+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Февраль 2020, 10:40

Милли проекттар нисек үтәлгән?

Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында мөһим мәсьәлә - республикала уҙған йылда милли проекттарҙың үтәлешенә йомғаҡ яһау һәм ағымдағы йылға өҫтөнлөклө бурыстар билдәләү ҡаралды.

Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында мөһим мәсьәлә - республикала уҙған йылда милли проекттарҙың үтәлешенә йомғаҡ яһау һәм ағымдағы йылға өҫтөнлөклө бурыстар билдәләү ҡаралды. Ултырышты Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров алып барҙы.

– Уҙған йыл республикала ҙур объекттар төҙөлдө, төрлө мөһим саралар үтте. Улар араһында 21 мәктәп, 22 балалар баҡсаһы, 2 балалар поликлиникаһы, 33 ФАП, мәҙәниәт йорттары, торлаҡ һәм башҡалар бар. Һуңғы бер нисә йыл республикала бындай төҙөлөш булғаны юҡ, – тине Андрей Назаров. – Тик милли проекттарҙың ҡайһы берҙәрендә етешһеҙлектәр булды. Был айырыуса “Демография” милли проектына ҡағыла. Бүленгән аҡса 100 процент үҙләштерелмәне. Быйыл ошоноң кеүек проблемалар булмаһын өсөн бөгөндән ең һыҙғанып эш башларға кәрәк.

Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуҙы мониторинглау һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.

Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса Андрей Назаров һәр объект буйынса юл картаһы әҙерләү, дәүләт контракттарын төҙөү ваҡытын тиҙләтеү, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә муниципаль берәмектәр хакимиәттәре менән хеҙмәттәшлекте нығытыу кеүек талаптарҙы үтәү бурысын ҡуйҙы.

Бынан тыш Хөкүмәт Президиумы ултырышында “Башҡортостан ихталары” проектын тормошҡа ашырыу тәртибенә үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе ҡаралды.

Читайте нас: