Бөгөн иртән Алһыу йылы түшәктә үлек кеүек йоҡлаған иренең ҡайнар ирендәренән һурып үбеп алды ла ҡолағына: «Подъем, иптәш старшина… Бөгөн байрамың бит, йоҡлап ҡалма…» — тип шыбырланы. Ҡауышҡандарынан бирле инде, 23 февраль етһә, иртә менән йоҡоһонан тора һалып, һәр төрлө тәм-том бешереп, улар менән өҫтәлде байрамса биҙәп, ирен наҙлап ҡына күҙҙәрен астырыу уның ғәҙәтенә ингәйне инде. Тәмле йоҡоһонан арынып та өлгөрмәгән Виктор ҡатынын уң ҡулы менән күкрәгенә ҡыҫты ла күңелһеҙ генә: «Есть, товарищ командир…» — тип яуап бирҙе. Алһыуының бөгөн байрам икәнен иҫкәртеүенән уның кәйефе күтәрелмәне, киреһенсә таныш шомло тойғолар йөрәкте әрнетеп һыҙлата башланылар.
Бөгөн — ил һаҡлаусылар көнө… Армия хеҙмәтенән ҡайтҡаны бирле был байрам Виктор өсөн йылдың иң ҡара көнөнә әйләнгәйне инде. Ошо көн етһә, ул бөтөнләй икенсе кешегә әйләнеп ҡатынының зитына тейә. Ә инде уныһына килгәндә… Ундай саҡтарҙа ҡатын-ҡыҙҙың һәр береһе шул бер ҡатлы инде… «Моғайын, бының армияла бисәһе ҡалғандыр… Юғиһә, үҙ байрамында һөрөмө ҡойолоп, шулай бик ҡайғырмаҫ ине», — тигән һығымтала ҡала килде. Ләкин иренең үҙен бик яратыуына икеләнмәгәс, ул күңеле төбөндәге үпкәһен тышҡа сығармай һаҡланы. «Был юлы, бәлки, үҙгәрер…» — тигән өмөт менән, һаман тора алмай ятҡан иренең юрғанын алып ташлап, өҫтөнә атланып ултырып ойпаларға кереште. Әммә, башка ваҡытта: «Ой, ой! Үлтерәһең бит… Ярай, етәр инде!» — тип шарылдаған һөйөклөһе теләр-теләмәҫ кенә йылмайып, күҙҙәрен ситтәге бер нөктәгә төбәп, уйсан ғына ята бирҙе. Алһыу маташыуының бушҡа икәнлеген аңлап, кәйефе ҡырылыуын һиҙҙермәҫкә тырышып, иренең яңағынан үпте лә: «Әйҙә тор инде, йәнем. Йыуынып алда — өҫтәлгә… Бегом !» — тип залға сығып китте.
Тәм-томға, һыйға мул өҫтәл артынан урын алғас, Виктор һөйләшер-һөйләшмәҫ кенә бер аҙ ҡапҡылап алды ла, рюмканы ситкә этәреп, шешәлеге араҡыны һут стаканына яртылаш ҡойоп күтәреп тә ебәрҙе. Башын түбән эйеп уйланып ултыра биргәс, янында урыҫса-башкортса тәтелдәп ураланған Рөстәмдең башынан һыйпап иркәләне лә, тағы берҙе араҡыһын ҡойоп эсте. Иренең кәйефе күтәрелеп һөйләшә башлағанын көтөп ултырған Алһыу түҙмәне, ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп, бүләген сығарзы. Ҡыҙмаса булып алған Виктор яурынына һалынған бүләк-күлдәкте өҫтәлгә һалды ла: «Һин нимә? Алйып бараһыңмы әллә? — тигән кеүек ҡатынына ҡарап ҡуйҙы. Был юлы Алһыуҙың күңел төбөндәге үпкә һауыты ҡыуыҡ кеүек шартланы:
— Ни булды һиңә, Виктор! Мин һине һис аңламайым! Башҡа байрамдарҙа, минең тыуған көнөмдә, ҡунаҡтарҙа ла — һин бит бөтөнләй икенсеһең… Һинең менән башҡалар алдында һоҡланып бөтә алмайым: шатһың, йырлайһың да, бейейһең дә, әҙәмсә лә һөйләшеп ултыраһың… Бер-ике рюмканан артығын эсмәйһең дә… Ә инде 23 февраль еттеме, һин ул – һин түгел… Ҡайҙа ул беҙгә ҡунаҡ саҡырыу, ҡунаҡҡа барыу!? Бүләгемде, бешергән ашымды ла хушһынмайһың… Ә инде араҡыны телең менән бергә ҡуша йотоп стаканлап ҡына һемерәһең… Моғайын, Карабахыңда берәй бисәң ҡалғандыр инде… Ҡайғырып моңайған йөҙөңә ҡарағанда уны бик яратаһың, шикелле. Кит һуң уныңа. Кит, мин тотмайым…
— Кәрәкмәй, Алһыу… һин бит яҡшы беләһең, тик һине генә яратыуымды… — тип, Виктор ҡатынының «балауыҙ һығыуын» бүлергә уйлағайны, уныһы тағы ла нығыраҡ ярһып китте:
— Шулай булғас, сәбәп нимәлә һуң? Һин бит яҡшы хеҙмәт иткәнһең. Хатта старшина дәрәжәһендә ҡайтып килдең…
Викторҙың йөрәге туҡтап ҡалғандай булды һәм был юлы тулы стакан түңкәрелде. Әллә ҡатынының үпкә һүҙҙәренәнме, әллә араҡы шауҡымынанмы уның мейеһе ҡайнаған ҡаҙанға әйләнде. Күҙ алдынан, гүйә, төҫлө кино таҫмаһы: башһыҙ кәүҙәләр, һуйылып үлә алмай аҡырышҡан әҙәмдәр, балаларҙың һәм көсләнгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың теткеләнгән-тураҡланған кәүҙәләре … йүгерешеп үттеләр. Күҙ йәштәрен устары менән һөртә-һөртә, ҡулдарын һелтәгеләп һаман да үҙенекен тылҡыған ҡатынын Виктор күрмәне лә, ишетмәне лә. Ҡолаҡтарҙа йөрәк өҙгөс тауыштар, автоматтар таҡылдауы, танктарҙың ер һелкетеп гөрһөлдәүҙәре, кавказ акценты менән командалар — бөтәһе лә ҡырағай ауаз булып яңғырай ине. Кинәт ул һиҫкәнеп китеп, янында торған ҡатынының яурындарына тимер кеүек бармаҡтарын батырҙы. Уныһы ҡурҡышынан тынып ҡалды…
— Алһыу… һөйөклөм… Тыңла мине… Зинһар аңларға тырыш… Әгәр шулай дөрөҫөн белгең килһә… Тик һин мине ғәфү итерһеңме икән!? Мин бит… Мин үлтереүсе... Әйе, һинең кеүек мосолмандарҙы ла… Ҡасандыр, ошо көндә мин кеше үлтереүсегә әйләндем…
Ике усы менән ауыҙын ҡаплап, улын тубыҡтары араһына ҡыҫып ултырған Алһыу шаҡ ҡатып, ҡыҙып-ҡыҙып һөйләгән, уның араһында бер-бер артлы араҡы һемергән доньяла иң яҡын кешеһе — Викторын тыңланы ла тыңланы.
Магнитогорск ҡалаһы егете Виктор Куликовты алты айлыҡ кесе командирҙар әҙерләү курсын — «учебканы» тамамлағандан һуң Таулы Ҡарабахта тәртип урынлаштырыу миссияһын үтәүсе Ханкендтә (Степанакерт) дислокацияланған гвардия мотоуҡсылар полкына ебәрҙеләр. Тәғәйенләнгән хәрби часткә «һатып алыусы» (Армияла часть ебәргән офицерҙе , йә прапорщикте шаяртып шулай атайҙар) кесе сержантты тик кискә генә алып килеп еткерҙе. КПП-ла ҡаршы алған прапорщик Куликовты тура икенсе батальондың штабына алып китте.
«Һине байтаҡтан инде ҡәҙерле ҡунаҡ һымаҡ көтәләр… Беҙҙең комбат «учебканан» тик христиандарҙы ғына ебәреүҙәрен һорағайны...» — тип аңлатты ул урыҫ телен онтап-ватып.
Балта элеп ҡуйырлыҡ тәмәке төтөнө менән томанланған штаб бүлмәһендә ике офицер көтә ине. Майоры, Викторҙың устав буйынса доклад яһауын көтөп тә тормай, ултырғысҡа ымланы. Эргәһендә торған капитан уның ҡолағына ниҙер шыбырланы ла, ауыҙы ҡолағына еткәнсе йылмайып өҫтәлдәге дневальныйҙы саҡырыу өсөн ҡуйылған кнопкаға баҫты… Тиҙ арала ике һалдат, ресторандағы официанттар кеүек, һауыт-һабаларын шалтыратып, һәр төрлө ризыҡ менән өҫтәлде тултырҙы. Уларҙың араһында араҡы, вино шешәләре ҡалҡып сыҡты. Быларҙың бөтәһендә тикшереп күҙ йөрөтөп сыҡҡас, бик ҡәнәғәт ҡалған майор устарын ыуғыланы ла:
— Ну, Мхоян дуҫ, әйҙә был бөркөткә үҙебеҙсә, әрмәнсә, һый күрһәтәйек әле. Әйҙә, энгер, түрҙән урын ал, — тип, кесе сержантты яурынынан ҡосаҡлап үҙ телендә ниҙер һөйләп өҫтәл артына алып барып ултыртты. Мәжлес башланыуға штаб бүлмәһендә «ҡунаҡ»тан башҡа етәү – барыһы ла әрмәндәр: дүрт офицер һәм өс прапорщик инеләр. Улар бокалдарға хуш еҫле вино ҡойоп, бер-береһен уҙҙырырға тостар әйтешеп, оҙон-оҙон әрмән йырҙарын, уларҙың араһына арлы-бирле урыҫтарҙыҡын да ҡыҫтырып йырлап, һәр ҡайһыһы Виктор менән сәкәштереп эсергә, уға оҡшарға тырышты. Әйтелгән тостың аҙағында һәр кем доньяны әзербайжандарҙан таҙартыу, уларҙы бөртөкләп киҫеү-һуйыу өсөн күтәрә ине...
Штаб начальниге майор Мхоян да телмәр тотто. Уның һүҙҙәренән Виктор үҙе хеҙмәт итәсәк полктың Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Союзының түгел, Әрмәнстандың Ҡораллы көстәренә бойһоноуын аңланы. Һәр кем менән «брудершафтлаған» кесе сержант Куликов үҙенең иҫергәнен аңламай ҙа ҡалды. Артабанғыһы — бокал артынан бокал күтәреүҙәр, бейеүҙәр-йырҙар томан кеүек булһа ла, ә бына үҙенә «старшина» дәрәжәһе биреүҙәре һәм ниндәйҙер ҡағыҙға ҡул ҡуйҙыртыуҙары иҫендә ҡалды. Ләкин иҫерек Викторҙың ошо ҡултамға өсөн киләсәктә күпме ҡот осҡос хәлдәргә осраясағы һәм ғүмере буйы үкенәсәге һис уйына ла килмәй ине. Һуңғарак был компанияға тағы бер нисә прапорщик һәм сержанттар ҡушылды, уларҙың араларында урыҫтар ҙа бар ине. Бокалдар сыңлауы, уларҙың төрлө тауыш менән олоуҙары күпме дауам иткәндер, уныһын Виктор иҫләмәй. Әллә көслө вино шауҡымы, әллә юлдан арыумы, уны тиҙ арала аяҡтан йыҡты. Иртәгеһенә Куликовты төшкә табан ғына уяттылар. Кисәге танышҡан Арапетян фамилиялы капитан кесе сержантты ҡәҙерле кешеһе кеүек яурынына ҡулын һалып, казарманан алып сыҡты ла плацта теҙелгән батальон алдына алып барып баҫтырҙы. Стройға баҫҡан алам-һолам кейемле һалдаттарҙың йонсоу йөҙҙәрен, моңһоу ҡараштарын күргәс, Викторҙың кисәге эскенән ҡалған баш зыңлауы, күңеле болғаныуы кинәт кенә юҡҡа сыҡты. Бында батальондың яртыһы ла юҡ. Һалдаттар алдында баҫып торған бер төркөм офицерҙар араһындағы штаб начальниге майор Мхоян комбаттан полка артабанғы хеҙмәтен дауам итергә килеүсе менән таныштырып үтергә рөхсәт алды ла: “Батальон, смирно!” — командаһын биреп, ҡарлыҡҡан тауыш менән һүҙ башланы. Уның араһында Куликовҡа күҙ ҡыҫып та өлгөрҙө. «Бына хәҙер күрерһең...» - йәнәһе... - Батальон, тыңла! Һеҙҙең алдығыҙҙа кисә генә «учебканы» тамамлаусы Урал егете Куликов Виктор. Ул беҙҙең батальонда хеҙмәт итәсәк. Кисә генә уның менән әңгәмә үткәрелде. Әйтергә кәрәк кесе сержанттың хәҙерге политиканы дөрөҫ аңлауы беҙгә бик оҡшаны. Куликов: «Таулы Ҡарабахтың Әрмәнстанға ҡушылыуы өсөн бөйөк көрәштә ҡатнашасаҡмын», — тип һүҙ түгел, ә ант бирҙе. Бына ул, исмаһам, ысын христиан! Бына һеҙгә кемдән үрнәк алырға кәрәк! Һис икеләнеп торманы – контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Бөгөнгө көндән уға, контрактсы булараҡ, «старшина» дәрәжәһе бирелә…
«Иптәш майор…» — тип, Виктор үҙенең ризаһыҙлығын белдерергә уйлағайны, янында торған баяғы капитан бөйөрөнә ҡаты ғына төртөп, уны шымырға мәжбүр итте. Артабан ул үҙенең ҡултамғаһы ҡуйылған ҡағыҙ менән «ораторҙың» нимә һөйләгәнен дә аңлай алманы: баштағы уйҙар буталдылар, ғәрлектән йөрәк әрнеп һыҙланы, өҫтәүенә, баш зыңкып, күңел болғана башланы. Төшкө аштан һуң казармаға ҡайтҡас, «старшина» янына килеп танышырға һөйләшергә теләүселәр булманы. Һалдаттар уға күҙҙәренең ағы менән ҡарап, урап үтер булдылар. Ә был Виктор өсөн бик ҡыйын булды. Ләкин яңғыҙлык оҙаҡҡа һуҙылманы, кисен уны «каптеркаға» саҡырҙылар. Унда Куликовты ҙур булмаған өҫтәл артында, байтаҡ ҡына булып алған алты сержант һынаулы ҡараштары менән ҡаршы алдылар. Ситтә ултырған олпат кәүҙәлеһе: «Әйҙә, братуха, беҙҙең менен» — тип уны өҫтәл артына саҡырҙы. Виктор уларҙың бик фырт кейемдәре, тулынҡы йөҙҙәре менән бөгөн стройҙа торғандарҙан ҡырҡа айырылыуҙарына ихтибар итте. Бөгөн дә эске башланды… Кисә штабтағы кеүек сержанттар Таулы Ҡарабахты Әрмәнстанға ҡушыу, әзербайжандарға аяуһыҙ булыу һәм уларҙы, бөртөгөн дә ҡалдырмай, ҡырыу өсөн тулы стакандарын ҡат-ҡат күтәрҙеләр, һәр ҡайһыһы бер-береһен бүлеп һәм уҙҙырырға тырышып Куликовҡа «политик дәрес» бирергә тотондолар. Уларҙың һүҙҙәренән Виктор был компанияның батальонда юғары элита – «контрабастар» икәндәрен һәм яҡындағы әзербайжан ауылдарына төнгө «һунарға» сығып аҡса эшләүҙәрен, беҙҙеке түгел, ә әрмән армияһының һалдаттары булыуҙарын аңланы...
…Көндәр үтә торҙо. Полк өҫтөндә ҡара болоттар ҡуйырғандан-ҡуйыра барҙы, хәрби дисциплина бөтөнләй тарҡалды, прапорщиктәр бөтәһе лә урындағылар, офицерҙар араһында ла байтаҡ ҡына әрмәндәр булғанғамылыр милләтселек көсәйҙе, берҙәм ғаилә булған полк икегә ярылды. Берәүҙәр әрмән федаиндәренең йоғонтоһына бирелеп: аҡсаға, араҡыға һәм ҡатын-ҡыҙға алданып, уларҙың ҡанлы эштәрендә ҡатнаша, икенселәре устав буйынса нисек тейеш, шулай хеҙмәт итергә тырышты. Куликов та контрактҡа ҡултамғаһын ҡуйһа ла улар яғын һайланы. Бындайҙарҙың ихтыярҙарын һындырыу өсөн, ҡыш еткәс, бөтә булған этлектәр ҡулланылды. Йылы кейемдәр алам-һоламға алмаштырылды. Ә ашау яғын әйтеп тораһы ла юҡ инде: икмәк, тоҙ төп проблемаға әйләнде. Бына тегеләр, әлбиттә, өшөшөп, аслы-туҡлы йөрөмәнеләр, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек йөҙҙөләр. Газета, хаттар килмәй башланы. Ә мунса төшөү полкта бөтөнләй онотолдо, һалдатмы, офицерме — бөтәһе лә бетләп интекте. Уларҙың аяуһыҙ тешләүенән тән боҙола, ә санчаска барһаң һиңә: «Ҡайтҡас, дауаланырһың!» — тип екерер ине әрмән фельдшеры. Дарыуҙар өсөн байтаҡ ҡына аҡса кәрәк. Полк территорияһы урамға әйләнде. Урындағылар бик иркен йөрөйҙәр, һалдаттарға тут араҡыһы тәкдим итәләр. Мосолмандарҙы, әрмәндәргә буйһонмағандарҙы һыу эскеһеҙ итеп туҡмау ғәҙәти хәлгә инеп китте. Аслыҡтан бөгөлә башлаған һалдаттар араһында уғрылыҡ көсәйҙе. Цинк һауыттары менән патрондар, гранаталар, хатта автоматтар аҡсаға, араҡыға, аҙыҡҡа әйләнә башланы. Бының менән хатта ҡайһы бер офицерҙар шөғөлләнде.
Һуңға табан полкта дезертирлык башланды. Бер ваҡыт беренсе батальондың һәм артдивизиондың командирҙары дежурлыҡҡа сыҡҡас, яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алып, техникаларын, шулай уҡ һалдаттарын Ҡарабахтан алып сығырға һөйләшкәндәрен полк командиры, ҡайҙандыр, һиҙеп ҡалып, уларҙы дежурлыҡтан алды. Ә һалдаттар, барыбер, ваҡ төркөмдәргә бүленеп ҡасалар. Бер мәлде полка: «Ходжалы менән Аскеран араһында һалдат мәйете ята, килеп алығыҙ», — тигән хәбәр килде. Ул артдивизиондан Горохов булып сыҡты, ә икенсеһен эҙләп ҡаранылар, табылманы. Унан һуң ун бер һалдат ҡасты. Меҫкендәр, юл буйлап аҡ флаг менән барғандар һәм Мардакерт районында уларға ут асҡандар, Ағдамға тик алтау ғына барып еткәндәр. Ә икәүҙе әрмәндәр тотоп алып полкта 800 литр соляркаға алмаштырҙылар. Декабрҙән башлап төнгә ҡарай полктан «дежурлыҡҡа» сығыуҙар көсәйҙе. Әлбиттә, улары әрмән федаиндәре һәм «контрастар», таңға ҡарай иҫерешеп ҡайтып, әзербайжан ауылдарын утҡа тотоуҙарын маҡтанып һөйләрҙәр ине. «Материаль ҡәнәғәтләндереү» — йә аҡса, йә спирт. Ханкендтән алыҫ түгел Шуши ауылын утҡа тотҡан артиллеристәргә 20 литр спирт, БМП-ла бер төнгә дежурлыҡ өсөн бер мең, ә техниканы «арендаға» биргән командирҙәргә өлөш күберәк эләгә ине. Үҙен бимазаламағандарына эстән генә риза булып, барыһына ла түҙеп тыныс ҡына хеҙмәт итә биргән Куликовты 22 февраль көнө, кискә табан ҡораллы конвой менән ашхананың офицерҙәр туҡлана торған бүлмәгә алып килделәр. Бында уны, часҡа килгәндәге «компания» ҡаршы алды. Өҫтәлдә шул уҡ һый, араҡы-вино, тик был юлы Викторға төбәлгән ҡараштар асыулы һәм мыҫҡыллы инеләр.
Һүҙҙе майор Мхоян башланы: «Һин сусҡа, ниңә контрактынды үтәмәйһең?! Әллә балалар баҡсаһына килдем, тип уйлайһыңмы? Киселевтың командаһына индеңме, һатлыҡ йән! (Капитан Киселев, ҡайһы бер офицерҙәр кеүек, бер һалдатында, техникаһында бирмәй, уларға бик ҡыйыу ҡаршы сыға торғайны). Ошо арала беҙҙең менән Ходжалыға сығасаҡһың!?» — тине.
Виктор яуабын «Мин һеҙҙең кеүек кеше үлтереүселәр менән бер ҡайҙа ла йөрөмәйәсәкмен...» — тип әйтеп тә өлгөрҙө, өҫтәл артында ултырыусылар уға өйөрө менән ябырылдылар… Виктор аңына килгәндә, үҙенең полк гауптвахтаһының таш иҙәнендә ятҡанын аңланы. Бөтә тән ут кеүек янып, түҙерлек түгел ауыртыу менән һыҙлай ине. Шул саҡта, кемдер уға ҡараңғы мөйөштән: «Эй, хеҙмәттәш… Ни өсөн улар һине шулай?» — тип һорау бирҙе. Ҡулға алыныусылар танышып, ыңғыраша-ыңғыраша һөйләшә башланылар. Камералашы Ҡаҙағстандан Нурбәков Исмаил икән. Байтаҡ ҡына һөйләшһәләр ҙә, Виктор унан ни өсөн бында эләгеүен һорап өлгөрмәне, камерала ут янды һәм шығырлап тимер ишек асылып китте. Иң алдан инеүсе, әлеге лә баяғы, шул майор Мхоян ине. «Йә, нисек ике һаҫыҡ сусҡалар!? Йоҡоғоҙ туйҙымы? Ә беҙ һеҙгә иртәнге аш алып килдек...» — тип көлә башланы. Уның һүҙҙәрен ҡеүәтләп эйәрсәндәре лә хахылдашырға тотондолар. Унан майор Нурбековҡа аҡырып баҫырға ҡушты. Тегенеһе аяғына баҫып та өлгөрмәне офицер уны типкеләргә тотондо. Уға башҡалары ла ҡушылды. Виктор һыҙланыуын онотоп, һикереп тороп камералашын ҡурсаларға ынтылғайны, үҙен стенаға ҡуша һуҡтылар. Ул башы шаңҡыуҙан арынып күҙҙәрен асҡанда, туҡмаусылар иҙәндә бөгәрләнеп, иҫһеҙ яткан һалдаттың өҫтөнә бишәүләп үҙҙәрендәге артыҡ шыйыҡсаны бушаталар ине. «Эштәрен» бөтөргәс, улар Викторға күстеләр. Уны типкесләп-һуҡҡыслап стенаға баҫтырып һөйәп ҡуйҙылар. Егеттең ҡаршыһына килеп баҫҡан Мхоян : «Ну, Куликов , инәңде ………, тапҡанһың бит кемде яҡларға! Мосолман булмағанға ғына ҡалдырабыҙ беҙ һине… Юғиһә, һинең өҫтөңә оло ярау итер инек. Хаха!!! Ярай алып сығығыҙ үҙен, казармала күрһендәр, башҡаларға дәрес булыр. Күрербеҙ әле, Киселевмы әллә беҙ өҫтөнлөктө алырбыҙ. Кисен был әҙәм ишаратын «офицерский»гә алып килегеҙ, 23 февраль менән ҡотларбыҙ үҙен,» — тине лә, иҙәнгә сыртлата төкөрөп, ҡулдарын кеҫәләренә тығып, һыҙғыра-һыҙғыра ишеккә табан атланы.
Казармаға ҡайтып ингәс, Виктор йыуынып та тормай карауатына йығылды. Унан ҡайҙан, ни өсөн ундай ҡиәфәттә икәнен һорашыусы булманы, сөнки бындай хәлдәргә бында күнегеп бөткәндәр инде. Кисен Куликовты ҡаршылашып маташһа ла, дүрт «контрас» эткеләп-төрткөләп алып сығып киттеләр. Ашхананың офицерҙәр ашай торған бүлмәһендә, бер-береһенә терәтеп ҡуйылған өҫтәлдәр артында егерменән ашыу әрмән офицерҙәре, прапорщиктәре һәм батальондың юғары элитаһы байрам итәләр ине. Килтерелгән «тотҡон ҡунаҡты» күргәс, бөтәһе лә уның яғына, боролоп шымып ҡалдылар. Тик майор Мхоян ғына кеткелдәтә көлөп ебәрҙе лә, уң ҡулындағы бокалын күтәреп, баҫып тороусының янына килеп: « Ҡәҙерле ҡорал буйынса туғандар! Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡорос кеүек ныҡ Урал тауының ҡаяһы кеүек ғорур Урал бөркөтө тора. Әлбиттә, ул беҙҙең бөйөк миссияны аңлап етмәй. Ярай, төшөнөр ҙә, ләкин һуң булыр. Ой-ой, бик ныҡ үкенәсәк, ошо хәл иткес ваҡытта беҙҙең менән бергә булмағанына. Ярай, Куликов кисәге өсөн ғәфү итерһең, моғайын, була торған хәл ул… Әйҙә, рәхим ит өҫтәл артына», — тип Викторҙы еңелсә генә алға этеп ебәрҙе лә “Ари хаменк!” — тип ҡыскырзы.
Артабан мәжлес гөрләп дауам итте. Ҡыҫтап эсереүҙәренән башҡа кесе сержантҡа бәйләнеүсе булманы. Араҡы шауҡымынан арыуыҡ булып алған Викторға туҡмалыуҙан ҡалған һыҙланыуҙар юҡка сыҡҡан кеүек тойолдо, кәйеф тә күтәрелгәндәй булып китте. Шуға ла күрә ул әйтелген тостарға ҡушылып, бер-бер артлы рюмкаһын бушатып ултырҙы һәм иҫергәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Анекдоттарға шарҡылдашып көлөшкән тауыштар, бокалдар зыңлауы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың сырҡылдашыуҙары — бөтәһе лә буталышып ҡолаҡтарҙа һүнә-һүнә барып, юғалдылар…
Иртәнсәк, ашхананың буш бүлмәләренең береһенең таш иҙәнендә шинель өҫтөндә ятҡан Виктор кемдеңдер ҡабырғаһына ҡаты тибеүенә һәм «Тор, кәнтәй!» — тип аҡырыуына уянып китте. Шул арала башы сатнап, бөтә тәне һыҙлап әле үҙенә лә килеп өлгөрмәгән кесе сержанттың ҡолағына сеңләп илаған тауыш салынды. Ул бүлмәнең мөйөшөндә тубыҡтарын ҡосаҡлап үкһегән ярым-яланғас ҡыҙ ине. Штабта Куликов менән күп һөйләшеп торманылар: “Беҙҙең әрмән ҡыҙын көсләгәнһең, һиңә йә трибунал, йә бөгөн кискә башҡалар менән Ходжалыға сығасаҡһың”, — тип ҡырҡа шарт ҡуйҙылар. Аҡланыуҙың бушҡа икәнлеген аңлап ризалыҡ биргән «көсләүсегә» тамаҡ туйҙырып, баш төҙәтергә, унан боеприпас йыйнарға бойороҡ бирелде. Тамам ихтыяры һындырылған, кәмһетелгән кесе сержант Куликов ашханаға йүнәлде. Дөйөм бүлмәлә ашнаҡсы уға ашарға бирмәне, офицерҙәр бүлмәһенә ымланы. Унда бөгөн «контрастар» кисәгегә ҡарағанда күберәк инеләр. Уларҙың барыһы ла ҡыҙмаса, кәйефтәре күтәренке, мул буянған әрмән ҡыҙҙары менән зыу ҡубалар ине. Ә улары йә берәүҙең, йә икенсенең тубыҡтарына ултырып, сырҡылдашҡан булып, магнитофон таҫмаһынан ағылған ҡырағай көйгә бөгөлөп-һығылып, ҡыланышалар. Тамаҡҡа аш барманы. Виктор башын эйеп, бер аҙ уйланып ултыра торғас, тултырып бер-бер артлы ике стакан вино эсте лә, тороп китергә булды. Ләкин яурынға һалынған йомшаҡ ҡулдар уны туҡтатты. Был иртәнсәк Виктор уянғанда, янында шыңшып илаған «көсләнеүсе» ине. Уның арҡаһында бәләгә дусар ителгән кесе сержант, ауыҙынан вино еҫе борҡотоп: “Аргелис әнгер, әгәр бөгөн Ходжалыны ергә тигеҙләп ҡайтһағыҙ, мин тик һинеке генә буласаҡмын, ес сирум әм кез, мишт көн”, — тип ҡолағына шыбырлаған ҡыҙҙың ҡулын ситкә этәрҙе лә, ишеккә табан атланы.
Кискә табан полк территорияһы баҙар кеүек ине. Автомат, граната ташлағыс аҫҡан федаиндар ҡысҡырышалар, рәттәргә теҙелешеп, бер-береһен барлайҙар. Араларында беҙҙең һалдаттар ҙа сыуала. Алыҫ түгел йөрөтөүселәре менән «үтескә» алынған бер нисә БТР, БМП биш танк көтәләр ине. Ҡараңғы төшөүгә бөтә колонна, күпселеге йөк автомобилдәре, дәррәү гөрһөлдәп, арттарынан ҡуйы төтөн калдырып юлға сыҡтылар.
Төп йүнәлеш – Ходжалы ( Степанакерт) ине. Ул Агдам – Шуша юлында урынлашҡан һәм ҙур стратегик әһәмиәткә эйә. Һуңғы ваҡытта Фирғәнәнән ҡыуылған төрөк-месхетиндәр, әрмәндәрҙән ҡасҡан әзербайжандар урындағы халыҡтың һанын ҡырҡа арттырғаайны. Шул сәбәптән йорттар һәм промышленность предприятиелары күбәйҙе. Шуға ла күрә яңыраҡ Ходжалыға республика күләмендәге ҡала статусы бирелде. Бында Ҡарабахта берҙән бер аэропорт урынлашҡан. Ҡалаға күпмелер ҡалғас, бөтә колонна туҡтатылды, артиллеристарға уңайлы позициялар алып пушкаларын урынлаштырырға, ә башҡаларға көтөргә һәр саҡ әҙер булырға бойороҡ бирелде. Тиҙҙән пушкалар аэропортты, унан Ходжалыны утҡа тоттолар. Канонада тауышынан ҡолаҡтар тондо, ер һелкенеп торҙо... Уның араһында федаиндар «контрастарҙы» араҡы-ашамлыҡ менән мул һыйлап буласаҡ һөжүмгә әҙерләнеләр, Викторға ла көсләп бер-нисә тапҡыр эсерҙеләр. «Нишләргә, әллә полкка кире ҡасып ҡайтырғамы? Унан хәрби трибунал… Дисбат... Иҫән-һау ҡайтырға насип булһа, атай-әсәйгә, дуҫ-иштәрге нисек күренәһең? Бына хәҙер Ходжалыға инәбеҙ, ә мин сәптән башҡа бер нәмәгә ле атҡаным юҡ. Ни күрһәм, күрәм, ләкин әзербайжандарға ҡорал ҡулланаһым юҡ. Ярай, берәй уңайлы урында ҡасып, боҫоп ҡалырмын әле,» — тигән һығымтаға килеп, үҙен тынысландырҙы.
Һөжүмгә команда төн уртаһы еткәс кенә булды. Шуны ғына түҙемһеҙлек менән көткән иҫерек «пехота» бронялы техникаға, төрлө йөк машиналарына атланып офоҡ ситен балҡытып янған Ходжалыға атылды. Ҡалаға яҡынлашҡас, әзербайжандарҙың көслө уты боевиктарға БТР, танкыларҙан һикереп, улар артына ышыҡланырға, туҡтап ҡалырға мәжбүр итте. Ходжалыны һаҡлаусылар озаҡ ҡына ҡаршылыҡ күрһәттеләр, ләкин өҫтөнлөк әрмән федаиндәре яғында ине. «Үтескә» алынған бронетехника, барыбер үҙенекен итте, тиҙҙән ҡала тамуҡҡа әйләнде. Һөжүм итеүселәр ҡаланан сығып ҡотолорға өлгөрмәгән, урамға һибелгән ходжалыларҙы пулемет уты менән киҫеп, иҙеп-тапап, үҙәккә ынтылдылар, иҫән ҡалғандарҙы, яралыларҙы аяуһыҙ «сүпләнеләр». Өйҙәрҙең тәҙрәләренә бер-бер артлы гранаталар оса, улары шырпы кеүек гөлтләп янып китәләр. Тирә яҡта ҡысҡырыш-аҡырыш, бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙарҙың яу һалып илашыуҙары, пулемет-автоматтарҙың өҙлөкһөҙ таҡылдауы танк пушкаларының гөрһөлдәтеп атыуҙары — бөтәһе лә бергә ҡушылып, ҡырағай ауазға әйләнеп байтаҡ ҡына яңғырап торҙо. Виктор исем өсөн һауаға ата-ата, башҡалар ыңғайына БТР артынан йүгерҙе лә йүгерҙе. Бында һәр бер тәҙрәнән, һәр бер тыҡырыҡтан тиерлек һөжүм итеүселәргә ут һиптерҙеләр һәм Виктор уйлағанса, йәшеренеп ҡалырға мөмкинселек юҡ ине. Шулай ҙа ул, бер урында таш стенала снаряд яһаған ярыҡҡа инеп юғалды. Һалдат автоматын ҡулынан ысҡындырмай буш ҡулы менән кеҫәһенән фонарик алып (уны полктан сығыр алдынан «һеҙгә кәрәк булыр», тип әрмәндәр таратҡайнылар тирә-яҡты яҡтыртып сыҡты. Бында күрәһең, келәт: стена буйына теҙелгән йыуан ағас мискәләр, мөйөш тә ыҡсым ғына ҡуйылған эш ҡорамалдары, кәштәләрҙә балсыҡтан эшләнгән һәр төрлө көршәктәр. Бер аҙ йөрөй торғас, Виктор фуфайкалар өйөмен шәйләп, шуларға төрөнөп йылынып ятырға булды. Шул иҫке-моҫҡоно мискәләр артына шылдырырға уйлап ҡосағына йыя башлағайны, бармаҡтар ниндәйҙер тимер сыңғаға эләкте. Аҫта мөгәрәп ине. Ул күп уйлап тормай, ҡапҡасты асты ла, текә баҫҡыстан аҫҡа төшә башлағайны — бала тауышы ишетелде һәм уға тағы ла бер нисә сеңләү ҡушылдылар. Мөгәрәптә ике әзербайжан ҡатындары йәш балалары менән йәшенгәндәр икән.
— Сеү, илашмағыҙ, мин һеҙгә насарлыҡ эшләмәйәсәкмен. Мин һалдат... Мин бында үҙ теләгем менән түгел, мине көсләп алып киттеләр. Мин һеҙҙекеләргә атасағым юҡ, шуға ла күрә йәшеренергә индем бында, — тип кесе сержант уларҙы тынысландырырға тырышты. Бер аҙҙан улар, ысынлап та, шымып ҡалдылар. Күпме ваҡыт үткәндер, әммә йөрәктең дарҫлап тибеүе, тубыҡ-ҡулдарҙың ҡалтырауы бөтмәне. Бер аҙ тынысланыу өсөн Виктор «төшөрөп» алырға булды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғәфү үтенеп, бер мискәнән өс литрлыҡ банкаға вино ағыҙып алып һемерҙе лә һемерҙе. Байтаҡ ҡына булып, батырайып алғас, ул «мөгәрәптәштәренә» үҙен таныштырҙы. Шулай улар һөйләшеп киттеләр. Ҡатындарҙың береһе Севиндж — мәктәптә тарих уҡытыусыһы, ә икенсеһе Хидран акушерка, ә ирҙәре Эльман һәм Сыңғыҙ ополчениела икән. Башҡаса һөйләшерлек һүҙ булмағас, ҡараңғы мөгәрәптә тынлыҡ урынлашты. Ләкин ул оҙаҡҡа һуҙылманы, өҫтә тауыштар ишетелде. Үҙ-ара ҡысҡырышып-хихылдашып боевиктар келәттәге байлыҡты барлай башланылар. «Ҡапҡасты ғына күрмәһәләр ярай ине», — тигән уй мейене киҫеп үттә. Улар, тауыштары буйынса өсәү инеләр. Ләкин ҡайһыныһылыр, ҡапҡасты күтәреп аҫҡа фонариге менән яҡтыртты ла, мөйөштә бер-береһенә һыйынып, боҫоп ултырыусыларҙы күреп: «Ари эстех! Аистех кина!» — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ә баҫҡыс артында торған иҫерек Викторҙы ул күрмәне. Тиҙҙән федаиндәр өсәүләшеп килеп төштөләр ҙә, мөйөштә ҡурҡышып ултырыусыларҙың күҙҙәрен сағылдырып алдарына килеп баҫтылар. Ҙур кәүҙәлеһе хихылдай-хихылдай Хидранды ҡулынан тартып алып, икенсе мөйөшкә алып ташланы ла, салбар ҡайышын сисә башланы. Теге икәүһе Севинджға йәбештеләр. Әсәләренә ҡушылып балалар ҡысҡырышып илай башланы. Артабан ни булғанын иҫерек кесе сержант иҫләмәй. Баҫҡыстан өҫкә шыуышлап күтәрелергә тырышҡан яралы федаиндың: «Мир спанир индз! Аргелис әнгер, ми крани!» тип ҡысҡырыуына ғына аңына килде. Дары еҫе менән тулған мөгәрәптең бетон иҙәнендә ыштандары тубыҡҡа хәтлем сиселгән ике әрмән ҡара булып күренгән ҡан күләүеге эсендә яталар ине. Өҫ кейемдере йыртҡыланған ярым-яланғас ҡатындар балаларын ҡосаҡлап сеңлеп илайҙар. Иҙәндә ятҡан әрмәндәрҙең фонариктарынан бында көн кеүек яҡты ине.
Әле айнығып та етмәгән Виктор, ҡатындарҙың рәхмәт һүҙҙәрен тыңлап торманы, бынан икенсе урынға күсергә кәңәш бирҙе лә, сайҡала-сайҡала баҫҡыстан менеп китте. Өҫтә атыш, ғауға әле лә дауам итә ине. Виктор саф һауаға бер аҙ кинәнеп торҙо ла, автоматтың магазинын алмаштырып, тышҡа сыҡты. Кинәт ҡаршыға ҡораллы өс ир йүгереп килеп сыҡтылар. Берәүһе уға тоҫҡап атып та ебәрҙе, ләкин сос кесе сержант йәшен тиҙлегендәй ситкә ырғыны һәм автоматынан уларға очередь бирҙе. Тегеләре ап-аҡ ҡарҙы ҡыҙыл балаҫҡа әйләндереп, салғынан киҫелген үлән кеүек йығылдылар. Күп тә үтмәй, улар янына тағы икәү йүгереп килделәр. Берәүһе мәйет янына тубыҡланып ултырып: «Брат, Эльман, не умирай!» — тип ҡысҡырып илай башланы. Мөгәрәптә ҡалған Севиндждың ирен үлтергәнен аңлаған Виктор бик тиҙ айныҡты, таш стенаға маңлайын бәргеләп, йоҙроҡтарын ҡанға батҡансы һуҡҡылап аҡырып илаған кесе сержантты ике «контрас» менән үтеп барған әрмән күреп ҡалалар. Улар аҡылдан яҙырға етешкән Викторҙы хәлдәренән килгәнсе йыуатып, көсләп спирт эсереп, тынысландырып үҙҙәре менән алып китәләр. Һыҙылып таң атты... Атыш тауыштары унда-бында ғына яңғырай… Ходжалыларҙы ҡырып инде талау менән булып, улай-былай йүгерешкән федаиндар таш өҫтөндә, башын эйеп ултырған Куликовҡа әйләнеп тә ҡараманылар. Бер аҙҙан үҙенә килгәс, кесе сержанттың иҫенә мөгәрәптә ҡалған ҡатындар төштө. Виктор улар янына барырға булып урынынан торҙо.
Үҙе атып үлтергән өс әзербайжан янында оҙаҡ баҫып торҙо ул. Туштәре теткеләнгән был өсәүҙең күҙҙәре, танау ҡолаҡтары юҡ ине «Ҡәбәхәттәр, хатта мәйеттән дә көлгәндәр...» — тип уйланы кесе сержант. Келәт янында «ГАЗ – 66» машинаһына зыу ҡубып әрмәндәр вино мискәләрен тейәйҙәр. Ә ситтәрәк сер яланғас, ҡорһаҡтары ярылып, эсәктәре туҙып, әле генә тере булған Севиндж менән Хидран, яндарында баштары йәнселгән дүрт бала яталар ине. Был мәхшәрҙе күреп уҡшып ҡоҫа башлаған һалдаттан федаиндәр бармаҡ төртөп көлөштөләр. Уларҙың береһе: «Эй, боец, немного опаздал, тебя без очереди пропустили бы!» — тип ҡысҡырҙы, башҡалары хахылдашып көлөштөләр. Уларҙың һыйлауынан баш тартманы Виктор. Бәлки бындайҙы кисерергә еңелерәк булыр, тип шәрбәтле виноны һемерҙе лә һемерҙе. Алдан бирелгән бойороҡ буйынса, операцияла ҡатнашыусылар үҙәк майҙанда йыйылышырға тейештәр ине. Виктор сайҡала-сайҡала урам буйлап шунда атланы. Ҡайҙа ҡарама ҡанлы мәйеттәр, күпселеге ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар. Уларҙың ҡайһыларының ҡолаҡтары юҡ, күҙҙәре соҡоп алынған, муйындары салынып боролған, ҡорһаҡтары киҫелеп, яндарында эсәктәре туҙып ята. Боҫорап ятҡан снаряд төшкән соҡорҙар янында кеше кәүҙәһенең фрагменттары: ҡулдар, аяҡтар, баштар туҙып яталар. Ҡысҡырышып, буш һауаға автоматтары менән ата-ата килгән «еңеүселәр» БТР өҫтөндә урам буйлап еләләр. Уның артына баштан-аяҡ ҡанға батҡан ике әзербайжан боттарынан тағылған. Берәүһе кеше кәүҙәһе түгел, ҙур ит киҫәгенә әйләнеп тетелеп бөткән. Ауыр төтөн һәм дары, өтөлгән ит еҫтәре бергә ҡушылып күңелде болғандырып, тынды ҡуралар. Ошоға тиклем дингә ышанмаған, аллаға табынмаған Викторҙың ирендәре: «Эй, аллам, был нимә был, өнөмме, төшөмме? Аллам, һинең алдыңда ҙур гөнаһлымын… Кеше үлтереүсе мин хәҙер... Ярлыҡа мине аллам, ярлыҡа...» — тип ҡат-ҡат шыбырланылар. Майҙанда тырам-тырығай ултырған БТР, танкылар янында шау-шыу, күңелле тауыштар. Әйтерһең, әрмәндәр бында байрамға йыйылған. Бөтәһенең дә кәйефтәре күтәренке, ҡысҡырышып һөйләшәләр, хахылдашып көлөшәләр.
Уларҙы өнһөҙ генә күҙәтеп торған Виктор урыҫса ҡысҡырып ыңғырашҡан тауышты ишетеп, боролдо. Ул янда торған «ГАЗ-66» машинаһының кузовынан килә ине. Кесе сержант автоматын тәгәрмәскә һөйәне лә, яралы янына һикереп менде. Унда кисә генә ашханала әрмән халҡының бөйөклөгө өсөн тост күтәргән «контрас»тарҙың береһе ята. Күҙҙәре йомоҡ һалдат, ирен ситтәренән ҡан ағып төшкән ауыҙын ҙур асып йыш-йыш тын алып, ыңғыраша, ауыртыуға сыҙай алмай аҡыра ине. Кесе сержант түҙмәне, ярҙамға саҡырып ҡысҡыра башланы. Федаиндәрҙең иҫтәре лә китмәне, тик берәүһе генә Виктор янына һикереп менде лә, яралының өҫтөндәге ябыуын алып ташланы. «Пуляләр эсенә эләккән... Бына-бына үләсәк ул... Бер нисек тә ярҙам итеп булмай шул, энгер. Дауаханаға алып барыр инек. Ундағыларҙы бөртөгөн дә ҡалдырмай ҡырып һалдыҡ был да улар артынан китә инде. Ярай, теге доньяла уға әзербайжан табибтары ярҙам итерҙәр әле, операция яһарҙар,» — тип хахылдата көлдө лә, кесе сержанттың яурынына ҡулын һалып: «Аргелис әнгер, һин, үҙең тере ҡалғанға ҡыуан,» — тине. Шунан ул яралының кеҫәләрен аҡтара башланы. Меҫкен һалдаттың бар «табышы»: портсигар, ҡанлы ике ҡул сәғәте, бер нисә пачка фильтрлы сигарет ине. Әрмән ҡәнәғәтһеҙ йөҙ менән башын сайҡаны ла, кеҫәнән сығарылған нәмәләрҙе һалдаттың өҫтөнә ташлап, кузовтан һикереп төшөп китте. Ысынлап та, күп тә үтмәне «контрас» мәңгелеккә тынысланды. (Удмуртия егетен тыуған илендә ерләргә Мхоян менән бер нисә һалдат барҙылар. Улар араһында Виктор ҙа булды. Зыяратта телмәр тотҡан майор һалдаттың әзербайжан милләтселәренең ҡулынан, поста торғанда, полк мөлкәтен талауҙан һаҡлап батырҙарса, һуңғы патронға тиклем атышып һәләк булды һәм хәҙерге мәлдә командование ҡыйыу һалдатты дәүләт наградаһына юллай, тип алданы). Тиҙҙән Виктор һәм бер нисә әрмән мәйет өҫтөнә тейәлгән «байлыҡ» менән сайҡала-сайҡала ҡайтыу юлындалар ине. Юл буйы ул аяғын ҡайҙа ҡуйырға белмәй этләнеп барҙы. Ҙур өйөмдәге ҡиммәтле балаҫтар, машина һелкенгән һайын уның яғына төшөп йөҙәтте. Полкка ингәс, улар «табышты» бер складҡа, мәйетте туңдырғысҡа бушаттылар ҙа алдан бирелгән бойороҡ буйынса ашханаға йүнәлделәр. Унда төнгө «операцияла» ҡатнашыусыларҙы ҙур табын һәм ҡыҙҙар көтә ине. Бик ҡәнәғәт, шат йөҙлө майор Мхоян ҡысҡаса телмәр тотто, «контрастарға» бөйөк Әрмәнстандың ҡораллы көстәренең ышанысын аҡлағандары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе һәм уларҙың һәр-береһенә Таулы Ҡарабах Әрмәнстанға яулап алынғас, унар мең доллар вәғәҙә итте. Шунан һуң мул эске башланды. Ҡан төҫлө виноны Виктор эсә алманы. Күңеле болғанып, ҡоҫҡоһо килгәс, кесе сержант аҡ араҡыға күсте. Үткән төндәге кисергән михнәттәрҙән арыныр өсөн эсте лә эсте. Арыуыҡ ҡына булып алғас, өҫтәл артында ултырған кесе сержант: «Виктор! Аргелис Виктор...» — тигән ҡатын-ҡыҙ тауышына артына әйләнеп ҡараны. Янында кисә оҙатып ҡалған әрмән ҡыҙы тора ине. Ул: «Ес сирум әм кез, мишт көн...» — тип Викторҙы ҡосаҡлап, ирендәренән һурып үпте. Быны күреп ултырған Мхоян сәбәкәйләне, уға башҡалар ҙа ҡушылдылар. Майор бокалын тотоп, урынынан торҙо ла, кесе сержантка баҫырға ҡушты. Ул хәйләкәр йылмайып башҡаларға күҙ йөрөтөп сыҡты ла, һүҙ башланы.
— Ҡәҙерле ҡоралдаштар, ҡәҙерле Жанна… Старшина Куликов батыр, ҡыйыу һалдат булып сыҡты. Ул Ходжалыла өс дошманды дөмөктөрҙө. Әгәр ҙә һәр берегеҙ, шулай бер нисәүҙе үлтерһәгеҙ, тиҙҙән хәшәрәт әзербайжандарҙың ер йөҙөндә бөртөге лә ҡалмаясаҡ. Бына бит, хәҙер һине, үҙенең һаҡлаусыһын тауҙарҙағы иң сибәр ҡыҙ – Жанна һине нисек өҙөлөп ярата. Әгәр мәңгелеккә ҡауышырға булһағыҙ, туй үткәреүҙе үҙебеҙгә алабыҙ, һинән бер тин дә сыҡмаясаҡ, старшина, — тине ул.
Ошо арала рейдҡа сығыу булманы. Бер нисә көндән майор Мхоян үҙе менән бер нисә һалдатты ҡоралландырып, Ходжалыла һәләк булған Кожевниковты тыуған иле - Удмуртияға ерләргә алып киттеләр. Әрмән бандиттары менән тыныс халыҡты ҡырыуҙа, талауҙа ҡатнашҡан һалдатты, герой итеп, салютлап ҡара ергә тапшырҙылар. Халыҡ зыяраттан таралыша башлағанда, Виктор автоматын иптәшенә тотторҙо ла, туалеткә барып киләм, тип алдап ҡәберлектән сыҡты. Эргәлә генә трасса үтә ине. Ҡул күтәргән һалдатты шундуҡ ултыртып алдылар. Ижевскиҙә уға спецкомендатураны табыуы оҙаҡ булманы. Уны ҡабул иткән подполковник ихлас тыңланы ла: «Тимәк, һин дезертирлыҡ ҡылғанһың… Һинең һүҙҙәреңә мин ышанмайым... Бөгөндән һаҡ аҫтына алынасаҡһың, һине хәрби трибунал көтә,» — тине. Гауптвахтаның ҡараңғы тар камераһында, Викторға ожмах кеүек тойолдо, ашау яғы һәйбәт, рәхәтләнеп йоҡлайһың, яңғыҙлыҡтан да яфаланманы ул. Бындағы офицерҙәр, прапорҙар уның янына инеп, Таулы Ҡарабахтағы хәлдәр тураһында төбәштеләр, баштарын сайҡап иғтибар менән тыңланылар. Куликов был хәрбиҙәрҙең Таулы Ҡарабахтағы хәлдәрҙе белмәүҙәренә хайран ҡалды. Бер ваҡыт конвоир Куликовты теге подполковникка алып китте. Кабинеттә ул бер үзе генә түгел ине, өс капитан һәм ике майор көтәләр ине. «Бөттө баш, ҡалды муйын һерәйеп, трибунал...» — тип уйланы Виктор. Ләкин офицерҙәрҙең ҡараштарынан яғымлылыҡ һибелә инее. Подполковник та йылмайып кесе сержанттың устав буйынса докладын көтөп торманы, ултырғысҡа ымланы. Бер нимә аңламай ултырған Куликовтың яурындарына ҡулдарын һалды ла, аталарса һөйөп: «Йә, улым, үткәндә һөйләгәндәреңде ҡабатла әле, бына улар һине тыңларға килгәндәр,» — тип ҡаршыла ултырған офицерҙәргә күрһәтте.
Кесе сержанты улар ҙур иғтибар менән тыңланылар, һорауҙар биргеләнеләр. Шул осрашыуҙан һуң уның ҡара көндәре яҡтырҙы, яҡты киләсәккә өмөте уянды. Һөйләшер һүҙҙәр бөткәс, подполковник Куликовты кофе, бутерброд менән һыйланы һәм Силәбегә хәтлем юлға документ тотторҙо. Офицерҙар, һәр береһе кесе сержанттың Мхояндан ҡасып ҡалыуын хупланылар, юллыҡ аҡса йыйып бирҙеләр. Улар менән йылы хушлашты кесе сержант. Подполковник уны ишеккә хәтлем оҙатты ла, ҡосаҡлап: “Ныҡ бул, улым, бирешмә. Күргәндәреңде оноторға тырыш… Теге өс әзербайжандың ғүмерҙәрен ҡыйғаныңды башҡаса бер кемгә лә һөйләмә. “Инстинкт самосохранения” тигән термин бар, һин уларға атмаһаң, үҙең һәләк булған булыр инең. Ҡайғырма бөтәһе лә һәйбәт булыр,” - тине. Ысынлап та Силәбелә Куликовты яҡшы ҡаршы алдылар. Күрәһең, Ижевскиҙән хәбәр иткәндәрҙер, бында уның тураһында беләләр ине. Кесе сержанттан аңлатма алдылар, тейешле ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙырттылар. Бер михнәткә бер рәхәт, тигәндәй, Викторға ике аҙнанан өлкә военкоматына килергә ҡуштылар ҙа, ҡайтарып ебәрҙеләр.
Федаин – идея өсөн үҙен ҡорбан итеүсе
Ари хаменк Аргелис энгер – ҡәҙерле дуҫ
Ес сирум ем кез, мишт көн – Мин һине яратам, мин һинеке генә