+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Февраль 2020, 12:16

Олатайым менән ғорурланам

Олатайымдың яҡты, мөһабәт һыны өләсәйемдең, яҡындарымдың хәтирәләре, олатайҙың фотолары аша һәр саҡ күҙ алдымда.

Мин Ишбулды урта мәктәбенең 6-сы класында уҡып йөрөйөм. Һуғыш тураһында тик киноларҙан күреп, китаптарҙан уҡып беләм. Мәктәптә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында асыҡ дәрестәр үтеп тора, уҡытыусыбыҙ ҙа йыш ҡына олатайҙар ҡаһарманлығы, батыр яҡташтарыбыҙ тураһында һөйләй.

Олатайым Нуритдин Әхмәтша улы Хәлисов тураһында иҫтәлектәрҙән генә беләм. Уның вафатынан 17 йыл үткәс мин донъяға килгәнмен. Шулай ҙа уның яҡты, мөһабәт һыны өләсәйемдең, яҡындарымдың хәтирәләре, олатайҙың фотолары аша һәр саҡ күҙ алдымда.

Өләсәйем һөйләүенсә, бер ваҡыт «һуғыш сыҡты» тигән ҡот осҡос һүҙ ишетелә. Уларҙы был һүҙ, йәшен кеүек һуғып, бөтә тәне аша үтә, «һуғыш, һуғыш...» тигән аяуһыҙ ҡаяу рәүешендә ҡаҙалып, зиһендәрҙе томалай. Күпме кешегә ҡайғы-хәсрәт килтерә был афәт, күпме ҡатынды тол, күпме баланы етем ҡалдыра.

Нуритдин олатайым 1941 йылда, һуғыш башланғас та, алына. Мәргән ата белгәнгә күрә, ул алғы һыҙыҡта алыша. 1943 йылда ҡулына снаряд ярсығы эләгеп, яралана, госпиталдә ятып сыға. Яралары оҙаҡ йүнәлә уның. Шуға ҡарамаҫтан, яраһы төҙәлгәс тә, яңынан фронтҡа китә.

Ошондай ҡанһыҙ яуҙарҙың береһендә пленға эләгә олатайым. Бөйөк Ватан һуғышы тамамлана, яугирҙәр еңеү менән ҡайта. Ә өләсәйем, олатайҙы йәки хәбәрһеҙ юғалған, йәки һәләк булғандыр инде, тип ҡайғыра. Әммә ғаиләһенә ҡыуаныс өҫтәп, Нуритдин олатайым 1946 йылдың аҙағында тыуған яғына ҡайтып төшә. Немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта күрһәтелгән батырлығы онотолмай уның — миҙалдары бер-бер артлы эҙләп таба совет һалдатын. Тантаналы рәүештә уның күкрәгенә «Батырлыҡ өсөн» миҙалын тағалар.

Тыныс тормошта ул ең һыҙғанып колхозда эшләй, фермала һыйырҙар көтә. Нәзифә өләсәйем менән ете балаға ғүмер бирәләр. «Олатайың егәрле, изгелекле, тыйнаҡ, ғәҙел, оло йөрәкле кеше булды», — тип хәтерләй ине өләсәйем. Утты-һыуҙы кискән яугир һәр саҡ: «Ҡабат һуғыш сыҡмаһын, балалар бындай мәхшәрҙе күрмәһен», тип теләп ултырған, фронт тураһында киноларҙы ла тыныс ҡарай алмаған ул. «Күҙҙәре йәшләнеп, урынынан тороп китер ине», — ти яҡындарым.

Ошондай батыр йөрәкле яугирҙең бүләсәре булыуы менән ғорурланам. Беҙҙе һаҡлап, яҡлап яуға күтәрелгән һәм еңеп ҡайтҡан ул, ерҙә тыныслыҡ булһын өсөн ҡанын түккән. Хөрмәтле ветерандарҙың ҡаһарманлығы бер ҡасан да онотолмаҫ.

Әдилә БАЙГИЛДИНА.

Ишбулды ауылы.
Читайте нас: