+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Февраль 2020, 12:09

Тыныс тормош ветераны

1989 йылдың 15 февралендә совет ғәскәрҙәренең һуңғы колоннаһы Афғанстандың сик һыҙығы аша үҙ иленә үтте. Шул йылдан башлап был көн Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө тип билдәләнә.

1989 йылдың 15 февралендә совет ғәскәрҙәренең һуңғы колоннаһы Афғанстандың сик һыҙығы аша үҙ иленә үтте. Шул йылдан башлап был көн Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө тип билдәләнә.

Ун йыл дауамында Афған һуғышына Советтар Союзының төрлө төбәктәренән меңәрләгән егетте яуға оҙаталар. Башҡортостан да ситтә тороп ҡалмай. Беҙҙең республиканан 106 мең егет «ҡыҙыу нөктә»гә ебәрелә. Улар араһында Әбйәлил егете Юлай Әхмәтов тә була.

Сиҙәм ауылында тыуып үҫкән Ю. Х. Әхмәтов 1980 йылда әрме сафтарына алына.

— Афғанстанға аяҡ баҫҡанда унда тыныс ине. Яңы йыл булғанғалыр, ахыры, тип тә уйлап ҡуйғайныҡ. Әммә шул уҡ төндә төрлө тарафтарҙан шартлау тауыштары ишетелә башлағас, беҙ, 18-19 йәшлек егеттәр, ҡаушап ҡалдыҡ. Хәлебеҙҙе аңлаған командир: «Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, был һуғыш: йә һеҙ уларҙы, йә улар һеҙҙе!» тип киҫәтте, — тип хәтер ебен һүтә Юлай ағай.

Һуғыш яланын мина ҡалдыҡтарынан таҙартҡан сағында Юлай Хәсән улына төрлө хәлдәрҙе күрергә тура килә.

— Иң яҡын дуҫым — механик егеттең күҙ алдымда һәләк булыуын онота алмайым, — ти ул.

Яҡташым үҙе лә яралана: танк ғәскәрендә хеҙмәт иткән саҡта аяғын ҡаты яралай, төрлө яҡтан гөрһөлдәгән мина тауыштарынан ишетеү һәләте насарая.

Ике йыл буйына шартлау-атыш тауыштары тынмаған ерҙә булыу Юлай ағайға тыуған еренә ҡайтҡас та тынғылыҡ бирмәй: төштәрендә ҡаршыһына йүгереп килеүсе дошмандарҙы, яу яланында һәләк булған дуҫтарын күреп, төндәрен йоҡоһоҙ үткәрә...

— Иң ауыры — «дембель» ваҡыты еткәс, үҙең менән ҡайтыр юлға сығырға тейешле егеттәрҙең яныңда булмауы… — мәңгегә ун һигеҙ, ун туғыҙ йәштә ҡалған замандаштарын юҡһынған уҙамандың был һүҙҙәрҙән күҙҙәре йәшләнә.

Юлай Хәсән улының беҙҙең ил тормошона ҙур өлөш индергәнен берәү ҙә онотмай: йыл һайын февралдә яугир-интернационалистарға арналған байрамдарға саҡыралар. Яҡташымдың түшендә «Афған һуғышы ветераны», «Тыуған ил һәм Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн», «Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары» союзы тарафынан бирелгән «Яугир-интернационалистҡа» һәм бихисап башҡа миҙалдары сыңлай. Ауыл, район, республика хакимиәте башлыҡтарынан бирелгән рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары ла бихисап.

— Наградаларым менән маҡтанырға яратмайым, уларҙы тағып йөрөргә лә тырышмайым. Сөнки улар миңә 30 йыл элекке ҡанлы ҡот осҡос һуғышты, яу яланында ятып ҡалған хеҙмәттәштәремде иҫләтә, йөрәк яралары урынынан ҡуҙғала. Хәҙерге йәштәргә бындайҙарҙы күрергә яҙмаһын инде. Үҙемдең дә өс улым бар бит... — ти Юлай ағай.

Ике йылдан ашыу Афған сүллегендә палаткаларҙа йоҡлап, утлы ҡурғаш ямғыры аҫтында күпте күргән яҡташыбыҙ тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәй. Бөгөн ул эшҡыуар Рамил Юлдыбаевтың фермаһында тракторсы булып эшләй. Тормош иптәше Зөлфиә Буранбай ҡыҙы менән гөрләтеп донъя көтәләр, улдарына яҡшы тәрбиә биреп, аяҡҡа баҫтырҙылар. Өлкәндәре Салауат менән Азамат уҡыуҙарын яҡшы тамамлап, ил алдында бурыстарын тоғро үтәп ҡайттылар. Тейешле һөнәр алып, икеһе лә Ленинград өлкәһенең Тихвин ҡалаһында вагон төҙөү заводында эшләйҙәр. Буш ваҡыттары килеп сыҡҡан һайын ауылға, атай йортона ашығалар, ата-әсәләре өсөн өҙөлөп торалар. Кинйә улдары Ыласын да ағаларынан ҡалышмай. Әлеге көндә ул Сиҙәм мәктәбендә тик яҡшы билдәләргә генә уҡып йөрөй. Төрлө район-республика олимпиадаларында ҡатнаша, призлы урындар яулай.

— Өс улыбыҙ — өс тағаныбыҙ, терәк-таянысыбыҙ. Өсәүһе лә беҙҙең өмөттәребеҙҙе аҡлайҙар, бер ваҡытта ла йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәйҙәр. Алыҫта булһалар ҙа уларҙың беҙҙең өсөн янып, өҙөлөп торғандары һиҙелә. Улдарыбыҙҙың һәр яңылыҡтарына шатланып таң аттырабыҙ, тыныслыҡта үткән көнгә шөкөр итеп, үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күреп йәшәйбеҙ. Тормош дауам итә! — ти Юлай Хәсән улы.

Әдилә МӘЖИТОВА.


Читайте нас: