+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Февраль 2020, 11:52

«Ҡарлы десант» төштө районға

Өфө дәүләт авиация-техник университетының «Быуындар ҡеүәте» студенттар отряды икенсе йыл районға килде.

Өфө дәүләт авиация-техник университетының «Быуындар ҡеүәте» студенттар отряды икенсе йыл районға килде. Сәфәрҙәренең төп маҡсаты — өлкән класс уҡыусылары араһында профориентация эше алып барыу, ауылдарҙа яңғыҙ көн иткән ололарға ярҙам итеү.

Таһир Кусимов исемендәге гимназия үҙенең тыуған көнөн билдәләгәндә «Ҡарлы десант» тип исемләнгән студенттар отряды килеп төштө. Бәхетленең ҡунағы бер көндә тигәндәй, уларҙың сәфәре уҡыусылар өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Студенттар икешәр-өсәр бүленеп балаларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, тамашалар залында бәләкәй кластар өсөн флешмоб-дискотека, спорт залында гимнастика күнекмәләре үткәрҙе.

БДУ, ӨДАТУ, БДПУ-ла белем алыусы 17 студентты берләштергән был отряд биш көн эсендә Таштимер, Дәүләт, Ишҡол, Гусев ауылдарында булырға өлгөргән.

Төркөмдөң етәксеһе, Өфө дәүләт авиация-техник университетының өсөнсө курс студенты Ләйсән Ғәлиуллина әйтеүенсә, республиканың төрлө уҡыу йорттарында уҡыған егеттәр һәм ҡыҙҙарға райондарға сығыу бик оҡшай.

— Төшкә тиклем беҙ мәктәптәрҙә уҡыусылар менән осраштыҡ. Башланғыс кластар өсөн төрлө аппликациялар яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре, «Күңелле старттар» уйыны уҙғарҙыҡ. 5 - 8-се кластар араһында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған тарихи викторина ойошторҙоҡ. Өлкән кластар уҡыусыларына һөнәр һайлау йүнәлешендә аңлатыу эштәре алып барҙыҡ, вуздар менән таныштырҙыҡ, һорауҙарға яуап бирҙек, — тип һөйләй Ләйсән. — Төштән һуң һәр ауылда яңғыҙ көн иткән инәй-апаларҙың хәлен белештек, йорт эштәрен башҡарыуҙа ярҙамлаштыҡ. Егеттәр ихатала ҡар көрәһә, ҡыйыҡтарҙы таҙартһа, беҙ өй эсен йыйыштырҙыҡ, иҙән йыуҙыҡ. Ә кисен үҙебеҙҙең ижади көстәр менән ауыл халҡы өсөн концерт ҡуйҙыҡ. Бигерәк тә Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса әҙерләнгән «Һеңлекәш» постановкаһы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ҡунаҡсыл әбйәлилдәр оҡшаны, хатта ҡайтҡыбыҙ ҙа килмәй. Тағы осрашырбыҙ тигән маҡсат ҡуйҙыҡ.

Динара САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: