+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Февраль 2020, 10:25

Ҡый туҙып ятмаһын өсөн

Район хакимиәте башлыҡтары һәм төбәк операторҙары ҡатнашлығында уҙған был ултырышта көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуға түләүҙәр буйынса аңлашылмаусанлыҡтар, сүп-сарҙың ваҡытында сығарылмауы, контейнер майҙансыҡтарына юлдарҙың булмауы тураһында һүҙ барҙы.

Район хакимиәте башлыҡтары һәм төбәк операторҙары ҡатнашлығында уҙған был ултырышта көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуға түләүҙәр буйынса аңлашылмаусанлыҡтар, сүп-сарҙың ваҡытында сығарылмауы, контейнер майҙансыҡтарына юлдарҙың булмауы тураһында һүҙ барҙы.Контейнер майҙансыҡтарын инвентаризациялау һәм яңынан күсереп теркәү буйынса эш тамамланған. Әлеге ваҡытта ойошмаларҙың майҙансыҡтарын инвентаризациялау, улар менән операторҙар араһында килешеүҙәр төҙөү эше алып барыла. Төбәк операторҙары ҡалдыҡтарҙы сығарыу маршрутын төҙөгән. Был аҙнанан майҙансыҡтарҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы фототеркәү системаһын һынап ҡарау башлана

- “RM: Контейнер майҙансыҡтары” системаһы эше 16 марттан старт алырға тейеш. Төбәк операторҙарының системаны тикшереүгә ҙур яуаплылыҡ менән тотоноуын теләйем, – тип белдерҙе Андрей Назаров.

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу өсөн контейнер майҙансыҡтары проектын тәҡдим итте. Эксперттар фекеренсә, ҡапҡаслы пластик евроконтейнерҙар заманса, уңайлы һәм экология талаптарына яуап бирә.

- Иҫке тимер контейнерҙарҙан баш тартырға ваҡыт, улар ҡала һәм ауылдарҙың йөҙөн боҙа, төбәк операторҙары талап иткән техник талаптарға яуап бирмәй. Яңы контейнерҙар ҡуйыу көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы кимәленә сығырға һәм суп-сарҙы айырып йыйыуҙы ғәмәлгә индереүҙә ярҙам итәсәк, – тип билдәләне Борис Беляев.

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу реформаһы ил Президентының май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проектын бойомға ашырыуҙың бер этабы булып тора.

Читайте нас: