Хәүефләнмәгеҙ, был гимназияла ойошторолған махсус күнекмә генә. Бөгөн — Бөтә донъя граждандар оборонаһы көнөндә гимназияла ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлекте тикшереү маҡсатында уҡыуҙар уҙғарылды. Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Илмира Яхина 10-сы “А” һәм 8-се “В” класы уҡыусылары менән асыҡ дәрес уҙғарҙы. Унда янғын һүндереү часынан вәкилдәр булды. Фәрхәт Абдуллин граждандар оборонаһы һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре хаҡында һөйләне. Артабан легенда буйынса гимназияла янғын сыҡты. Ғәҙәттән тыш хәл хаҡында иҫкәртеү өсөн оповещатель эшләмәүе асыҡланды. Бер нисә минут эсендә уҡытыусылар һәм уҡыусылар сығып бөттө, тышта уларҙы теүәлләй башлағас, эстә өс кеше ҡалыуы асыҡланды. Ул арала килеп еткән янғын һүндереүселәр төтөн ялмаған бинанан бөтәһен дә сығарҙы. Берәүгә медицина ярҙамы күрһәтергә тура килде.