең алда мөһим тыуымды арттырыу мәсьәләһе тора, – тип белдерҙе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә беренсе вице-премьер Андрей Назаров.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вице-премьеры, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һүҙҙәренсә, 2020 – 2024 йылдарҙа «Демография» милли проекты буйынса тыуымды арттырыуға 83 миллион 200 мең һум аҡса йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ яңы никахҡа инеүсе парҙарҙы бушлай медицина тикшереүе үткәреү күҙаллана.
Һандарға күҙ һалһаҡ, 2018 йылда 47 мең 10 сабый донъяға килһә, былтыр 4 мең 720 балаға кәмегән. Беҙҙең районға килгәндә, 2019 йылда 517 бала донъяға килгән. Алдағы йыл күрһәткесе менән сағыштырғанда 147 балаға аҙыраҡ.

Читайте нас: