+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Март 2020, 12:44

Тарихи шәхес

Гусев ауылы китапханаһында Сергей Соколовтың яҡты иҫтәлегенә арналған кисә үтте.

Гусев ауылы китапханаһында Сергей Соколовтың яҡты иҫтәлегенә арналған кисә үтте. Ауыл китапханасыһы Әлфинә Сафиуллина тарихи шәхесте иҫкә төшөрөү маҡсаты менән мәктәп уҡыусыларын, ветеран-уҡытыусыларҙы, ауыл халҡын йыйҙы. Сергей Соколов 1885 йылда, Белорет районының, Әүжән ауылында тыуып үҫеп, Гусев ауылында «Серп» исемле колхоздың тәүге рәйесе булған. Ихтыярлы, белемле кеше, хужалыҡты башлап ойоштороуҙа, үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Р. Сәғитов шәхестең шәжәрәһе менән таныштырһа, Г. Һиҙиәтова граждандар һуғышы осоро менән таныштырған. Соколов исемен Гусевта урам, китапхана йөрөтә.
Читайте нас: