Рәсәй Дәүләт Думаһының милли эштәр буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Илдар Ғилметдинов белдереүенсә, РФ Конституцияһының 26-сы статьяһына таянып, граждан үҙ милләтен үҙе билдәләй һәм бер кем дә ниндәйҙер бурыс ҡуя алмай. Анкеталар 10 телгә тәржемә ителәсәк. Респонденттарға ниндәй телдә яуап биреүе уңайлы, шуныһын һайлап аласаҡ.
Шулай уҡ депутат һүҙҙәренсә, анкета алыуға Рәсәй Федерацияһында даими йәки ваҡытлыса йәшәүсе сит ил граждандарын да йәлеп итеү планлаштырылған. Бынан тыш, электрон формала ла һорауҙарға яуап бирергә була.