+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Март 2020, 11:47

Кейемдәргә милли биҙәк һала

Башҡорт ҡыҙҙары элек-электән тыйнаҡлығы, сабырлығы һәм һөйкөмлөлөгө менән айырылып тора.

Башҡорт ҡыҙҙары элек-электән тыйнаҡлығы, сабырлығы һәм һөйкөмлөлөгө менән айырылып тора. Бигерәк тә, башҡорт ҡыҙының эске донъяһы кейемендә сағылған. Ҡашмау, һаҡал, яулыҡ, түшелдерек — ҡатындың биҙәге лә, күҙ тейеүҙән һаҡлап тороусы элементы ла булған.

Айгөл Утарбаева бәләкәй саҡтан башҡорт милли кейемдәре менән ҡыҙыҡһына. Шуға күрә милли түшелдеректәрҙе кейемдәргә төшөрөп, заманса биҙәү менән булыша. Үҙе Сибай ҡалаһында тыуып үҫеп, Әбйәлилгә килен булып төшкән. Өфө педагогия колледжының һынлы сәнғәт һәм һыҙма бүлеген тамамлай. Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһында эшләп, шул уҡ ваҡытта Магнитогорск дәүләт университетында эш башҡарыусы һөнәрен үҙләштерә. Тормош иптәше Илнур менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Тырыш ҡыҙ декрет ялына сыҡҡас тәүҙә балаларына тип башҡорт әкиәттәренән алынған персонаждарҙы футболкаларға төшөрә башлай. Һуңынан магазин кәштәһендә башҡорт милли түшелдереген күреп илһамлана. Ошо ваҡыттан алып милли этнофутболкалар эшләү менән мәшғүл. Был идеяға тормош иптәше ыңғай ҡарай һәм интернет-магазин асырға тәҡдим итә. Бына шулай итеп, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән заказ буйынса этнофутболкалар етештерә ул.

«Һәр бер эшемде яратып башҡарам, үҙемдең күңел йылымды һалам. Һәр бер тәңкәһен, сулпыларын төшөрөп, ялтыра-уыҡтар менән биҙәгәндә кешенең үҙенсәлегенә ҡарайым. Бар халыҡтың кейеме үҙ милләтенә килешеп тора, башҡорт милли түшелдеректәре лә ҡатын-ҡыҙҙарҙы бөтөнләй үҙгәртә, һөйкөмлөлөк, сер өҫтәй», — ти Айгөл.

Айгөл тормош иптәше менән умарта тоталар. Таһир Кусимов исемендәге гим-назияла уҙғарылған «Атай, әсәй, мәктәп, мин — татыу ғаилә» тигән конкурста ғаилә менән ҡатнашып, призлы икенсе урын алғандар. Үҙәк район китапханаһындағы «Һомай» ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзаһы булараҡ, Әсәйҙәр көнөнә арналған күргәҙмәлә ҡатнашты.

— Яратҡан эш менән шөғөлләнеү эске донъяны биҙәй, кешене үҫтерә, күңелен байыта, — тип һанай ул.

Люциә ОМОРҘАҠОВА.
Читайте нас: