+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Февраль 2020, 12:28

Яугир атайым тураһында иҫтәлектәр

Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһармандары араһында Курск дуғаһында оборона осоронда Башҡортостанда төҙөлгән 112-се кавалерия дивизияһының 294-се полкының 3-сө эскадронында һуғышып, немец илбаҫарҙарына ҡаршы яуҙа ҡатнашҡан һәм һәләк булған атайым тураһында бер шәлкем иҫтә ҡалғандарҙы гәзит уҡыусыларға еткерергә уйлайым.

Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһармандары араһында Курск дуғаһында оборона осоронда Башҡортостанда төҙөлгән 112-се кавалерия дивизияһының 294-се полкының 3-сө эскадронында һуғышып, немец илбаҫарҙарына ҡаршы яуҙа ҡатнашҡан һәм һәләк булған атайым тураһында бер шәлкем иҫтә ҡалғандарҙы гәзит уҡыусыларға еткерергә уйлайым.

Мәхмүтдин олатайым 35 йәшендә үлеп ҡалған. Ул ваҡытта атайым 3 йәшлек кенә малай булған. Олатаһы Шаһимырҙан ҡарт килене, өләсәйем Йәнифәне ҡайтармай, кесе улы Хәсәнгә әйттерәләр. Атайым ағаһы ҡулында буй еткерә. Ул ваҡытта Граждандар һуғышы барған осор була. Үҫмер, 14-15 йәштәрендә ҡаҙаҡ яҡтарына ялланып, эшләргә сығып китә. Бер йылдан ашыу йөрөгәс, ҡолонло бейәгә атланып ҡайтып төшә. 1917—1918 йылдарҙа аҡтар һәм ҡыҙылдар Рысҡужа халҡы йәйләүҙә саҡта ауылға һуғылып үткән. Ҡаран тауында, ауыл араһында соҡорҙа, окоптарҙа беҙ, малайҙар, граната, пистолет, мылтыҡтар, ҡылыстар йыш таба инек. Хатта беҙҙең баҡсала ла картуф сәсеү өсөн ер ҡаҙғанда килеп сыҡты. Аҡтар сигенгән осорҙа атына арбаһын ектереп, атайымды үҙҙәре менән алып китәләр. Ул шул китеүҙән бер нисә ай үткәс, төн уртаһында һыбай ҡаса. Байтаҡ ваҡыт үткәс кенә Рысҡужаға ҡайтып етә.

Ир-егеттәр Ырғайҙы ауылында алтында эшләгәндәр. Атайым ир ҡорона еткәс, Ҡаҙмаштан Мәрхәбә исемле ҡыҙға өйләнгән. Мәскүрә апайым донъяға килгән. Апайым тыуғандан һуң, бер йыл тирәһе үткәс, атайымды һалдатҡа алалар. Буденныйҙың кавалерия армияһында хеҙмәт итә. Әсәйем мәрхүмә һөйләүенсә, Ҡара диңгеҙҙә карапҡа ултырыр сағында Ибраһимбәк тигән ҙур кешене ҡулға алыуҙа ҡатнашҡан. Армиянан ҡайтҡас күп тә тормай, Мәрхәбә инәйем икенсе бала тапҡандан һуң, яман ауырыуға дусар булып, үлеп ҡала. Ул вафат булмаҫ борон атайым әсәйемә өйләнгән була. Инәйҙе әсәйем мәрхүмә тәрбиәләп оҙата.

Коллективлаштырыу башлана, колхоздар барлыҡҡа килә. Атайым ат арбаһы, сбруй, быҙауы менән һыйыр биреп колхозға инә. Төрлө эштәр башҡара — колхозда доставщик та, бригадир ҙа була. Мин иҫ белә башлағанда өс ат егеп, косилка менән бесән саба инек. Эшкә сығыр сағында «косилкаға ултырт» тип илағас, ҡапҡа алдында аттарын етәкләп, мине алып йөрөп, шунан бесән сабырға китер ине. Ҡаҙмаш ауылы аръяғында, Ҡырмай тауы башында, бесән сабып, күбәләр булған. Бер көн кәбән һалырға киттек. Мине бәләкәй саҡтан уҡ атҡа мендереп өйрәткәйне. Атайым кәбән һала, әсәй күбә ебәрә, мин ат менән яйлап ташыйым. Әсәй күбә ебәрһә: «Анааа, атайыңа бар, ағасҡа һуҡма, ҡырҙан үт», — тиер ине. Ә атай, арҡанды ысҡындырғас, атты бороп әсәйгә ебәрер булды. Шул йылдың көҙө атайым һуғышҡа китеп барҙы. Бына шулай Шәрәфетдин Мәхмүтдин улы Мәхмүтов хәрби хеҙмәттә лә, һуғышта ла кавалерист була. Фашистарға ҡаршы аяуһыҙ һуғышып, полк командиры Гәрәй Нафиҡов менән бер көндә һәләк булалар. Уның ҡайһы ерҙә ятып ҡалыуы хаҡында ла белмәнек.

Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлемен үҙемә һаулыҡ, ғүмер биреп, 55 йыл эҙләгәндән һуң, атайым ерләнгән урынға Липецк өлкәһенең Тербуны ауылына улым Хәниф, ейәнем Арыҫлан, кейәүем Руслан менән барып ҡайттым. Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы яңыртылған обелиск янында ҙур байрам үткәрҙеләр. Элекке Курск өлкәһенә ҡараған Тербуны ауылында беҙҙең яҡташыбыҙ Вәхитов Замир йәшәй. Уның «Осҡон» гәзитендә сыҡҡан мәҡәләһендә минең атайымдың да фамилияһы бар ине, шул яҙма аша ҡәҙерле кешемдең мәңгелек төйәген таптым. Иҫтәлекле сәфәрҙә БСТ хеҙмәткәре Таһир Вәхитов та булды, ул тапшырыу төшөрҙө.

Биш йәшлек сағымда иҫемдә ҡалған хәтирәләремде һәм әсәйем, өләсәйем һөйләгәндәрҙе аҡ ҡағыҙға яҙып ҡалдырырға тырыштым. Бөйөк байрам — Еңеүҙең 75 йыллығын үткәргән ваҡытта беҙҙең тыныслыҡ өсөн баштарын һалған яугирҙәр, фашист ҡорбаны булғандарҙың барыһын да иҫкә алһындар ине. Килер быуындарға аманат булһын, улар яугир атай-олатайҙары хаҡында белеп үҫһен.

Әфләх МӘХМҮТОВ.

Йәнгел ауылы.
Читайте нас: