+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Февраль 2020, 18:33

Уртаҡ ир

“Артур... Мине эҙләп йөрөмә... Мин башҡаны яратам, ул егет мине ауылда көтә. Ғәфү ит ошоға тиклем мин һине алдап йөрөттөм... Туй күлдәген һәм балдаҡты ҡалдырырмын... Ғәфү ит мине... Тәслимә”.


Кешеләрем,

яҙмыш, әй ҡатмарлы,

Бер-берегеҙ

юлын киҫмәгеҙ!

Беҙҙең

ғүмер — һуңғы ташҡындарҙа

Йөҙөп

барған боҙҙоң киҫәге.

(Сафуан

Әлибай)
Тормош һикәлтәләренең
илленсеһен ашаҡлаған, бергәләшеп донъя көткән Артур һәм Әҡлимәнең һүлпән ағымлы
йылға кеүек, тыныс һәм үҙ яйы менән аҡҡан көндәре, кинәт уларҙы ҡаңғыртып-ҡузғыртып,
көтөлмәгән-кисерелмәгән, әммә һөйөнөслө мәшәҡәттәргә тултырҙы.
Бер юлы ике ҡыуаныс килде
йортҡа. Был икәү йәшләй генә ҡаты сирҙән вафат булып ҡалған Әҡлимәнең бер туған
һеңлеһе Тәслимәнең ике балаһын көтөп үҫтереп, аяҡҡа баҫтырғайнылар. Эй, ваҡыт
тигән нәмә, бер урында тапанып тормай шул. Ҡанаттары нығынып, оя ташлағандарына
күп тә түгел инде, үткән аҙнала ҡайтып ҡыуандырып китте балалар: бәләкәстәре
Айнур — буласаҡ киленде, ә Тәнзилә кейәүҙе ололарға күрһәтте. Ошо арала
һуңғыларының туйҙары буласаҡ инде.
Былай ҙа урынында тик
ултыра белмәгән өлгөр, сабырһыҙ хужабикәгә шул ғына етә ҡалды, йоҡоһон да,
ашауын да онотоп, тамам сабыш атына әйләнде. Был яңылыҡ хужаны ла үҙгәрешһеҙ ҡалдырманы.
Мәңге һытыҡ сырайлы, “эйе... юҡ... ярар” һүҙҙәрҙән башҡаны белмәгән Артур ҙа ҡанатланып, терелеп
киткәндәй булды. Икәүләшеп туйға әҙерләнергә тотондолар Алтынбаевтар.
...Бына
бөгөн иртәнге сәйҙә улар бер ҡайҙа ла ҡабаланмай, бер нисә көн эсендә таушалып,
сепрәккә әйләнеп бөткән дәфтәрҙең биттәренә яҙылған туй пландары буйынса
әҙерлекте барлап сыҡтылар һәм ҡәнәғәт булып ҡалдылар: һатып алаһылары алынған,
туйға кәрәк-яраҡтар әҙерләнгән, саҡырыу ҡағыҙҙары таратылған... Һөйләшәһе
һүҙҙәр бөткәс, Әҡлимә, нишләргә белмәй аптыранып, тубыҡтарын устары менән
ыуғылап ултырған иренә һөйкөмлө генә һирпеп ҡараны ла:
Ярай, Артур, арығанһыңдыр инде... Ял итеп ал, хәл йый туй алдынан... Мин төшкә
ҡарай мунса тоҡандырам, сабынып һөйәктәреңде йомшартып алырһың, — тине лә, янына ултырып
яурындарын ҡосаҡлап алды.
Быны
яратмаған хужа ҡулдарҙы алып ташларға булғайны ла, ләкин көслө бармаҡтар уның
тәненә нығыраҡ батып инделәр:
Этәрмә мине! Мин бит һиңә ят түгел, инде күпме ғүмер итеп ташланыҡ. Ни өсөн
һаман миңә шулай һалҡынһың! Һинең йылы һүҙеңә лә хоҡуғым юҡмы ни? Ғәфү ит инде
мине Артур, баланың туйы үтһен дә... Мин һинән китәм, һөймәгәнгә һөйкәлмә, тиҙәр бит.
Йәнә лә һинең нисек өҙгөләнгәнеңде, ғазапланғаныңды күреп ялҡтым... Һаман
онотмайһың Тәслимәңде... Тик кисер мине, Артур... Һинән миңә башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй... Ә
һеңлемдән теге доньяла ғәфү үтенермен, — тип күҙ йәштәре аша
һамаҡлап, ҡасанан инде күңелендә һаҡлап килгән әйтер һүҙҙәрен ярып һалды
Әҡлимә.
Ҡатыны
өсөн мәңге ҡаты бәғерлегә әйләнгән ир һаңғырау кеше шикелле сырайын да
үҙгәртмәне, бер нөктәгә ҡарап ултыра бирҙе. Өҙгөләнеүенең бушҡа икәнен аңлаған Әҡлимә лә
яурындарҙан ҡулдарын алды.
Ләкин
Артур яуапһыҙ ҡалманы:
Ярай, дөрөҫ уйлайһың, һинеңсә яҡшыраҡ булыр. Икәү генә ҡалһаҡ, беҙгә башҡаса булыу
мөмкин түгел... Тик
балалар өсөн бик ҙур рәхмәт. Етемдәр, тыумалар тип ҡыйырһытманың, яҡшы ҡараның...
Тик һин түгел, ә мин китәм һинән, бар донъя һиңә ҡала.
Әҡлимәһенең
күҙҙәренән сартлап атылған осҡондар Артурҙы телһеҙ ҡалдырып, әйтер һүҙҙәрҙе
бөтөртмәнеләр.
— Ниңә улай тиһең,
етемдәрме, тыумалармы ни улар?! Нисек телең әйләнә һинең?! – тип сикәләне ирен
Әҡлимә һәм бәләкәй йоҙроҡтары менән түшенә һуҡҡыланы. Яңылыш хәбәр әйтеүсе һис
тә ҡаршылыҡ күрһәтмәне, ирҙәрсә түҙҙе. Ахыр сиктә Әҡлимә ирен этеп ебәрҙе лә
йөҙтүбән диванға ауып, яҫтыҡты еүешләтеп, күҙ йәштәренә ирек бирҙе
...Артур
буҫлығып илаған ҡатынын йыуатырға ла уйламаны. Ул уттай янған яңаҡтарын ыуалап,
урынында тапанып торҙо ла: “Мин Ерәнсәйҙе эҙләп киләйем, икенсе көн ҡайтмай
инде”, — тигән булып, сығып китте.
Тупһала
йорт хужаһы бер ни булмағандай күҙҙәрен ҡыҫыңҡырап ҡояшҡа ҡарап йылмайып, бик
ҡәнәғәт кенә кирелеп алды ла, сөйҙә эленеп торған йүгәнде эләктереп, кәртә
артына ашыҡты. Унда
Артурҙың һирәкләп булһа тапаған ҡәҙерле үҙ юлы бар ине... Бына ул күпереп үҫкән
бәпкә үләне араһында һиҙелер-һиҙелмәҫ булып ярылып ята: һүнмәҫ һөйөү, бөтмәҫ
хәсрәт һуҡмағы... Ул Артурҙы башҡа бер ҡайҙа ла түгел, бер генә урынға
— һөйөклөһө,
мөхәббәте янына илтә... Бөгөн күңелдә элекке әрнеткес хистәргә, һағыш-ғазаптарға урын юҡ ине.
Унда ниндәйҙер аңлатып булмаҫлыҡ рәхәтлек, ҡәнәғәтлелек тойғолары, бына-бына киң күкрәккә һыймай
тышҡа бәреп сығырҙай булып ҡайнашалар ине.
Зыяратта
Ауыл
зыяраты... Ҡасандыр һәр беребеҙ үтәсәк фани донъя менән мәңгелек әхирәт тормошо
араһындағы ҡапҡа. Ҡәберҙәрҙең һалҡын таштары, гүйә эйәләренең йоҡоһон ҡурсалап,
шаян елгә асыуланған һымаҡ, әллә килеүселәрҙән әҙәплелек, тыныс булыуҙы талап
итеп, үҙ ауаздарын сығарып ҡаршы алалар.
...Ана,
иң ситтә, зәңгәргә буялған тимер кәртәле ҡәбер Артурҙың мөхәббәте, ҡатыны
Тәслимәнеке. Эмаль рәсемдә гел йылмайып ҡаршы ала ул һөйөклөһөн: тыңлай,
һөйләшә...
“Килдеңме,
һөйөклөм, йә һөйлә инде хәлдәреңде? Минекен һорама ла. Йә, нисек йәшәйһегеҙ
унда, яҡты донъяла?... Ярай,
ярай, ҡәҙерлем, мин барыһын да беләм инде, күреп
торам... Балаларым, апай менән һинең өсөн ҡыуанам... Тик һин мине юҡһынып улай
өҙгөләнмә, ҡәҙерлем... Килгән һайын күҙәреңдең нурҙары һүнә барыуына йәнем
әсей... Мин бит һәр ваҡыт һинең яныңда, һиҙмәйһеңме әллә? Эй-й, Артурым... Урманға Ерәнсәйеңде эҙләп ингәнеңдә
үҙеңә эйәреп, ботаҡтан-ботаҡҡа ҡунып. һиңә булған мөхәббәтем тураһында һандуғас булып
һайрайым... Ышанмайһыңмы? Ә һин туҡтап ял ит һуң, ҡабаланма, түңгәккә ултырып
ал. Шунда үҙең аңларһың минең тауышты, нисек һине яратыуымды. Һытыҡ йөҙөңдә
йылмайыу, кәйефең боҙолоп китһә шаян ел булып сәстәреңдең бөҙрәләре менән
шаярам, ҡолаҡтарыңа шыбырлап ҡытыҡлайым; ҡайһы саҡта буранға әйләнеп, көслө
кәүҙәңде улай-былай сайҡатып көрткә этәргән булам, кәпәсеңә йәбешеп
тартҡылашам... Ул мин ул, ышанмайһыңмы, шул ваҡыттарҙа йылмай, “Эх, шаянһың да
һуң, Тәслимәкәйем” — тип өндәш, миңә лә
еңелерәк булыр... Яҙ, йәйҙәрендә хатта көслө ямғыр булып үҙеңде күшектереп,
кейемдәрең ҡатламы аша һыу булып үтеп тән йылың менән ләззәтләнәм. Ҡырпаҡ
ҡарҙар һибәләгәндә уның бөртөктәре булып, ҡайнар ирендәреңдә рәхәтләнеп
ирейем... Яңаҡтарыңды сафлыҡ менән һуғарам, керпектәреңә аҫылынып иркәләнәм...
Мин һәр саҡ һинең менән, Артурым... Шуны онотма! Тик тулы кәүҙәлегә әйләнеп, алдарыңа баҫып ҡосағыңа
ғына ташлана алмайым! Сөнки мин үлгәнмен... Тик йәнем генә яныңда осоп йорой... Ә
һин тереклек донъяһында, кәүҙәң дә, йәнең дә бергәләр... Шуның
ҡәҙерен белеп йәшә! Минең өсөн ғазапланма, түҙәрмен... Ҡасан да булһа, барыбер,
бергә буласаҡбыҙ... Тик һин яҡты донъяла бик кәрәкһең, балаларыбыҙ өсөн,
әлбиттә...” — тип һәр саҡ йыуаталар кеүек.
Был
юлы тәүге тапҡыр Тәслимә ирен икенселәй күрҙе. Уныһы етеҙ аҙымдар менән килеп,
терһәктәрен рәшәткә остарына терәне лә, йәшле күҙҙәрен йылтыратып иҫәнләште.
Унан эшлекле, бик ҡәнәғәт кенә тамаҡ ҡырып һүҙ башланы: ҡыуаныслы яңылығын
еткерергә һәм шатлығын бүлешергә ашыҡты Артур...
Артур – Тәслимә
Артур
сменанан һуң йоҡомһорап, интегеп ҡайтып килә. Эй, йоҡо баҫа бит... Керпектәр
ҡурғашланып, күҙҙәр инде йомолоп ҡына баралар, башы ла тыңлауһыҙ эйелә лә китә;
өҫтәүенә трамвайы ла сәңгелдәк кеүек бәүелтеп илертә. “Эх, ҡасан ғына ҡайтып
етеп карауатыма түңкәреләм инде”, тип зарлана егет күңеле. Шулай килә торғас
ҡапыл ғына Артурҙы аяуһыҙ интектергән йоҡо әллә ҡайҙа осто, күҙҙәр йомолмаҫлыҡ
булып ҙурайып асылдылар. Түмәргә әйләнгән баш үҙ урынында ҡатты
— сираттағы
туҡталышта ингән бер һылыуҡай аңшайтты уны. Инде утыҙға баҫып, сибәрҙәрҙе
бирсәткә кеүек алмаштырып, һаман да өйләнергә уйламаған йөрөмтәл егеттең йөрәге
дарҫлап типте. Ул, үҙен трамвай ултырғысы менән ҡайҙалыр, төпһөҙлөккә осоп
барғандай хис итте. Бындай мөғжизәне осратҡаны юҡ ине әлегә.
Мөләйем
йөҙөндәге һыҙылып үткән ҡыйғас ҡаштар, бешкән сейә төҫлө ирендәр, яурындарға
һалынған ҡалын ҡара толомдар, өҫтәүенә, тал сыбығымы ни, зифа буйлы, әкиәттәге
ҡыҙ килеп баҫты уның янына. Ләкин “ҡарт бүре” юғалып ҡалманы, тиҙ генә үҙен ҡулына алды.
Бәхетенә күрә янындағы урын буш ине.
Эй, ҡоҙаса, әйҙә бында, минең янға! — тип саҡырҙы ул. — Әйҙә, әйҙә! Нимә мине танымайһыңмы?
Һаман шулай ҡупырышһыңмы ни? — тип хәйләләне “ҡоҙа” кеше.
Рәхмәт! Ләкин мин һеҙҙе танымайымсы... — тип, оялып ҡына урын алды “ҡоҙасаһы”.
Бына
шулай танышып киттеләр: аяҡ кейемдәре тегеү фабрикаһына яңы ғына эшкә төшөп
йөрөгән ауыл ҡыҙы Тәслимә һәм байтаҡтан инде тимер иретеү комбинаты металлургы
Артур. Көндәр
үтә торҙо, һирәк-һаяҡ осрашыуҙар йышая барҙы. Артур бик тиҙ ҡыҙ күңелен
яуланы: “Етәр инде миңә кетәктәге әтәс кеүек ҡыланырға... Үкенерлеге юҡ,
туйғансы теттерҙем инде. Бына эҙләгәнемде таптым, шикелле. Ошоға өйләнәм,
барыбер”, тигән һығымта ла ине ул.
Ошо
тәҡдиме менән ул ҡыҙға ныҡыша башланы, ә Тәслимә һаман яуабы менән һуҙа килде. Сөнки егетте оҡшатһа ла, ул бергә йәшәгән
апайынан шөрләй ине. Һаман һайланып ваҡытын үткәреп инде утыҙға яҡынлаған
Әҡлимә: “Егеттәр менән йөрөмә! Һиңә иртәрәк әле... Ҡара уны, минән алда кейәүгә
сыҡһаң, ғүмер буйы ғәфү итмәйәсәкмен!” — тип янай килде. Ләкин
һеңлеһенең мөхәббәте көслөрәк булып сыҡты шул. “Берәй уңайы килһә, аңлатырмын
әле. Уның әйләнгән һайын егеттәр алмаштырып, оҡшатҡанын таба алмағанына мин
ғәйеплеме ни?” — тигән фекерҙә ҡалды Тәслимә һәм Артурға ризалыҡ бирҙе.
Көндәрҙең береһендә улар ҡалаға сығып туй күлдәге һәм балдаҡтар һатып алдылар.
Хәҙер инде бәхетле ҡыҙға кейәү егетте ауылға алып ҡайтып ата-әсәһенә күрһәтергә һәм
туй көнөн һөйләшергә генә ҡалды. Балалар йортонда тәрбиә алған Артурға ундай
мәшәҡәт юҡ ине. Йәштәр бер-береһенә бик эҫенделәр, улар өсөн киләсәктә гел
бергә һәм бәхетле булыуҙарына һис шик юҡ ине.
Ләкин
“Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа”, — тиҙәр бит. Унан да түгелдер инде... Ҡапыл килеп сыҡҡан
күңелһеҙ хәл егет менән ҡыҙ араһында бушлыҡ ҡалдырып, ҡара бесәй үткәрҙе,
барлыҡ булған хыял-өмөттәрҙе селпәрәмә килтерҙе. Ул көндө Тәслимәгә Артурҙың фатирына һис
уйламағанда, иҫкәртеүһеҙ генә барырға тура килгәйне. Сөнки үҙенең кейәүгә
сығырын апайына әйтеп һалғайны, тегенең ене ҡуҙҙы ла китте, хатта әшәке
һүҙҙәрҙе лә йәлләмәне. Һеңлеһенең әйберҙәрен сумаҙанға тултыртып ҡыуып сығарҙы.
Артынан шартлатып ишек ябылғас, Тәслимә иркен тын алды, күңеленән ҡыуанды ғына:
берҙән, апайы хәҙер бөтәһен дә белә, икенсенән, ул Артуры менән гел бергә
буласаҡ. Үҙен ситлектән сығарылған ҡоштай тойоп, һөйгәненең янына ашыҡты...
Фатир ишеген туҡылдатыу кәрәкмәне ҡыҙға, сөнки ул еткерә ябылмаған ине. Шулай
ҙа эстән ишетелгән ярһып сәрелдәгән ҡатын-ҡыҙ тауышы Тәслимәне
һиҫкәндереп туҡтап ҡалырға мәжбүр итте.
Бысраҡ, тупаҫ ауыл бисәһенә мине алмаштыраһыңмы?! Йылы түшәгемдән, ҡайнар
ҡуйынымдан ялҡтыңмы?! Хәҙер инде аңланым, ниңә мине абортҡа юхалап
ебәргәнеңде... Бисә алырға йөрөйһөң икән! Барыбер, йәшәргә бирмәйәсәкмен!
Роза,
ҡысҡырынма! Беҙҙең аралар өҙөлдө инде! Етте, минең дә кешеләр кеүек йәшәгем
килә!
...Нисек
вокзалға килеп еткәнен иҫләмәй Тәслимә. Оҙаҡ ултырҙы ул эскәмйәлә. “Нисек инде улай? Ни
эшләргә хәҙер? Артур шундай кеше булып сыҡтымы ни?” Башта әллә ниндәй уйҙар
килеп буталышып ҡайнаштылар... Сумаҙанын ҡосаҡлап, керпек тә ҡаҡмай таң аттырҙы Тәслимә.
Тамам тынысланған, үҙ-үҙен ҡулына алған ҡыҙ берҙән-бер фекергә килде.
Ысынлап та, ул бит ҡала ҡыҙы түгел, тимәк Артурға пар була алмай.
“Ана бит Розаһы ниндәй
ярата үҙен... Юҡ, араларҙы өҙөргә кәрәк!” — тип уйланы ул. Артурҙың
өй телефоны бар ҙа ул, ләкин шылтыратырға күңел тартмай. Ҡырҡа ҡарарға килгән
Тәслимә, күп баш ватып торманы, киоскынан конверт һатып алды ла, хат яҙырға
булды. Шулай еңелерәк, анһатыраҡ та булыр, тип уйланы ул. Ләкин ҡурғашланған
бармаҡтар ҡыҙыулыҡтан башҡа килгән ҡара уйҙарҙы аҡ ҡағыҙ битенә күсерергә
теләмәнеләр. Маташа торғас йыртҡылап дәфтәр бөтә яҙғансы хат ишараты килеп
сыҡты шикелле. “Артур... Мине эҙләп
йөрөмә... Мин башҡаны яратам, ул егет мине ауылда көтә. Ғәфү ит ошоға тиклем
мин һине алдап йөрөттөм... Туй күлдәген һәм балдаҡты ҡалдырырмын... Ғәфү ит
мине... Тәслимә”. Розаң менән бәхетле булығыҙ, тип өҫтәргә булғайны ла,
кире уйланы. Уның ни ғәйебе бар инде, шул минең кеүек ҡыҙ-ҡырҡын инде, тик ул
ҡаланыҡы, тип уйланы Тәслимә. Ҡот осҡос ялған яҙылған аҡ ҡағыҙ бөкләнеп
конвертҡа һалынғас, күңел төбөндә ризалыҡ һәм ҡаршылыҡ тойғолары бер-береһе менән көрәшеп,
ҡыҙҙы тамам алйыттылар. Хатты тыңлауһыҙға әйләнгән бармаҡтар ҙа почта йәшнигенең
ярығына индерә алмай интектеләр. Көтмәгәндә, бер ир: “Нимә һеңлекәш, әллә эсеп
алғанһың инде?” тип ярҙам итеп ебәргәйне, шунан ғына конверт күҙҙән юғалды...
Ул
көндә Тәслимә төшкә хәтлем хеҙмәт кенәгәһен, һуңғы айҙың эш хаҡын алып,
ятаҡтағы әйберҙәрен тапшырып өлгөрҙө. Бәхетһеҙ ҡыҙ ауылына эңер төшөүгә генә ҡайтып
етте. Быға ата-әсә сикһеҙ ҡыуандылар, уны-быны төпсөнөп торманылар.
Тыуған йортта, ҡәҙерлеләре янында күңел яралары һыҙлауы ла баҫыла төштө.
Тәслимәне колхозға ҡушҡуллап ҡабул иттеләр. Уны һауынсылар етәрлек булғас,
быҙау ҡараусы итеп ҡуйҙылар. Көндәр үтә торҙо, тырыш һәм өлгөр ҡыҙ үҙен
бөтөнләй эшкә бирҙе: иртә таңдан быҙауҙары янына ашыҡты, төшкөлөккә ҡайтҡанда
ла уларын һағынды, кистәрен бәләкәстәренән айырыла алмай һуңлап ҡына
ҡайтҡыланы. Ҡалала ҡалған Артуры ла һирәкләп кенә иҫкә төшә башланы. Әхирәттәре
менән киске уйындарға ла йөрөргә ваҡыт тапты Тәслимә. Нисек тә булһа Артурын
оноторға, йөрәгенән алып ташларға һәм уның турала уйламаҫҡа тырышты ул. Ләкин
бисара ҡыҙыҡай яңылыша ине. Тиҙҙән йөрәге аҫтында йән эйәһе үҙенең барлығын
белдерҙе. Бөтә донъя аҫты-өҫкә әйләнгәндәй булды Тәслимәгә, тамағына аш, ҡулына эш
барманы... Әхирәтенә сирен сисеп биргәйне, уныһы оҙаҡҡа һуҙмай ҡалаға барып
табибҡа күренергә һәм аборт эшләтергә кәңәш итте.
Ваҡытты
үткәреп ебәргәнһең бит. Күңелең болғанып ыҙаланғаныңда килергә кәрәк булған...
Табырға тура килә инде, балаҡай, — тип ҡара өмөттө өҙөп ҡуйҙы гинеколог.
Урын
таба алманы үҙенә Тәслимә. Кеше һүҙенән ҡурҡманы ул, тик ата-әсәһен генә
йәлләне. Бөтә ауыл алдында оятҡа ҡалдырасаҡ бит уларҙы...
Тик
Тәслимәнең борсолоуы бушҡа булды, уларға бындай хәлгә ҡалырға насип булманы.
Йәмле йәй көндәренең береһендә, бесәндән ҡайтып килгән Заһир ағай һәм Маһинур
апай машиналары менән түңкәрелеп, һәләк булдылар. Ерләүгә ҡаланан Әҡлимә
ҡайтып төштө, тик ул һеңлеһе менән һөйләшергә лә теләмәне. Аҡырынып-екеренеп йөрөнө лә шул
көндө үк ҡайтып китте. Бына шулай ихата тулы мал, ҡорһағында йөрөткән тыуасаҡ
бала менән япа-яңғыҙы ҡалды Тәслимә.
Артур - Әҡлимә
Һөлөк
кеүек йәбешкән һөйәркәһенән анһат ҡотолодо Артур. Уның бушаҡ яғын: аҡса,
бүләк яратыуын яҡшы белә ине. Ҡулына байтаҡ ҡына аҡса эләккәс, Роза башҡа
йөҙәтмәҫкә һүҙен биреп бик ҡәнәғәт сығып юғалды. Иркен тын алды егет, хәҙер
Тәслимәһенә өйләнергә кәртәләр юҡ, тип ҡыуанды. Ләкин бөгөндән үк ғүмеренең
ҡара көндәре башланасағы, тамуҡ ғазаптарын кисерәсәге уйына ла килмәй ине.
Һөйөклөһөнөң хатын ул иртәгәһенә генә үк алды. Күңелдәрҙе өшөткөс юлдарҙы
уҡып сыҡҡас, асыуы ҡабарҙы егеттең. “Нисек инде уның икенсе егете бар? Ә ниңә
мине алдап йөрөгән ул?” — тигән һорауҙар борсоно,
ғәрлегенә тейҙе Артурҙың. Һис ышанғы килмәне, шаярталыр, моғайын, тип уйланы
ул. Ҡыҙ-ҡырҡындың ҡайһы саҡта шулай килде-китте холҡон күрһәтеүе
билгеле инде.
Бер
нисә көн көттө, унан фабрикаһына барып ҡараны, ләкин Тәслимә ғәйеп булды ла
ҡуйҙы. Эштән
сығып ауылына ҡайтып киткәнен белде. Нишләргә, ҡайҙан эҙләргә? Ятағына барырға
ярамай, апайына белдертмәҫкә, тип һөйләшкәйнеләр бит әле. Билдәһеҙлектән
ҡойолоп төштө Артур, үҙен кеше йәшәмәгән утрауҙа тип хис итте. Урын таба алмай
унда-бында һуғылды, ахыр сиктә ятаҡҡа барып сығырға, һөйгәне менән
күҙгә-күҙ һөйләшеп аңлашырға булды. Бына түҙемһеҙлек менән көтөп
алған ял көнө лә килеп етте... Ҡулдарына сәскә һәм торт тотҡан, ҡыҙмаса булып
алған Артурҙы ятаҡхана вахтеры индермәй ыҙалатты. Сауҙалаша торғас, улар үтеүселәр аша
Әҡлимәне саҡырттылар. Бына төймәләре эленеп бөтмәгән ҡыҫҡа халатының итәге
аҫтынан балеринаныҡы кеүек тос аяҡтарын ялтыратып, ихлас йылмайып өҫкө ҡаттан
икенсе Тәслимә төшөп килә... Һөйгәненә асыуы ҡайнап килгән Артурҙың йөрәге
дарҫлап типте, быуындары мамыҡҡа әйләнде. “Эй, хоҙайым өнөммө, төшөммө?!
Ҡайһылай һеңлеһенә оҡшаған, тик быныһы әҙерәк тулыраҡ, шикелле. Күҙ ҡарашы
хәйләкәр, йылмайыуы ла яһалма...” — тип билдәләп өлгөрҙө
егет.
Әҡлимә ир-ат алдында үҙен тота белә
ине. Ул Артурҙың ҡаушауынан файҙаланып биленән ҡосоп алды ла, яурындарына
эйәген терәп аптыраулы күҙҙәрҙән ҡарашын да алмай:
— Ҡайҙа оҙаҡлап йөрөйһөң?
Күпме инде көтөргә була? Соня Николаевна, таныш булығыҙ, был минең буласаҡ
ирем. Тиҙҙән туй яһаясаҡбыҙ... — тип ярып һалды.
Тегенеһенә
инде етә ҡалды:
Ой, Анечка! Вәт,
маладис, шундай бөркөттө эләктергәнһең... Ҡотлайым! Үтегеҙ, үтегеҙ йәш кеше...
Кейәү... Ниңә баштан аңлатманығыҙ инде? – тип сәрелдәп алды ла китте.
Әҡлимә
бүлмәһендә яңғыҙ түгел ине. Ике әхирәте менән билдәһеҙ сәбәпте “йыуалар” икән. Артур
ҡыҙҙар алдында үҙен бик тыйнаҡ, әҙәпле тоторға тырышты. Ә улар ғүмере егет
күрмәгәнме ни, уға сат йәбештеләр, һәр береһе Артур менән вальста өйөрөлдө,
“брудершафт” эсте, исеме-есеме менән ҡыҙыҡһындылар. Бындай иғтибарға егеттең кәйефе лә
күтәрелеп китте. Ҡунаҡтар оҙатылғас, Артур күңелен өйкәгән, йөрәген әрнеткән
һорауға яуап алырға булды.
Уның
һүҙе нимәнән башларға тип, уңайһыҙланып ултырғанын һиҙепме, Әҡлимә: “Йә, егет,
ниндәй елдәр ташланы һине беҙгә, ҡыҙҙар батшалығына? Һеңлем ни өсөн кәрәк булды
үҙеңә?” – тип хәйләкәр йылмайып ҡаршыға килеп ултырҙы. Ҡыҙҙың серле, арбаулы
ҡарашынан юғалып ҡалған Артур һүҙен башлай алманы, өнһөҙ генә кеҫәһенән хатты
сығарҙы. Уныһы
ирендәренең ситенән генә йылмайып, вайымһыҙ ғына яҙылғандарҙы уҡып сыҡтыла
шарҡылдата көлөп ебәрҙе. “Кейәү була яҙғанһың икән! Ну, Тузик, ты даешь! Ғәфү ит, мин
һеңлемде шулай, тип йөрөтәм... Бер һин генә түгел улай төпһөҙ кәмәгә
ултырғандар... Күпме аборт яһатты, һаман үҙенекен ҡуймай, ҡәбәхәт!” – тип егеттең өмөтөн,
ышаныстарын һәм мөхәббәтен күҙ асып йомғанса юҡҡа сығарҙы...
“Ҡайынбикәһе”
менән күпме ултырғандарҙыр, нимә һөйләшкәндәрҙер “кейәү егет” уларын һис
иҫләмәй. Әҡлимәнең ҡыҫтауҙарына ҡаршы торалмай бер-бер артлы “өҫтәгән” Артур
бөтөнләй биреште, нимә һөйләгәнен үҙе аңламаны, алдындағы ҡыҙ йә Әҡлимә, йә
Тәслимә булып күренде...
Иртәнсәк
йоҡонан уянғас, башта үҙенең ҡайҙа ятҡанын аңламаны. Эргәһендә ярым-яланғас
Әҡлимә битен устары менән ҡаплап һулҡылдап илай ине. Үҙе лә шәп-шәрә булғас,
Артур бараһында аңланы һәм оятынан:
Илама, Әҡлимә... Мин
теге... Мин... – тип аҡланырға уйлағайны, тегенеһе көслөрәк үкһеп:
Барығыҙ, кейенегеҙ ҙә ҡайтып китегеҙ! Ой, аллам, һеҙҙең улай икәнегеҙҙе белһәм... Төнө
буйы ыҙалатып сыҡтығыҙ, һеңлем белеп ҡалһа... Ой, позор! Ауырға ҡалһам,
нишләрмен инде!? — тип өҙгөләнде.
Әммә Артурҙың быға иҫе
китмәне. Кисәгенән башы сатнап, тамағы кипһә лә ул үҙендә ҡәнәғәтлелек,
рәхәтлелек тойҙо. Кинәт ул күңелендә төп фекергә килеп, уны Әҡлимәгә әйтергә
булды, тик уның тынысланғанын көттө... Был көндө улар кискә генә ятаҡтан
сыҡтылар ҙа, ҡултыҡлашып Артурҙың фатирына йүнәлделәр. Шулай итеп көтмәгәндә
егет йөрәге түрендә Тәслимәнең урынын апайы алды. Ир уртаһына етеп ҡатынлы
булған Артур үҙен етенсе күктәрҙә хис итте, Әҡлимәне өрмәгән ергә ултыртманы,
теләгәнен алдына ҡуйҙы. Тиҙ арала еңел машина “Жигулигә” ултыртып ҡуйҙы. Һирәк-һаяҡ иҫенә төшкән
Тәслимәгә һарыуы ҡайнаны Артурҙың. “Туҡта әле алдаҡсы, хыянатсы... Апайың менән
үс итеп, күп балалар үҫтереп йәшәйәсәкбеҙ, алла бирһә! Һин генә йөрөрһөң шунда,
теләһә кемгә түшәк булып! Шул хәлгә еткерәсәкмен мин һине! Апайың менән
батшалар үткәрә алмаған туй яһаясаҡбыҙ, алла бирһә. Шунда
осрашырбыҙ, көнсөллөгөңдән шартлаясаҡһың!” — тип янды ул. Тик буласаҡ
ҡайны-ҡәйнәһенең ҡапыл ҡазаға осрауҙары был хыялды тормошҡа
ашырыуҙан туҡтатып торҙо. Уларҙы ерләүгә Әҡлимә үҙе генә ҡайтып килде. Һеңлеһе
тураһында бер ни өндәшмәне, Артур ҙа һорарға ҡыйманы.
Мәрхүмдәрҙең
йыллығы үтеп киткәс кенә, туй тураһында һүҙ ҡуҙғатты Әҡлимә. Артур был тәҡдимде
хупланы ғына. Тантананы ауылда үткәрергә һөйләштеләр йәштәр. Шуға күрә инде
ауыл яғын онота башлаған Әҡлимәгә ҡайтып килергә тура килде. Иренән ЗАГС-ҡа
ғариза яҙҙырып, уның паспортын кеҫәһенә һалып алып, байтаҡ ҡына көҙгө алдында
һыланып - һыйпанып, “Жигули”һенә атланып сығып та китте. Ҡатыны туйға
әҙерлекте тулыһынса үҙ өҫтөнә алды:
Туйға кәрәк-яраҡты үҙем йыйнармын, ҡунаҡтарға ла саҡырыу ҡағыҙҙарын
ебәрермен... Һинең эшең былай ҙа ауыр, ялыңда ял ит... — тигән булды.
Уның
ирен Тәслимә менән осрашыуҙан ҡурсалағаны билгеле ине.
Ике
көндән Әҡлимә шат йөҙ менән ҡайтып инде. “Артур, туйға бөтә нәмә әҙер, күлдәк тә,
балдаҡ та һатып алдым. Ғаризаларҙы
Тәскирә апай алмай ыҙалатты. Ҡайҙа һуң буласаҡ кейәү үҙе, тей. Көскә өгөтләнем
үҙен. Ваҡыт бирергә уйлағайны, мин ауырлымын, тип алданым... Саҡырыу ҡағыҙҙарын
ебәрҙем... Беҙгә аҙна ваҡыт ҡалды инде... Әй, Артур... Тағы бер яңылыҡ: теге
кәнтәй тыума табып ята! Допрыгалась, ҡәбәхәт! Ауыҙын йырҙым ғына мин уның...
Туй үтеп китһен әле, аласыҡҡа ҡыуып сығарам, тыуған йортта тыумаһының һыҡраһы
менән һаҫытып ятмаһын әле”, — тип ярһыны ул.
— Дөрөҫ эшләйәсәкһең,
бисәкәй!. Эҙләгәнен тапҡан икән әҙәм аҡтығы. Ярай, өй йәйгелеккә беҙгә дача, ә
ул беҙҙең батрачка булыр, — тип көлөп ҡуйҙы ире.
Ләкин
был хәбәрҙән һуң күҙ алдынан Тәслимәһе китмәне, бала кемдеке, үҙенеке түгелме
икән, тигән уйҙар борсоно. Тағы ла белешер өсөн Әҡлимәһенән хәйләләп, уратып-суратып
һорауҙарына яртылаш яуап алды һәм “Әгәр ул башҡа менән сыумалмаһа, бала минеке
булырға тейеш. Тимәк,
Тәслимә, хатты ауырлы көйө яҙған...” тигән фекергә килде. Өҫтәүенә үҙ йомоштары
менән килеп сыҡҡан ике туған ҡайнағаһының: “Балдыҙың, Тәслимәне
һорайһыңмы? Ҡуй инде, уның өсөн бөтә туғандарҙың йөрәктәре һыҙлай. Әллә нимәгә
шул апайы артынан ҡалаға ынтылды, ана ҡайтып та килде йөклө булып... Йәшлектең
нимә икәнендә татып өлгөрмәне бахырҡай, сәскә кеүек һулыны ла ҡуйҙы. Эх, ундай
хәлгә ҡалдырған ҡәбәхәтте осратһам, ошо ҡулдарым быуып үлтерер инем... Хәҙер
кеше араһына сығып йөрөй алмай. Элекке шаян, алсаҡ һеңлекәш ҡуян балаһымы ни,
ҡырағайланды ла ҡуйҙы”, — тип өҙгөләнеүе күңелдә янған утты дөрләтте генә.
Теге
ваҡыт ятаҡта Әҡлимә менән йоҡлап ятҡансы, Тәслимәнең үҙен генә табып
аңлашмағанына бик үкенде Артур, үҙ-үҙен өҙгөләп ташлағандай булды. Хатты ла, моғайын, ысын
күңелдән яҙмағандыр, тип һиҙенде ир күңеле.
Туй
көнөн Әҡлимә һәм Артур түҙемһеҙлек менән көттөләр. Тәүгеһе килен күлдәге кейеп,
ҡиммәтле биҙәүестәрен аҫып тантана йәме булып ултырырға хыялланһа, икенсеһенең
уйы Тәслимә менән осрашып барыһында асыҡларға, аңлашырға ине.
Туй
Әҡлимә – Артур – Тәслимә
Ауыл
клубы... Йыйылған халыҡтың иҫәбе-һаны юҡ, олоһо ла кесеһе лә бында килгәндәр...
Әлегә тиклем
никахлашыуҙарҙы ауыл ҡәҙимгесә, ябай ғына үткәрә торғайнылар. Ә был юлы бер
нисә көн элек белдереү эленеп торҙо. Иртәнсәктән урам яңғыратып музыка уйнаны.
Ҡаланан килгән әртистәр түләүһеҙ концерт ҡуйҙылар, ауылдыҡылар бушлай
өҫтәлдәдгә ҡуйылған тәмле ашамлыҡтар менән һыйландылар, йәштәрҙең килеүен
көттөләр... Ҡыҫҡаһы, Әҡлимә ауылдаштары шаҡ ҡатырлыҡ, онотолмаҫлыҡ, башҡа
туйҙарҙан айырылып торһон өсөн аҡсаһын да, фантазияһын да йәлләмәне. Төш
яҡынлашҡас, урам осонан сәскәләргә, таҫмаларға биҙәлгән тиҫтәләгән еңел
машиналар, әлегә көтөүселәр тик телевиҙорҙа, киноларҙа ғына күргән оҙон аҡ
лимузинға эйәреп, төрлө ауаздар менән һауаны яңғыратып, саң борлатып килеп
туҡтанылар. Никах теркәү тантанаһы гөрләп үтте: сәскәләр, ҡотлау һүҙҙәре,
шампан сәсрәүҙәре, йыр-бейеүҙәр... Аҡҡоштай ап-аҡ кейемле, ҡояштай балҡыған
бәхетле кәләше янындағы Артур, күпме кейәүгә оҡшатырға тырышмаһын, йөҙөнә
йылмайыу инмәне, сибәр ҡыҙ янында ҡарт ир булып күренде ул. Күңелдә шатлыҡ
урынына Әҡлимәһенә нәфрәт уты тоҡанғайны. Уның өҫтөндәге туй күлдәге,
бармағындағы балдаҡ таныш инеләр. Ҡасандыр уларҙы Артур Тәслимә менән һатып
алғайны. Ә Әҡлимә үҙәк универмагтан алдым тине. Тағы ла бөгөн кәйефте ҡырған,
уның туй күлдәге, һиҙенерлек ҡабарып торған ҡорһағы. Нимә тыҡҡандыр инде унда,
ул үҙе лә һиҙмәй әйләнгән һайын төҙәткеләп ала ине. Өҫтәүенә күҙҙәр ҡунаҡтарҙы
күпме байҡаһа ла Тәслимә күренмәне...
Клубтан
һуң ҡунаҡтар никахлашҡан йәштәрҙе уртаға алып йырлашып-бейешеп, туй үтәсәк өйгә
йүнәлделәр. Теләр-теләмәҫ кенә ҡултыҡлаған Әҡлимәһенә һөйрәлеп килгән Артур
ҡапҡа алдында ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыусылар араһында Тәслимәне күреп ҡалды ла,
аҙымдарын йышайтты. Ләкин
бала күтәргән балдыҙы әйләнеп инеп китеп юғалды... Бынан Артурҙың кәйефе
күтәрелеп киткәндәй булды. Быны һиҙепме, тупһаға аяҡ баҫҡас Әҡлимәһе терһәген
нығыраҡ ҡыҫты ла: “ Ҡара уны янымдан бер аҙымға ла китмәйһең, йәме?” — тип һалдырҙы. Ләкин
туйлаусылар берәмләп ҡотлай башлағайнылар ул алдан, ҡыҙғаныу ҡатыш әйткән
һүҙҙәрен онотто. Тиҙҙән ул аҡсалы конверттарҙы алдына өйөп, башҡа бүләктәрҙе
эргәһенә теҙеп, түҙемһеҙлек менән сираттағы ҡотлаусыны көтөү менән мәшғүл ине.
Күбеһе таныш булмаған ҡунаҡтар кейәүҙе тәбрикләп бармаҡтарын ҡаты ҡыҫып
ауырттырып, арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйөп, сикәләренән үбеп шайыҡлап бөттөләр. Һәр
ҡайһыһы уның менән сәкәштереп эсергә тырышты.
— Ҡәҙерле апайым һәм
еҙнәй! Мин һеҙҙе яҙмыштарығыҙҙы бәйләүегеҙ менән ҡайнар ҡотлайым... Бәхетле,
тиң ғүмер итеүегеҙҙе теләйем... — тип ҡотланы уларҙы
Тәслимә. — Минән һеҙгә, ғаиләгеҙ ҡаҙнаһына бер аҙ аҡса һәм икегеҙгә
берәр яҫтыҡ һәм юрған бирәм, — тип апайын ҡосаҡлап үбергә ынтылғайны, уныһы:
“Ярар, күп лаҡылдама... Яҫтыҡ, юрған әсәйҙәрҙекелер инде”, – тип ыҫылданы.
Тәслимә,
йәш бәреп сыҡҡан күҙҙәре менән еҙнәһенә һирпелеп ҡараны ла, әйләнеп сығып
китте. Көтөлмәгән
осрашыуҙан Артур иҫенә килеп, уйҙарын да йыйып өлгөрмәне, тик уның күҙҙәрендә
һүнмәҫ һөйөү һәм тәрән һағыш һәм үпкәләү сатҡылары күрҙе. Түҙемлеге бөттө уның,
янында ултырған Әҡлимәһен атып бәргәндәй булды, асыуынан арына алмай рюмка
артынан рюмка күтәрҙе. Йөрәк әрнеүе сыҙарлыҡ түгел ине шул... “Нишләнем мин
алйот?! Ошонда үҙ туй күлдәген, балдағын кейеп Тәслимә ултырырға тейеш ине
бит...” — тигән уйҙар мейене ҡайнаттылар. Тамам иҫерек кейәүҙең өҫтәл
артынан тороп киткәненә берәү ҙә иғтибар итмәне. Артурға
хәҙер диңгеҙ тубыҡтан ине... Ҡараңғыла, сайҡала-һуғыла, саҡ эҙләп тапты
ул аласыҡты. Эстән бикле ишекте туҡылдатып тауыш бирҙе, ләкин Тәслимә асырға уйламаны:
—Нишләйһегеҙ, еҙнәй?! Зинһар китегеҙ,
мине оятҡа ҡалдыраһығыҙ бит... Хәҙер апайым күреп ҡалһа? Эй, аллам, ниңә миңә
шундай язалар бирәһең... – тип сеңләп илап ебәрҙе.
Һаман
үҙенекен ныҡышҡан “төнгө ҡунаҡты” уянып сәрелдәгән бала тауышы ғына аңына
килтерҙе. Ишек
аша ғәфү үтенеп, кире өйгә табан атланы Артур. “Ысынлап та, Әҡлимә килеп
сыҡһа? Ул бит һеңлеһен тереләй ашаясаҡ!” – тип уйланы ул. Ләкин уныһы өҫтәл артында
күренмәне. Ә ҡунаҡтар зыу ҡубып бейешәләр ине. Әҡлимәһен бүлмәләрҙең береһендә
тапты: “Әйҙә, кәләш бейергә, беҙҙе саҡыралар бит...” – тип өндәшкәйне, уныһы
әйләнеп тә ҡарамай: “Ярай, ярай... өлгөрөрбөҙ әле. Бар, ҡамасаулама, үҙең бейеп
тор”, — тип екерҙе. Ул донъяһын онотоп әхирәте менән туйға төшкән
бүләктәрҙе һанап, хаҡтарын иҫәпләп ҡаңғыра ине. Өҫтәлдә терһәге янында, бәләкәй
генә ике яғына таҫма тегелгән яҫтыҡ — яһалма ҡорһаҡтың эсе ята
ине. Артур уны ҡулына алды ла:
Ярар, мин киттем, оҙаҡлама... Ә был “ауырыңды” кире бәйләп алырға онотма! — тип
битенә бәреп әйләнеп сығып китте.
Уныһының
иҫе китмәне, һаман ҡағыҙ битендә сыймаҡлауын белде. Тупһала оҙаҡ уйланып
ултырҙы кәләше лә, ҡунаҡтары ла онотҡан “кейәү”. Уға хәҙер барыбер ине... Туй ҙа, Әҡлимә лә кәрәкмәй,
тик Тәслимә генә ине уйында... Был юлы Артур ишекте туҡылдатып торманы, таҡта
араһына тарағын тығып, келәне күтәрҙе лә инде. Һүлпән генә янған төнгө лампа
яҡтыһында эленеп торған сәңгелдәк янындағы карауатта бөгәрләнеп кенә Тәслимә
серем итә ине... Ул янында тубыҡланып, сәстәренән һыйпап ҡолағына ниҙер
шыбырлаған, ҡасандыр бәхетле көндәрен үткәргән кешеһенә һаташыпмылыр, ауыҙ
эсенән ниҙер мығырлап һыйына бирҙе. Төш күрәм, тип уйланы, күрәһең. Инде
ирендәр ҡушылғас ҡына Тәслимә һиҫкәнеп уянып китте. Ҡобараһы осоп Артурҙы алып
ташларға маташты, ләкин булдыра алманы. Ҡысҡыра ла алманы, хәленән килгәнсе
тартҡылашып ҡараны ла, хәле бөттөмө, әллә шул таныш наҙлауҙарға иренеме — тынысланды... Һыҙылып
таң ата башлағанда ғына Тәслимә һөйөклөһөн оҙатты. Күпме генә ҡабаландырмаһын
Артурҙың айырылғыһы килмәне, ишек төбөнә бара ла, кире боролоп Тәслимәһен, унан
ҡыҫып ҡосағына алып иркәләргә тотона. Гонаһлы ирҙең бәхете бар икән... Әҡлимә
туйҙа күренмәне, ә ҡунаҡтар “баш төҙәтеү” менән мәшғүл ине. Бер кем кейәүҙең
ҡайҙа юғалғаны менән ҡыҙыҡһынманы... Ә Артурға туй ҙа, уларҙа, хатта кәләше
лә кәрәкмәй ине хәҙерге ваҡытта. Ғәрлек утында яна ине ул. Тәслимәһе менән
аңлашҡас, үҙенең генә ғәйепле булыуын, төҙәтә-күтәрә алмаҫлыҡ хата
яһағанын аңлап, өҙгөләнде.
Шулай
итеп, ахмаҡлығы арҡаһында хикәйәмдең геройы ике ут араһында ҡалды, уртаҡ иргә
әйләнде, етмәһә бер туғандар: апай-һеңле ҡосаҡтарында: береһендә туңһа,
икенсеһендә ирене...
Тиҙерәк
ҡалаға ҡайтып киткеһе килде Артурҙың... Әҡлимәһе лә оҙаҡ көттөрмәне, килеп инде. Ул
башлап ҡаҙалмаһын өсөн:
Кәләш, ҡайҙа йөрөйһөң һин?! Ҡайтырға кәрәк бит, — тип үпкәләгән булды.
Ҡайтабыҙ, ҡайтабыҙ һөйөклөм... Арығанһыңдыр, инде аңлайым... Магазинга барып ике йоҙаҡ һатып
алдым, туйға байтаҡ мебель төшкән. Шуларҙы бикләп ҡуйыр кәрәк, бушаһаҡ килеп
алырбыҙ әле... Ҡара әле Артур аҡса мул һалғандар, ошоноң кеүек ике-өс туй үткәрерлек...
Ярлыларҙы саҡырманым шул... – тип тәтелдәне “законлы ҡатын”.
Уртаҡ ир
Туйҙан
һуң киләсәкке тормошо тураһында ныҡлап уйланды Артур. Әҡлимә менән башҡаса
йәшәй алмаясағы көн кеүек асыҡ ине. Уны ташлап Тәслимәһенә күсергә ине лә ул...
“Ул саҡта мин уны мәсхәрәгә ҡалдырасаҡмын. Ирһеҙ бала табып исемгә ҡалыуы
етмәгән, апайының ирен тартып алған, тип бармаҡ төртөп көләсәктәр, өҫтәүенә
Әҡлимә лә ҡоролай ҡалдырмаясаҡ... Ярай, әлегә тормош үҙ яйы менән
барһын әле. Ваҡыт үҙенекен итер. Моғайын, берәй әмәлен табырмын әле. Әҡлимә
менән араны боҙорға ярамай, түҙеп йәшәргә кәрәк. Иң мөһиме һеңлеһе менән
яңыртылған мөнәсәбәтте һиҙҙермәҫкә ине уға...” — тип яҙмышы менән
ризалашты ике уртала ҡалған ир. Хәҙер һәр аҙымын самалап, уйлап ҡына уйлап ҡына
баҫырға тура килде Артурға. График буйынса эшләгәс, ауылға барып йөрөргә
мөмкинселек юҡ. Шуға күрә ул автортранспорт предприятиеһына шофер булып
урынлашты. Быға ҡатыны: “Ниңә минең менән кәңәшләшмәйенсә эшләйһең? Хәҙер
янымда һирәк һирәк буласаҡһың инде... Тегеләй, исмаһам, ике көн ялың бар...” –
тип ризаһыҙлыҡ белдергәйне.
Һинән миңә арыраҡ булыуы, хәйерлерәк, һине һаҡлап ултырып миңә ни файҙа? Әлегә һуң түгел, әҙерәк
донья күреп алайым әле... Өйҙә, ней, күңелһеҙ... Ней, бала тапмайһың... Туйҙа
эсеңә яҫтыҡ тығып йөрөгән булды бит, хәҙер ауылдаштарыңа нимә әйтәһең инде? — тип ауыҙын япты Артур.
Иренең был һүҙенән һуң ҡыҙған табаға баҫтырҙылармы ни меҫкен ҡатынды: әсә булыу
теләге менән янып, аҡсаны ла, ваҡытын да йәлләмәй, ҡайҙарға
ғына йөрөмәне, ниндәй генә табипҡа күренмәне. Ләкин унан бала булмаясағын һәр
табип иҫбатланы. Өмөтөн өҙмәгән ҡатын имсе-томсо әбейҙәргә лә
күренеп ҡараны. Ахыр сиктә, бәлки ире үҙе эшкинмәйҙер, тигән уй менән башҡалар
менән йоҡлағыланы, ләкин ауырға ҡалманы. Ҡасандыр, яһатҡан аборт шулай үҙен
иҫкә төшөрҙө. Әҡлимә тамам төңөлдө... Был ғәйебенән ул баҫылып ҡалды, ирен дә
элекке кеүек юҡ-бар сәбәп менән бәйләнеп, ҡаҙалып йөҙәтмәне. Артур ҙа эшендә бер аҙ
“йышылып” алғас, “КамАЗ” машинаһы биреп йыраҡтарға йөрөтә башланылар. Хәҙер уға
ауылға Тәслимә һәм ҡыҙы янына үткән-сүткәндә һуғылып йөрөргә
мөмкинселек асылды. Тик уныһы башта килмәүен һорап илап-ялбарып маташты. Әммә
тәккәбер, үҙ холоҡло Артур юл төшкән һайын килеп йөрөнө, йоҡларға ла
ҡалғыланы. Йыш ҡына Тәслимәгә килеп йөрөгән оҙон сәсле, мыйыҡлы таяҡҡа таянып
атлаған аҡһаҡ ирҙе бер туған еҙнәһе икәнен ауылда, Артур машинаһын ҡалдырып
йөрөгән яңы дуҫынан башҡа, бер кем дә
белмәй ине. Хәҙер Тәслимә лә апайынан ҡурҡыуы баҫылып һөйгәненең килеүен өҙөлөп көттө.
Бәхетенә ҡаршы Артурҙың законлы ҡатыны иренең йыш ҡына
өйҙә ҡунмауына иғтибар итмәне. “Теләгәнем алдымда, бер нәмәнәгә ҡытлыҡ кисермәйем...
Эсеп йөрөмәй, йәберләмәй. Миңә тағы ни кәрәк? Тик наҙы ғына эләкмәй... Арып
ҡайталыр инде. Йәнә лә бала тапмағанға ла асыуы киләлер инде. Бәхетем, Тәслимәһен
онотто... Уныһы ла бер зәғиф, сатан ир ишаратын эйәләтә башлаған...” – тип
уйлай ине. Бер ваҡыт был хәбәр үҙенә килеп ишетелгәс, машинаһы менән ауылға
йөрөгөләне. Үҙ күҙҙәре менән күргеһе килде ул һеңлеһенең һөйәрен. Бер көндө
Тәслимәлә булып, сәй эсеп ҡайтырға сыҡҡанда ҡапҡанан килеп инде уныһы. Баш
һелкеп һаулыҡ бирҙе лә, хужа кеүек аласыҡҡа инеп юғалды...
Ҡото
осоп, ни әйтергә лә белмәй тапанып торған һеңлеһенә: “Бындай маймылды ҡайҙан
таптың?! – тип мыҫҡыллы көлдө лә, машинаһының ишеген шартлатып ябып, саң
борлатып күҙҙән юғалды. Аяҡтары ҡурғашланып аҙым да яһай алмай, өнһөҙ ҡалған
Тәслимәне парикһыҙ, яһалма мыйыҡһыҙ һәм таяҡһыҙ, маймыл түгел, иҫән-һау Артур
килеп артынан ҡосаҡлап алды...
Иртәгеһенә
эштән ҡайтҡан иренә: “Ауылға барғайным... Тәслимәнең һөйәрен күрҙем. Бер ялбыр сәсле,
сатан, ҡурҡыныс әҙәм шунда. Нәҡ шимпанзе инде... Ауыҙ
эсенән һаулашып, әллә нимә мығырланы ла, үҙендәге кеүек өйгә инеп китте. Әллә
бомж инде, алама кейенгән, һаҫып тора. Ярай, эҙләгәнен тапҡан!” — тип һөйөнсөләне.
Ире
күңеленән генә үҙенең хәйләкәр булыуына ғорурланып ҡуйҙы ла: “Нимә ҡарайһың
шунда? Барып
йөрөмә, кәрәкмәгәнгә, әйҙә төңөлөп ҡатһын! Башҡаса уның исемен минең алдымда
ауыҙыңа ла алма, ишеткем дә килмәй! – тигән булды.

* * *

Ғүмер
бит ул торған һыу түгел, йылға кеүек, туҡтап тормай аға ла аға... Берәүҙе ике ҡатынға ир
иткән туйҙан һуң байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Улар араһында яғымлы, иғтибарлы булырға тырышты
Артур. Әлбиттә, бар күңелен ул ҡыҙына һәм уның әсәһенә бирҙе. Киләсәктә,
барыбер бергә булырбыҙ, тигән өмөт менән ҡалала ике бүлмәле квартира ла һатып алып ғаиләһен
күсерергә уйлағайны, Тәслимә ауылды ташлағыһы килмәне. Үҙен йәлләмәне ул, көнөнә
бер нисә тапҡыр ферма юлын тапап, быҙауҙар ҡараны, унан ҡалған ваҡыты балаһына,
аҙбар тулы мал-тыуарға китте. Ҡаты сиргә юлыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды Тәслимә.
Табиптар унда яман шеш һәм тағы ла, әйтһәң телде һындырырлыҡ диагнозлы ауырыу
таптылар. Был турала ул Артурына өндәшмәне... Хәҙер инде Тәслимә ҡалаға күсергә
мәжбүр булды. Ни тиһәң дә, ҡыҙына балалар баҡсаһы, үҙенә еңелерәк эш һәм тейешле
дауа алыу мөмкинлеге буласаҡ. Быға апайы сикһеҙ ҡыуанды, тик һеңлеһенең үҙенә
яҡыныраҡ булғанына түгел. Ауылдағы өй бушауы булды, ул бөтә кәртә-ҡураһы менән ҙур хаҡҡа
һатып та ебәрелде. Һеңлеһенә өлөш тә сығарманы Әҡлимә.
Киреһенсә: “Һин мине, мин һине белмәйбеҙ был яғына!” — тип былай ҙа буш араларҙы
бөтөнләйгә өҙөп ҡуйҙы... Ваҡыт үтә торҙо, бәхетенән үҙен күктең етенсе ҡатында
тойған Артур көн һайын, тиерлек, йәшерен ғаиләһендә булды. Ата бәхетенән
рәхәтлек кисерә ине ул: ҡыҙын һөйләшергә, атларға өйрәтте. Ашнаҡсы булып
эшләгән әсәһе балалар баҡсаһына һирәк, Артур алыҫ рейста булғанда ғына йөрөнө.
Сос, өлгөр ата иртүк машинаһы менән өй алдына килеп туҡтап, сигнал биреп
донъяла иң ҡәҙерле кешеләрен көтөп торор булды. Барына хушһынмаған Артур
Тәслимәһенә ғаиләне арттырайыҡ, тип йөҙәтә башланы. Һөйгәне өсөн утҡа ла, һыуға
ла инергә риза булған ҡатын һүҙһеҙ риза булды. Тик гинеколог ҡына быға ҡаршы
килде, ундай шәлкем ауырыуҙар менән бала табыуы хәүефле булыуын киҫәтте. Ләкин
Тәслимә үҙ һүҙендә торҙо, иренең күңелен ҡалдырғыһы килмәне. Артур Әҡлимәһенән
сығып китергә булып, аңлашыу өсөн уңайын көттө. Тик уныһы: “Хәҙер аҡса күп,
әйҙә ҡала ситенән урын алайыҡ та, ҙур итеп өй һалайыҡ. Мал-тыуар тотоп, ҡош-ҡорт үҫтереп йәшәгем
килә”, — тип ирен “тышаулап” ҡуйҙы. Быны көтмәгән Артур ҡойолоп төштө
һәм уның теләген үтәмәйенсә, ташлап сығып китеү ирлек булмаҫ ул, тигән уй менән
үҙ хыялын тормошҡа ашырыуҙы кисектереп торорға булды...
Артур – Тәслимә (Етемһәктәр)
Ташлап
сығып китә торған бисәһенә көс-тир түгеп, ваҡыт үткәреп өй эшләргә теләге юҡ
ине Артурҙың. Әҡлимәнең ай-вайына ҡарамай, әҙер йорт һатып алырға күндерҙе.
Икәүләшеп иғландар буйынса йөрөп кәртә-ҡураһы төҙөк, ҙур баҡсалы алты бүлмәле
өй алдылар. Ул
бик уңайлы ерҙә урынлашҡан: автобус, трамвай туҡталышы ҡаршы ла, баҙар,
магазиндар ҙа алыҫ түгел. Сикһеҙ бәхетле ҡатын, һатып алынған донъяны бер аҙ
ипкә килтереп, Яңы йыл байрамына ҡунаҡтар саҡырып өйҙө туйларға хыялланһа,
Артуры икенсе тапҡыр атай булыуҙы түҙемһеҙлек менән көттө. Тәслимә дауаханаға ятҡас, Артур уға көн һайын
йөрөнө. Хәҙер элекке парик, мыйыҡ һәм таяҡтың кәрәге юҡ ине. “Алла бирһә, йылды
ғаиләм менән ҡаршы аласаҡмын һәм яңы тормош башлаясаҡмын... Етте, ҡасып-боҫоп йәшәргә!” — тип үҙ-үҙенә һүҙ биргәйне Артур.
Иң башта Әҡлимә менән айырылышырға; Тәслимә менән ЗАГС-тан үтергә; балаларҙы
үҙенә яҙҙырырға; әсәләрен эшләтмәҫкә ике бала менән генә сикләнмәҫкә... Шундай хәтәр хыялдар
менән йәшәне Артур. Ләкин “Бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй” тиҙәр.
Тәслимә декабрь уртаһында бәпәйләне, бынамын тигән тос, теремек малай бүләк
итте. Ләкин уларҙы сығарманылар, дауаханаға күсерҙеләр. Быны Артурға: “Әсәһенең
хәле хөртөрәк әле, бер аҙна – ун көн ятһын әле. Тейешле дауа алһын, нығынһын,” — тип аңлаттылар.
Ул арала Артурҙы
Костромаға ебәрҙеләр. Ошоға тиклем һәйбәт йөрөгән “КамАЗ”ы юлда онталып,
командировкаһы оҙаҡҡа һуҙылды. Ҡайтып еткәс, уны өҫтәлдә Әҡлимәнең ҡалдырған
яҙыуы көтә ине. “Артур! Тәслимә үлеп ҡалған. Мин дауаханаға киттем, унан ауылға
сығам. Аңламаған хайуанды кешеләрсә ерләргә кәрәк бит. Ни әйтәһең, бер туған
һеңлем бит... Эшеңдән ял һора, балаларын дәүләткә бирәбеҙ инде”. Был ҡот осҡос
хәбәрҙән һуң йөрәген һурып алдылармы ни Артурҙың: күҙ алдары ҡараңғыланды,
аяҡтары мамыҡланып кәүҙәне сайҡаттылар, башта һәр төрлө уйҙар буталышып
ҡайнашты. Кинәт уларҙың берәүһе генә: “Әҡлимә быны элекке көн яҙған... Тимәк,
бөгөн ерләйҙәр... Өлгөрәмме, юҡмы” — күңелдәрҙе өшөтөп эйәһен
аңына килтерҙе. Йыуынып, өҫтөн дә алмаштырып торманы, ишеккә уҡталды ҙур ҡайғыға
юлыҡҡан ир. Бәхеткә ҡаршы, тотҡан беренсе таксист уның үтенесенә риза булды. Ауылға
еткәс, зыяратҡа туҡтап торманылар. Сөнки унда бер-нисә ир генә ҡәбер ҡаҙа
ине.
Күңел
тыныслана төшкәс, Артур башҡаса таксисты ҡабаландырманы. Ҡайнағаһының йорто
алдында байтаҡ халыҡ урамда көтә. Тимәк, йыназа намаҙы, доғалар уҡылып бөткән...
Кейәү кеше тейешле әҙәплекте онотоп, улар менән һаулашып та тормай, тура йортҡа уҡтай атылды.
Иҙән
уртаһында ултырғыстарға ҡуйылған асыҡ табутта аҡҡа төрөлгән Тәслимәһе ята.
Артур уны тирәләп ултырған әбейҙәргә лә иғтибар итмәй, баш кейемен
систе лә, мәйет янына тубыҡланды. Тыңлауһыҙ бармаҡтар ҡалтырана-ҡалтырана лафифәнең баш осондағы таҫмаһын
сисеп мәрхүмәнең йөҙөн астылар... Тәслимә, әйтерһең дә, тәрән йоҡола... Элекке
кеүек бына-бына күҙҙәрен асыр ҙа, йылмайып: “Килдеңме,
ҡәҙерлем? Нисек йөрөп ҡайттың? Һағындырып ҡына киләһең дә, тағы китәһең...” –
тип муйындан ҡосаҡлап алыр, ә Артуры уны одеялы-ние менән күтәреп
өйрөлтөп, күҙҙәренән үпкеләп, ирендәрен һурып, ҡолағына ҡытығын килтереп
шыбырлап-өргөләп сәрелдәтер кеүек... Күҙҙәренә ышанғыһы килмәне
Артурҙың, ул усы менән мәрхүмәнең сәстәренән, сикәләрен һыйпаны: элекке йомшаҡ,
йылы яңаҡтар ҡаты һәм һалҡындар, алһыу ирендәр ҡара күкһел төҫтә, таҙа маңлайҙа
тәрән йыйырсыҡтар...
Кейәү, йыуылғандан һуң мәйеттең йөҙөн асыҡ тоторға ярамай, — тип әбейҙең
ҡайһыһылыр өндәшкәйне, Артур ғәфү үтенеп сығып китте. Артынан эйәреп сыҡҡан
Әҡлимә менән һөйләшеп тә торманы, машинаның асҡысын һорап алды ла, йыйылған туғандарын
аптырауға ҡалдырып, “Жигули”һенә ултырып, ен кеүек, артынан аҡ саң борлатып
ҡапҡа эсенән сығып китте. Оло юлға төшкәс, Артур машинаһының тиҙлеген яйлатып, етем
бала саҡтағы кеүек әсе күҙ йәштәренә ирек бирҙе...
Әҡлимә
кис кенә ҡайтып инде. Иренең
иҫерек булыуына, ауылда ташлап ҡайтып китеүенә бәйләнеп торманы. Сисенеп
ташланы ла аш-һыу яраштырырға тотондо, уның араһында үҙ хәбәрен һөйләне лә
һөйләне...
Уф, арыттырҙы, ике көн, ике төн һаман аяҡ өҫтөндә... Бер юлы өсөн, етеһен
уҡытып ҡайттым, байтаҡ аҡса түгелде инде. Ярай, ауыр тупрағы еңел булһын инде,
күҙ көйөгө булып йөрөй ине шунда... Артын һәрмәп ҡарамай, тағы ла малай табып ятҡан
булған, хәстрүш... Эргәһенә, көн һайын, тиерлек бер ирекәй килеп йөрөгән, теге
баланың атаһылыр инде. Бының хәле мөшкөлләнгәс, уныһы ла юҡ булған.
Опеканыҡыларҙы саҡырттым, балаларға документтарҙы тиҙ арала әҙерләрбеҙ,
яҙмыштарын хәл итербеҙ, тип ышандырҙылар. Күрше әбейгә ҡалдырып киткән ҡыҙын
спецприемниккә биреп ебәрҙем. Тәнзиләһенә дүрт йәш тә булып киткән икән. Эй,
ғүмерҙең үткәне... Малайын имсәк балалар йортона алып киттеләр. Мин Тәслимәне
кешелә йәшәй, тик уйлаһам, уның үҙенең квартираһы булған икән. Нотариустан
белештем, алты айҙан һуң, үҙемә яҙҙырам, алла бирһә. Һатып ебәрәмме,
квартиранттар индерәмме – күҙ күрер... Өйөндә байтаҡ ҡына мөлкәт туплаған, күп
нәмә импорттыҡы, кейем-һалымына хәтлем. Буйтым ғына йәшәп ятҡан апайың! Әйткәндәй,
стенала һинең ҙурайтылған фотоң эленеп тора ине. Ух, йәнем көйҙө, һаман һиңә
өмөт иткән булған икән, бисура...
Өндәшмәй
генә тыңланы Артур бер туҡтауһыҙ ләпелдәгән ҡатынын. Тулыланып, һаман йәш
сағындағы матурлығын юғалтмаған Әҡлимәһе уға убырлы ҡарсыҡ булып күренде. Тыңлаған һайын уға ҡарата
нәфрәт уты көсәйҙе, түҙемлеге бөтөп, шартларҙай хәлгә етте Артур. Өҫтәл артына,
ашарға ултырғас та, Әҡлимә һөйләүен туҡтатманы.
Кинәт
Артур ҡалағын өҫтәлгә бәрҙе лә һикереп тороп үҙенә хас булмаған тауыш менән: “Хәҙер
мине тыңла, ҡәбәхәт! Һин
генә минең тормошто ағыуланың, алйот булғанмын һиңә өйләнеп! Белгәнең аҡса ла,
биҙәнгестәр, хатта бала табырға ла эшкинмәйһең! Ана һеңлең ауырыу булһа ла
икәүҙе тапҡан! Уларҙы тапшырып ҡайһылай шәп эшләгәнһең! Тәк, иртәнән башлап,
бар эшеңде онотаһың, балаларҙы үҙебеҙгә алып ҡайтасаҡһың! Әгәр быны эшләмәһәң,
күрмәкәйеңде күрһәтермен мин һиңә, ҡыһыр һыйыр! Ух, нисек күрә алмайым мин
һине, май мискәһе! Йөрәгең юҡтыр ул, әллә урынына таш киҫәге! Мин
командировканан ҡайтыуыма балалар өйҙә булһындар... Юғиһә, айырам үҙеңде, бала
тапҡан ҡатын алырмын әле. Һинең менән донъя шатлығын күрмәй йәшәгем килмәй!” — тип ҡыҙҙы ла китте.
Әлегә тиклем ауыр һүҙ ишетмәгән, иренең ундай нәфрәт тулы күҙҙәрен күрмәгән
ҡатын ҡойолоп төштө, яуапҡа бер нәмә лә әйтә алманы. Әйтерен әйтеп бөткән ире
сайҡала-сайҡала йоҡо бүлмәһенә инеп юғалды...
Был
юлы Екатеринбург ҡалаһына ебәрелгән Артур тейешле йөктө тейәп алғас, башҡалар
ыңғайына ялға туҡтаманы, ҡайтырға сыҡты. ГАИ постарындағы милиционерҙар трасса
ла яңғыҙ елгән “КамАЗ”ды туҡтатып, шоферын көслө буранда йөрөмәүе хәйерлерәк,
тип киҫәтһәләр ҙә, уныһы тыңламаны. “Балаларым бәхетенә ҡайтып етермен әле...” — тип үҙ-үҙен тынысландырҙы.
Ысынлап та, юлда көрт һалған урындар байтаҡ осраны, ләкин машина уларҙы бер
тотҡарлыҡһыҙ үтте. Төн уртаһы уҙғас ҡына өйҙә булды Артур, Әҡлимәһе йоҡламаған
ине әле. Ул балаларҙың өлкәнен генә алып ҡайттым, икенсеһенә өлгөрә алманым,
иртәгегә ҡалды инде, тигәс, ул бәйләнеп торманы. Бер нәмә белмәй йоҡлаған ҡыҙы
янында бер аҙ ултырҙы ла, янындағы диванға йығылды. Иртәгеһенә Әҡлимә ире уянмаҫ
үк сығып тайҙы. Ошоға тиклем ғәмһеҙ йәшәп килгән ҡатын күңелендә ҡурҡыу
тойғолары уянды. Артурһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай ине ул. Шуның
өсөн генә уның талаптарына күнергә тура килде. Ләкин күңелендә быға һис риза
булмаған ҡатын мәкерлелеген ташламаны. “Тыумаларҙың миңә ни кәрәге бар...
Боронғолар, әйтмешләй: Етем быҙау аҫраһаң, ауыҙ мороноң май, ә етем бала көтһәң
ауыҙ – мороноң ҡан булыр. Тамуҡҡа ингере, ҡалдырып киттең бит Тәслимә, миңә
бәләләреңде... Ярай, инде ҡыҙыңды алғас та. Үҙемә ярҙамсы булыр, исмаһам. Мал-тыуарҙы ҡарар, йәшелсә
үҫтерешер әле. Ашағанын, кейенгәнен ҡапларға эшкинер. Ә ир бала кәрәкмәй...
Етмәһә сеп-сей, уның һаҫыҡ йүргәктәрен әйләнгән һайын йыуып бысранаһым
юҡ инде. Тик бына Артурҙы нисек алдарға?” — тип баш ватты ул.
Артур
кемдер ҡолағынан, танауынан тартҡылағанға күҙҙәрен асһа, янында ҡыҙы баҫып
тора. Атаһының
уянғанына ҡыуанып: “Әттә, әттә... Әсәйем ҡайҙа ул? Нигә һаман ҡайтмай... Әттә,
тор... әйҙә урамға сығайыҡ”, тип тәтелдәне. Яуапҡа ни әйтергә лә белмәгән ата уны
ҡосаҡлап алды ла арҡаһынан һөйҙө. “Мин һиңә әйттем дә, ул алыҫҡа киткән, һиңә
самокат алып ҡайта... Ә һин әлегә ошнда йәшәп торорһоң, йәме,” — тигән булды. Улар
йыуынып алғас, икәүләшеп сәй эстеләр ҙә кейенеп алып урамға
сыҡтылар. Артур баланы туп-тура зоопаркка алып китте. Ғүмерендә тәүге тапҡыр
ғәзиз балаһы менән кешеләр араһына сыҡҡан Артур үҙендә әлегә таныш булмаған
ҡәнәғәтлелек, ғорурлыҡ тойғоларын, ата бәхетен кисерә ине. Уға бөтәһе лә
ҡарайҙар, көнләшәләр кеүек тойолдо... Зоопарктан сыҡҡас, бала һис ҡайтырға
ашыҡманы. Атаһына етәкләшеп, һөйрәлеп килде, уныһын-быныһын һораны, төпсөндө.
Ҡыҙының ыңғайына атаһы ла мауығып китте, шикелле, һис тә ҡайтырға уйламаны.
Күңелле йөрөнөләр, ләкин ҡышын көндәр ҡыҫҡа бит, ҡараңғы төшә башланы. Бала ла
арыны, шикелле, һорауҙар яуҙырыуын туҡтатты: “Әттә, ҡайтҡым килә... Әйҙә, үҙебеҙҙең өйгә
барайыҡ... Бәлки әсәйем ҡайтҡандыр инде,” — тип атаһының яралы
йөрәгенә тоҙ һипте. Автобусҡа ултырғас улар һүҙ ара һөйләшмәнеләр, йомолоп
ҡалдылар һәм уйҙар диңгеҙенә сумдылар. Уларҙың күңелдәрендә берәү ине: бала
өҙөлөп әсәһен һағынһа, атаһы мәңгегә ташлап киткән донъяла иң ҡәҙерле кешеһен
юҡһынды.
Әҡлимә
икенсе баланы алырға теләге булмаһа ла, уны барып күреп, хәлен белергә булды. Юғиһә, көндө ҡайҙа, нисек
үткәрәһең? Имсәк балалар йорто ҡаланың бер төпкөлөндә урынлашҡан икән. Төш
ауғас ҡына, саҡҡа эҙләп тапты уны Әҡлимә. Үҙендәй йәштәге ҡатын — мөдир менән танышып,
һөйләшеп киттеләр. Әҡлимә баланы сығарып тоттороп ҡуймаһын тип ҡурҡышынан үҙ
хәл-ҡайғыларын: өс бала менән “коммуналканың” бер бүлмәһендә
көн күргәнен, алкаш ире менән ыҙалауын, өҫтәүенә бына һеңлеһе уйнаштан тыуған
балаһын ҡалдырып үлеп китеүен теҙеп һалды. Әңгәмәләшенең дә тормошо еңелдән
түгел икән. Бер-береһен йәлләшеп, һөйләшеп байтаҡ ваҡыт
үткәреп ебәрҙеләр улар. Әҡлимә баланы күреүҙән баш тартты: “Йөрәгем насар...
Күтәрә алмаҫмын...” — тигән булды. Был икәү күңел тоҡтары булғанғасы һөйләшеп,
серләшеп яҡын дуҫтар булып хушлаштылар. Бик һуң ҡайтып инде Әҡлимә. Артуры
баланы йоҡларға һалып, иртәнгегә командировкаға әҙерләнеп, аш-һыу яраштыра ине. Ҡатыны
уның һорауын көтмәй: “Уңманым... Бирмәйҙәр... Әҙерәк үҫә бирһен, шунан
килерһегеҙ, тинеләр” — тип алданы... Ире яуапҡа бер ни ҙә өндәшмәне, ул хәҙер үҙ
яртыһының ҡасан ялғанлағанын, ҡасан дөрөҫөн һөйләгәнен белеп бөткән инде...
Асыуы килһә лә, Артур һиҙҙермәне, “Командировканан йөрөп ҡайтһам, үҙем генә
йөрөрмөн инде. Ниндәй донъя был?! Ни үҙ балалармыды күреп булмай, ней әсәһен
юғалттым... Кемдең ҡәһәре эҙәрлекләй мине?” — тип өҙгөләнде ул. Ауыр
йөрәк менән эшкә сығып китте ир...
Бәлә-ҡаза
яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Был йортто, яратмаған ҡатынын һәм ҡыҙын, әлегә күреп,
ҡулына ла алмаған балаһын оҙаҡҡа ҡалдырасағы уйына ла килмәй ине әле. Миәс ҡалаһында йөктө
бушатып, ҡайтырға сыҡҡанда, ҡараңғы төшә башлағайны. Артур күңеле ниҙер
һиҙенеп, күңеле әрнеһә лә ҡайтырға сыҡты. Хәҙер юлда машиналар ҙа аҙ, тип
уйланы шофер. Миәс ҡалаһы буйға һуҙылған, бер осонан икенсеһенә барып сыҡҡансы
сәғәттәй ваҡыт үтә. Йөк машинаһына ана инде, аҙым һайын светофор, улар араһында
һанһыҙ еңел машиналар ен кеүек бер-береһен уҙып, ҡыуышып
әллә ҡайҙа ашығалар. Ҡаланан сыҡҡас, иркен тын алды Артур. Ярата ул аулаҡ төнгө
юлды. Ләкин бәлә алда көтә ине. “Турғояк”ка етеп барғанда, юл киҫешкән урында,
һулаҡайҙан бер еңел машина атылып килеп сыҡты. Шундуҡ тормозға баҫһа ла ауыр
йөклө машина юлына арҡыры төшкән “Ауди” селпәрәмә килтереп, байтаҡ кире этеп барып
юлдан түңкәреп ауҙарҙы. Артур һикереп төшөп, түңкәрелгән машинаға ташланды.
Унда бер генә йәш егет ине. Кабинанан һөйрәтеп сығарып, көрткә һалғас, иҙеүен
сисеп ҡолағын түшенә терәне, ләкин йөрәк типмәй ине. “Суҡынған нәмә... Тиҙерәк
ҡасырға кәрәк бынан, машина ни хәлдә икән?” тигән уй мейене киҫеп үтте. Һуғылыу
шундай көслө булған, бының бампер ярайһы ғына кәкерәйгән.
Силәбе
өлкәһен сығып өлгөрә алманы Артур. КПМ-да уны туҡтатып,
машинаһының алдын ҡаранылар ҙа, һаҡ аҫтына алдылар. Енәйәт
эше оҙаҡ алып барылманы. Артур бөтәһен дә нисек булған, шулай һөйләп бирҙе. Уны
суд водителде ауыр хәлдә, ярҙам итмәй ташлап киткәне өсөн биш
йылға иркенән мәхрүм итте. Артурҙың үкенеүҙәренең сиге булманы. Адвокат
әйтеүенсә, шунда авария урынын ташлап китмәһә бер ни ҙә булмаҫ ине. “Миңә йәшәү
бөттө... Ул төрмәне күтәрә алмаҫмын инде” — тип ҡайғырҙы. Бигерәк тә
йәнде ҡыйғаны: балалары.
СИЗО-ла
өйрәнмәгән ирҙең ихтыяры тиҙ һынды, унда ултырғандарҙың күпселеге ҡатын-ҡыҙ
арҡаһында. Камерала
ла шуларҙы ҡәһәрләйҙәр, сәйнәйҙәр. Былай ҙа Әҡлимәгә булған нәфрәте тағы ла көсәйҙе.
Ул ғәйепле бөтәһенә лә. Хәҙер мин ултырғас, уға хөрриәт була инде. Малайҙы
барып алмаҫы, ҡыҙҙы ла көткән хәлдә лә яңынан балалар йортона тапшырыуына ул
икеләнмәй ине. Әҡлимә осрашырға килгәйне лә, Артур һөйләшеп тә торманы. Өҫ-баш кейемдәрен генә алды
ла “Башҡаса килеп йөрөмә! Барыһына ла һин ғәйепле! Көтмә мине. Мин һиңә барыбер
ҡайтмаясаҡмын!” — тип екерҙе лә конвоиргә кире камераға алып барыуын һораны.
Иренең холҡон яҡшы белгән ҡатын судҡа ла килмәне. Шулай итеп Артур булған
донъяһы менән бәйләнеште өҙҙө.
Әҡлимә — хәтәр кеше
Көндәр
үтә торҙо, ваҡыт күңел яраларын дауалай тиҙәр. Кемгә нисектер, әммә Әҡлимә Артуры
менән айырылыуҙы еңел кисерҙе. Яңы эш, яңы дуҫтар... Өйҙә лә үҙең баш, үҙең түш тигәндәй,
бер кем ҡамасауламай. Ә инде иренең ултырғанына ай ҙа үтмәне никахтан
төшөрөүгә ризалыҡ яҙылған ҡағыҙы килгәс, ҡатын үҙен бөтөнләй азат тойҙо.
Балалар булмағас, айырылышыуға проблема юҡ. Ваҡытты оҙаҡҡа һуҙманы Әҡлимә,
үҙенән күпкә йәш ир индереп алды янына. Уны үҙе нисек теләй шулай йүгертте. Ә
меҫкен ир барыһына ла күнде. Ни тиһәң дә бай ҡатын, йәшәргә һәйбәт урын, тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн...
Ләкин Әҡлимәгә тыныс, һис мәшәҡәтһеҙ генә йәшәп ятырға тура килмәне. Бер көндө
өйгә участка инспекторы килеп инде. Ул үҙе менән таныштырҙы ла, килеүенең
сәбәбен аңлатты. Баҡтиһәң, Артур иркенән мәхрүм ителгәс, уның һунар мылтығы
алынырға тейеш икән. Хужабикә ҡаршы килмәне, нишләйһең закон шулай ҡушҡас. Тик
бына ҡорал һаҡланған тимер һауыттың йоҙағының асҡысы юҡ ине. Участка инспекторы
күп уйлап торманы күршеләрҙе саҡырттырып, йоҙаҡтың дуғаһын быстырып, акт төҙөп,
өйҙә хужаһын хәтерләткән берҙән-бер нәмә мылтыҡты алып китте.
Яңғыҙы
ҡалғас Әҡлимә сейфта ҡалған ике ағастан һырылып эшләнгән, бер-береһенә оҡшаш
ике ҡумтаны тикшерергә булды. Береһендә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, футляры менән алтын балдаҡ
һәм резинка менән бәйләнгән дүрткә бүленгән аҡса купюралары ине. Уларын һанап
сыҡҡас: “Вәт, крыса! Минән йәшереп йыйған, ә! Ҡайһы арала ундай аҡса
туплап өлгөргән ул... Һуң бит эш хаҡын теүәл генә алып ҡайта торғайны”, — тип уйлап иҫе китте һәм
уға иренә ҡарата күңел төбөндә йылы тойғолар уянды. Икенсе ҡумтала фотолар һәм
хаттар һаҡлана ине. Әҡлимә уларҙы ла алды ла залға үтеп ихласлыҡ менән
ҡабаланмай ғына ҡарап сығырға булды. Төҫлө фотоларҙа Артур ине. Тик Әҡлимә
менән түгел, ә һеңлеһе Тәслимә. Бына улар каруселдә өйрөләләр, күл буйында һыу
төшәләр, ҡайҙалыр өҫтәл артында байрам итәләр. Икеһе лә шат, бәхетлеләр...
Күңелдә ҡайнаған көнсөллөк тойғолары көсәйгәндән көсәйҙе, ирендәр иренең
тамуҡта янғанын теләп нәфрәттәр уҡып шыбырланылар. Фотолар бер-бер арты йыртҡыланып
барҙы. Артабан Артур, һеңлеһе бәләкәй Тәнзилә менән төшкән фотолар эләгә башлағас,
Әҡлимә тамам сығырынан сыҡты: “Бына ҡәбәхәт ир. Ике уртала йөрөгән бит, ә!?
Миңә ҡарағанда шул кәнтәйе менән тыумаһы ҡәҙерлерәк булған икән! Бына күпме
төшкәндәр, тулы эрмитаж! Хоҙай бар, икегеҙ ҙә, эҙләгәнегеҙҙе
тапҡанығыҙ инде”, — тип уйланы. Артабан ҡарап торманы ул: “Ярай, хәҙер мунса мейесенә
Артурҙың булған кейем-һалым, әйберҙәрен, быларын да яндырам! Көлдәрен тирә-яҡҡа һибәм. Улар икеһе лә
минең өсөн юҡ был донъяла!” — тип янды ул. Инде сират хаттарға етте. Беренсе
конверттағы яҙыу Тәслимәнеке ине. “Ҡәҙерлем, берҙән-берем,” — тип башлана ине хат
юлдары. “Бына инде мин палаталамын. Табиптар бер-бер артлы ҡарап сыҡҡас,
һөйләшеп тә торманылар, һалып та ҡуйҙылар. Бер ҙә генә тыныслыҡ таба
алмайым. Ятһам да, ултырһам да, бәпесебеҙ улай-былай әйләнгеләп иҫ-аҡылымды ҡорота. Бында
бер ҡатын балаң илаҡ булыр, тип ҡурҡытҡан була. Эй, көлкө инде.
Үҙен шундай белем эйәһе итеп күрһәтә, үҙе тәү тапҡыр бушанырға килгән. Алып
килгән нәмәләрең өсөн ҙур рәхмәт, ҡәҙерлем. Палатағылар: “Ҡалай һәйбәт еҙнәң
бар”, — тип әйтәләр. Ә миңә шундай уңайһыҙ, оят булып китә. Бер
туған апайымдың бәхетен урлап йәшәгәнемде белмәйҙәр шул.” “...Бөгөн тағы
табипта булдым. Өсәүләп минең “ауырыу тарихын” ҡарап, миңә ҡат-ҡат һорауҙар бирҙеләр.
Палатала үҙемде ҡараған бүлексә табибынан бала янына ҡайтарыуҙы һорағайным. Ул
миңә сәйер генә текләп ҡарап торҙо ла “Ярамай, һинең беҙҙең күҙ алдында булыуың
хәйерлерәк. Хоҙай бирһен, һәйбәт кенә бушанһаң, һиңә операция тәғәйенләнгән...”
тип, ауыр көрһөнөп сығып китте. Әллә нимәне йәшерәләр улар. Күҙ ҡараштарынан
һиҙенәм, минең хәлдәр яҡшынан түгелдер. Бөгөн яҫтығымды ҡосаҡлап туйғансы илап
алдым. Ниңә генә миңә Хоҙай ундай яҙмыш биргән икән?! Ниндәй хурлыҡ, бер туған
апайымдың ире менән йәшертен йәшәп ятсәле?! Һинең менән араларҙы өҙөргә ине лә
ул, ә минең мөхәббәтем киреһенсә, көсәйгәндән-көсәйә. Бөгөн һин
командировкалаһың... Бөгөн һиңә кисәге төшөмдө һөйләй алманым, уңайһыҙландым...
Атай менән әсәй беҙгә ҡаланан күлдәк алып ҡайтҡандар икән. Апайыма зәңгәр, ә
миңә шау сәскәле... Иң башта икебеҙ ҙә кейенеп алып,
ҡыуандыҡ. Тик миңә апайымдың күлдәге нығыраҡ оҡшаны. Мин бер юлы ике күлдәкле
булғас, эй ҡыуанған булам. Сәйер төш, нимәне аңлата икән. Белһәң инее, Артурым, нисек минең апайымды
һағынғанымды. Бала саҡтағы кеүек иркәләнгем, уның менән һөйләшкем, серләшкем
килә. Бөгөн төнө буйы ауырып сыҡтым, шунан әллә ниндәй укол ҡаҙағайнылар, бер
ни белмәй йоҡлап киткәнмен. Рәхмәт инде, Артур, ҡыҙымды алып
килгәнһең... Эй, ҡыуанып ҡалдым... Артурым, әллә нишләп хәлем хөртәйә. Врач
бәпәйләр алдынан шулай була ул, тип йыуатҡан була. Ҡыҙыҡ, мин Тәнзиләбеҙҙе
тапҡанда былай ыҙаланманым ул. “Бөгөн 29 декабрь... Төш медсестра: “Һөйөнсө,
еҙнәң иртә менән тағы бер “Гастроном” тейәп килгән. Сәләм әйтте үҙеңә, командировкаға китеп
бара икән, тине. Яҙғаныңды уҡып ҡыуандым... Рәхмәт, ҡотлауың өсөн! Мин дә апай
менән икегеҙҙе ҡотлайым... Яҙам, яҙам да үҙ-үҙемдән көлкө килә. Йәш ҡыҙ
кеүек, көндәлек тотҡан булам... Ярай, алла бирһә, иҫән-һау сыҡһам, һиңә уҡытып
тормаҫмын яндырырмын инде. Һағындым бөтәгеҙҙе лә: апайымды, һине, ҡыҙымды... Ҡайтҡы килә...”
Артабан
Әҡлимәнең уҡырға түҙемлеге бөттө, йөрәккә тоҙ һиптеләрме ни әрнеп һыҙланы,
күҙҙәргә йәштәр тығылды. Һеңлеһенең һағышы хәсрәте һеңгән табаҡ-табаҡ яҙыуҙары
менән битен ҡаплап, үкһеп иланы ла иланы апай кеше. Ағарынған, сәстәре
туҙған, күҙҙәре ҡыҙарып шешенгән һөйәркәһенә эштән ҡайтып ингән Камил танымай
торҙо. Өҫтөнән кейемендә һалып тормай, Әҡлимә янына үтте лә:
Ҡәҙерлем, нимә булды һиңә? Төҫөң ҡасҡан, әллә ауырып киттеңме? — тип ҡосаҡлап
алды.
Мин ысынлап та ошоға тиклем ауырыу булғанмын икән... Нисә кешенең яҙмышын
селпәрәмә килтергәнмен. Тик
әле һуң түгел, төҙәтеп була, Камил... әйҙә айырылышайыҡ... һин ғаиләңә ҡайт...
Мин хәҙер башҡаса йәшәргә тейешмен. Беләһеңме, һеңлемдең мин “тыумалар” тип
даулаған балаларының аталары Артур булған икән. Ә мин шуны белмәгәнмен, иҫәр... Иртәгәнән башлап
йөрөйәсәкмен, балаларҙы кире аласаҡмын, үҙем аяҡҡа баҫтырам, Алла бирһә. Эй, хоҙайым
гонаһымды ярлыҡа инде. Һин мине аңларға тейешһең, Камил... – тине ул.
Уныһы
эсенә һыймаҫлыҡ шатлыҡ менән хупланы Әҡлимәнең әйткәндәрен. “Был ҡатында ла
йөрәк, кешелелек тойғолары ҡалған икән әле” — тип уйланы. Түҙемле генә тыңлап
бөткәс, ул: “Һин дөрөҫ ҡарарға килгәнһең Әҡлимә. Һеңлеңдең балалары етем үҫергә
тейеш түгелдәр”, — тип тамаҡ ҡырҙы ла, шифоньерҙан сумаҙан алып, әйберҙәрен йыя башланы.
Күңелендә байрам ине ирҙең. Күптәнән был йәбешкәктән ҡотола алмай интегә ине.
Кире уйлап ҡуймаһын тигән кеүек, тиҙ генә сығып тайҙы.
Балаларҙы
хөкүмәткә тапшырыуы еңел булһа ла, үҙеңә кире алыуы бик мәшәҡәтле булып сыҡты. Ләкин үткер ҡатын бөтә
урындарҙа ла алдында булған кәртәләрҙе йырып сыҡты. Законды боҙһалар боҙҙолар,
әммә уға берәү ҙә ҡаршы килмәне. Ярай әле, Артур менән айырылышмаған, никах ҡағыҙы — төп документ ҡулда.
Иренә һис һүҙһеҙ эштән һәйбәт характеристика эшләй, эш хаҡын да һәйбәт ала, тип ҡағыҙ бирҙеләр.
Йәшәү йорттарына акт төҙөгәндә шаһит булған күршеләрҙең берәүһе лә, Артурҙың
төрмәлә ултырыуын әйтмәнеләр. Ҡала советында булған ултырышта,
нисектер, ирен командировкала алыҫ юлға йөрөй тип алдағанға ышандылар һәм
балаларҙы бирергә тип ҡарар сығарҙылар.
Ҡыуанысынан
үҙен етенсе күктәрҙә тойған Әҡлимә, был төндә йоҡлай алманы. Тәнзиләгә тип
һатып алған кейем-һалымды ҡат-ҡат барланы. Үҙе лә иртәгә кейәсәк күлдәк һайлап
гардеробтың аҫтын-өҫкә килтерҙе. Керпек тә ҡаҡмай таңды ҡаршыланы бөтөнләй
икенсегә әйләнгән Әҡлимә. Күпте күргән балалар йорто директоры “Алыр булғас,
ниңә бында тапшырҙығыҙ һуң?” — тине лә башҡаса бәйләнеп торманы. Тәрбиәселәргә
баланы тапшырырға ҡушып, Әҡлимәгә кофе эсергә тәҡдим итте. Бына ҡулына ҙур
булмаған төргәк тотҡан тәрбиәсе Тәнзиләне етәкләп килеп инде. Балалар йорто
директоры уның янына килде лә, арҡаһынан һөйөп: “Бына, ҡыҙым, һине инәйең
алырға килгән... Хушлашабыҙ инде һинең менән”, — тине. Ҡурсағын
ҡосаҡлаған бала “инәһенә” ҡалҡып ҡараны. Был мул буяулы йөҙлө ҡатын уға таныш
кеүек тойолдо. Әҡлимә тулҡынланыуын йәшереп, яғымлы ғына һүҙ башлағайны тамағы
ҡарлығып тауыш әллә ниндәй икенсе, ҡырағай булып яңғыраны. Әйтерен әйтә алмай
сырайы һытылған ҡатынды бала ҡасандыр, үҙен аяуһыҙ туҡмаған, бикле тотҡан әҙәм
икәнен танып янындағы тәрбиәсенең итәгенә йәбеште: “Бармайым, ул насар инәй!
Ул туҡмай!” — тип сәрелдәне... Әҡлимә үҙе лә белмәй, нисек сәбәләнгән
баланы машинаға алып сығарып ултыртҡанын. Йорттан сыҡҡас Тәнзилә ҡулдан ысҡынып
тротуар буйлап югерҙе. Инәһе уны ҡыуып етеп ҡосаҡлап алғайны, бала көслөрәк
аҡыра башланы. Ләкин ҡатын уны был юлы ысҡындырманы, матҡып ҡосаҡлап алды ла
машинаға атланы. Таксис та, әҙәм көлкөһөнән арыраҡ булайыҡ, тигәндәй, ишек ябылыу
булды, газға баҫты. Баланың һаман сәбәләнеп, сәрелдәүенә Әҡлимәнең түҙемлеге
бөттө, шикелле. Ҡапыл ҡосағын бушатты ла, битен устары менән ҡаплап ҡысҡырып
илап ебәрҙе: “Эй, балаҡайғынам инде нимә генә эшләйем инде?! Ҡайһылай
бәләкәй булһаң да ҡаты күңеллеһең, яманлыҡты онотмайһың! Ғәфү ит инде
балаҡайым, башҡаса ҡул күтәрмәҫмен! Тик тыныслан инде, зинһар”, – тип инәһенең
һамаҡлаған, сеңләүе тәьҫир итте. Илауынан туҡтап һулҡылдай-һулҡылдай бара бирҙе.
Әҡлимә әллә күпме шулай илап килер ине, әгәр таксист: “Ну донъя! Ну, ҡыҙҙар!
Хәҙер бәләкәйе баҫылды, өлкәнен йыуатырға кәрәк инде”, – тип көлгәйне, Әҡлимә
оялышынан туҡтап, кеҫәһенән ҡулъяулыҡ аллы ла, иң тәүҙә баланыҡын, унан
үҙенекен һөрткән булды. Тиҙҙән Өфө буйлап елгән таксиҙа тыныслыҡ хөкөм һөрә ине.
Йылы ҡосаҡ, иркәләүҙе һағынған Тәнзилә инәйенең тубыҡтарында йоҡоға киткәнен
һиҙмәй ҙә ҡалды. Бала күңеле ана инде, Тәнзилә бик тиҙ ылыҡты
инәйенә, әсәһенең юҡлығын да һиҙмәй башланы. Бер аҙҙан был йортта тыныслыҡ
бөттө. Йә имсәк бала илап ебәрә, йә Тәнзиләнең иркә тауыштары ыңғырай, ҡапҡа
эсенә йәм биреп бала кейемдәре елдә елберҙәй, Әҡлимә үҙе лә үҙгәрҙе. Ғүмере
уйламаған, күҙ алдына ла килтермәгән мәшәҡәтле тормош ҡосағында ҡайнай ине. Ул
иң башта ҡыйын булды, ләкин үҙ-үҙен сикһеҙ бәхетле итеп тойҙо, түҙҙе. Тәбиғәт биргән,
ләкин әлегә йомоҡ әсәлек тойғолары уянды унда. Балалар икеһе лә ауырыуҙарға йомшаҡ
булдылар, күпме йоҡоһоҙ төндәр улар янында үтте. Уларҙы яратыуы менән Артурҙы
һағыныуы көсәйҙе. Ләкин ул һыуға батҡандай ғәйеп булды. Тырышҡанда уның ҡайҙа
икәнен табырға була ине лә ул. Тик бала тәрбиәләүгә ихласлыҡ менән бирелгән ҡатын бара-тора уны онотто.
Бер
ваҡыт Артурҙан хат килеп төштө: “ Әҡлимә... минең сейфта аҡса бар, шуларҙы
минең балаларыма тотон, мылтыҡты һат” тигән һүҙҙән башҡа бер нимә, хатта кире
адрес та юҡ ине. Әҡлимә
эшһеҙ ятырға уйламаны. Сөнки пособиегә генә йәшәп булмай ине, аҡса яғынан
ҡытлыҡ кисермәне ул. Балаларҙың өҫ-башы бөтөн, тамаҡтары туҡ
булды. Ә уларҙың фатирына кеше индереп аҡсаһын балаларҙың һаҡлыҡ кенәгәләренә
бүлеп һалып барҙы. Ҡыҫҡаһын әйткәндә, Әҡлимә бына тигән кеше
булып сыҡты. Күңелендә ул балаларҙың аталарының ҡайтыуын көттө. Ваҡыт үтә торҙо
Тәнзилә дүрттә уҡый, Заһир беренсе класҡа бара. Шунда ул: “Әсәй, беҙҙең
атайыбыҙ юҡмы ни?” — тип һорап аптырауҙа ҡалдырҙы. Ләкин тиҙ арала аталары был
донъяла барлығын бар икәнен үҙе белдерҙе. Бер көн эштә: “Әҡлимә, һин срочно
телефонға ҡыҙың саҡыра...” тип әйтеп киттеләр.
Әҡлимә,
берәй нәмә булдымы икән әллә, тип ҡурҡыуынан станоктарға ҡағыла-һуғыла,
юлдағыларҙы этеп-төртөп диспетчер бүлмәһенә барып еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. “Әле,
ни булды ҡыҙым?! – тип саҡ-саҡ һорай һалды. “Әсәй, әллә ниндәй бабай килеп
инде. Әле
ҡапҡа эсендә ултыра. Минең исемемде белә Заһир, өйҙә юҡ, мәктәптән ҡайтмаған.
Мин ҡурҡам, ҡасан ҡайтаһың?” - тип иламһыраны Тәнзилә. “Артур ҡайтҡан!” — тигән уй мейене киҫеп
үтте. Әҡлимә шунда уҡ мастерҙан һораны ла ҡайтырға сыҡты. Автобус көтөп
торманы, такси ялланы ул.
Тәмәкеһен
быҫҡытып уйҙарға батып ултырған саҡырылмаған ҡунаҡты үҙенең өҙөлөп көткән
кешеһен арттан боҫоп ҡарап торҙо. Элекке киң яурындар дуғалай һалынғандар, тос
тығыҙ кәүҙә йоҡарған... Әҡлимә нишләргә лә белмәне, күңелдә һағыныу тойғолары
уяндылар, ҡосағына ташланғыһы килде уның. Кинәт Артур һиҫкәнеп әйләнде. Уның
һалҡын ҡараштары менән осрашҡас Әҡлимәлә алдында донъяла иң ҡәҙерле кешеһе
түгел, ә убыр тора кеүек тойолдо. Уның алдында битен аяуһыҙ тәрән һырҙар
баҫҡан, сал сәсле бабай баҫып тора ине: төпкә батын ингән күҙҙәр һалҡын, аяуһыҙ
ҡараш. Һүҙҙе Артур үҙе башланы:
— Һаумы, Әҡлимә! Бына мин
ҡайттым... Баланы ҡурҡыттым шикелле... – башҡаса бер ни әйтә алманы сәсәп
юткерә башланы. Әҡлимә: “Әйҙә үт үҙ өйөң бит”, — тине лә алға атланы.
Түҙемһеҙлек менән көтөп торған Тәнзилә: “Әсәй, әсәй... Кем ул? Ниңә уны өйгә
индерәһең? Ҡурҡыныс кеше бандитҡа оҡшаған... Ирем тейһеңме? Һе, ошо
бабаймы? Әсәй, алдашма... Беҙгә бер кем дә кәрәкмәй. Әсәй, мин
унан ҡурҡам. Был һүҙҙәрҙе бышылдап ҡына әйтелһә лә, Артур ишетеп
ултырҙы.
Бар душҡа ин, йыуынып ал, ҡырын. Бына таҙа кейемдәр өҫтөңдө алмаштыр... Хәҙер
малай мәктәптән ҡайта.
Киске
ашҡа дүртәүләп ултырҙылар. Әҡлимә Артурҙы был хәҙер беҙҙең менән йәшәйәсәк
минең ирем тип таныштырҙы, унан һеҙҙең атайығыҙ була, тип өҫтәргә уйлағайны,
тик тел әйләнмәне. Ул
арала Тәнзилә: “Минең ашағым килмәйсе” тип урынынан тороп китте, уның артынан
Заһир ҙа эйәрҙе. Артурҙың да, Әҡлимәнең дә тамағына аш барманы, айырым
йоҡланылар. Иртәгеһенә Артур өйҙәгеләр тормаҫ борон кейенеп сығып китте. Хәйер,
дежур магазины асыҡ булған икән. Бер ярты араҡы, ашарға алды ла тау итәгенә
күтәрелде. Бер-икене төшөрөп алғас, күңеле йәнләнгәндәй булды... Инде ҡояш
байтаҡ күтәрелгәс, Артур сайҡала-сайҡала ҡәберлеккә
йүнәлде. Был көндө Артур эҫе тип верандаға күсте. Көндәр үтә торҙо ул элекке
урынына эшкә урынлашты. Ҡосаҡ йәйеп ҡабул иттеләр Артурҙы. Балалар менән уртаҡ
тел табыуҙан өмөтөн өҙгән ата өйҙә улар янында күҙ көйөгө булғансы күберәк
командировкаларҙа йөрөргә тырышты. Балалар ҙа уның янында йөрөмәҫкә
тырыштылар. Артур квартирантҡа әйләнде. Күңелле тауыштар яңғырап торған өйҙә, ул күрендеме, тынлыҡ урынлаша ине.
Балалар был ят, сәйер кешегә өйрәнә башланылар. Улар тик шуны аңламанылар.
Әгәр Артур ағай әсәләренең ире булһа, ә уларҙың аталары ҡайҙа һуң? Был һорауға
яуап алыр өсөн ынтылманылар. Әсәләре менән Артур ағай араһында ниндәйҙер серле,
йәшеренгән бәйләнеш барын һиҙәләр ине. Артур үҙенә балалар арлы-бирле һүҙ ҡуша башлағас
ҡына ул “ҡыҙым”, “улым” тип өндәшә башланы. Тик ниңә улар бергә кеше араһына
сығып йөрөмәйҙәр, айырым йоҡлайҙар, ниңә ул ағай шулай оҙаҡ төрмәлә булған?
Артур
Әҡлимәһенә бер ҙә ылыҡманы, ваҡыты ла булманы. Эсе бошоп, күңеле тулып китһә, ипләп кенә
ат эҙләйем, тип ҡәберлеккә Тәслимәһе янына ашығыр ине. Артур бында барыбер
толҡа тапманы, Себергә сығып китте. Балалары үҫеп етеп, уҡыуға инделәр. Һәр саҡ
өҫ-баштары
бөтөн, бер нәмәнән дә ҡытлыҡ кисермәнеләр. Бәлиғ булыуҙарына Артур улына өс,
ҡыҙына ике бүлмәле фатир һатып алып бирҙе. Бына хәҙер ике йыл инде Себерҙән
ҡайтып килгәненә. Балалар һаман ятһыранылар, яңғыҙлыҡҡа күнгән Әҡлимә лә иренә
ылыҡманы.
Туй
тамамланып ҡунаҡтар оҙатылғас, Әҡлимә төп ҡоҙағыйҙарҙы алып ҡалды. “Айырым ғына
аулаҡлап һөйләшеп алайыҡ” тип хәйләләне ул. Инде нисә йылдар йөрәктә таш булып әрнеткән серҙе
сисәһе килде уның. Өҫтәл артынан урын алғас, сикәләре янып ауыҙы ҡолағына еткән
Әҡлимә ҡапыл етдиләнеп, Артурға ҡарап алды ла һүҙ башланы: “Ҡоҙа һәм ҡоҙағый,
ҡыҙыбыҙ һәм кейәүебеҙ һәм дә улыбыҙ! Аллаға шөкөр, туй бик һәйбәт үтте,
барығыҙға ла рәхмәт. Мин һеҙҙе алып ҡалыуымдың сәбәбен аңлатып бирәйем. Беҙҙең
ғаиләбеҙҙең серен асаһы килә. Тәнзилә менән Заһир минең үлеп ҡалған һеңлем
Тәслимәнең балалары... Рәхмәт инде, мине әсәй тип үҫтеләр, аҡыллы, тыңлаулы
булдылар. Балаҡайҙарым, һеҙ атайыбыҙ ҡайҙа тип мине аҙ йөҙәтмәнегеҙ. Бына һеҙ
“ағай” тип йөрөткән кеше, ул һеҙҙең атайығыҙ. Ә метрикағыҙҙа икенсе исемдәр
яҙылған”. Тәнзилә менән Заһир бер-береһенә ҡарашып өнһөҙ ҡалдылар.
Беренсе булып Тәнзилә иҫенә килде: “Ҡара әле, ҡустым беҙҙең атайыбыҙ яныбыҙҙа
йөрөгәндә... Атай, атаҡайым ҡырыҫ булғаныбыҙ өсөн ғәфү ит беҙҙе! Белһәң ине беҙ
һине нисек көткәнде! — тип урынынан һикереп тороп Артурҙың муйынына аҫылынып иларға
тотондо, улы ла атаһының икенсе яҡтан йәбеште. Шатлыҡ күҙ йәштәре ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙан да бәреп
сыҡты. Тик Әҡлимә генә үҙгәрешһеҙ ҡалды, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй иркен тын
алды ла, урынынан тороп сығып китте. Кәртә артынан сыҡҡас, ул туфлиһын, алъяпҡысын сисеп
үләнгә ырғытты ла, рәхәтләнеп бала саҡтағы кеүек ялан аяҡ Артур тапаған
һуҡмаҡтан атланы.
Һаумы, Тузя. Бына ҡыҙыңды эйәле-башлы итеп ҡуйҙыҡ... Тиҙҙән улың өйләнә. Миңә
асыуланма, хәҙер балаларың атайҙары кем икәнен беләләр. Һиңә ҡылған
гонаһтарымды аҡланым, шикелле. Хәҙер һинең алдыңда минең күңелем тыныс. Хуш
бул, һеңлем, — тип өндәште ул һеңлеһенең рәсеменә. Зыярат ҡапҡаһының
келәһен элгәс кенә Әҡлимәнең күҙ йәштәре бәреп сыҡты. Уларҙы һөртөп тә торманы,
оялаһы кеше юҡ ине. Яулығын ҡулындағы елберәтеп күҙ йәштәрен түгә-түгә атлаған ялан аяҡ
ҡатынға бейәгә атланған Артуры ҡаршы саба ине. Үҙ яртыһының янына килеп
уйнаҡлап торған бейәһенең өҫтөнә биленән ҡыҫып ҡына күтәреп алды. Әҡлимә иҫенә
килеп өлгөрмәне, инде онотолған таныш, ҡасандыр ҡәҙерле ирендәр, ҡайнар һулыш
бәреп: “Әҡлимәкәйем, ҡәҙерлем минең... Ғәфү ит мине... Яратам үҙеңде...” тип
ҡомһоҙланып шыбырланылар. “Атаҡ, атаҡ нимәшләйһең? Бына оятһыҙ, кеше күрә бит!
Ой, оятһыҙ!” – тигән булып сәрелдәп, сәбәләнгән булды, ә үҙе ҡуйынға
нығыраҡ һыйынды. Тәнзилә менән Заһир уларҙы юғалтып, кейәү егет менән өсәүләшеп
кәртә артына сыҡҡайнылар, ни күрәләр: күпереп үҫкән бәпкә үләне өҫтөнән
балаҡтары төрөлгән атай кеше менән икенсе әсәләре, йәштәр кеүек етәкләшеп,
көлөшә-көлөшә ашыҡмай ғына, арттарынан Ерәнсәйҙе эйәртеп, ҡайтып китәләр ине.
Уларҙы тәүге тапҡыр бергә күреп Тәнзилә менән Заһир күҙҙәренә йәш алып
ҡуйҙылар. Кейәү кеше: “Ҡара әле, кәләшем, улар беҙҙән дә бәхетлерәк күренәләр
түгелме һуң?” — тигән булды. Тәнзилә: “Шулай булһын инде, хоҙайым, күпме бер-береһенә яттар булып
йәшәнеләр ... Әйҙәгеҙ, уларҙы оялтып ҡарап тормайыҡ, өйҙә көтәйек...” – тип күҙ
йәштәрен һөртөп ҡуйҙы.

Мансур БАҺАУВ.

Август 2019

йыл
Читайте нас: