Төрлөһөнән
20 Марта 2020, 05:05

Урмансылар белемен камиллаштырҙы

Ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә ошо көндәрҙә Өфө урман хужалығы техникумында белемде камиллаштырыу курстары уҙҙы.#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Уларҙа Урмансылыҡтарға идара итеү идаралығының һәм республика урман хужалыҡтарының 49 вәкиле ғилем эстәне. Уларға “Урман хужалығы” бүлексәһе уҡытыусылары һәм министрлыҡтар, Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге, Урмансылыҡтарға идара итеү идаралыҡтары белгестәре лекциялар уҡыны, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Курстар тамамланғас, министрлыҡ ҡарамағындағы ойошмалар белгестәренә “Урман янғындарын һүндереү етәксеһе” программаһы буйынса белемде камиллаштырыу тураһында танытмалар тапшырылды
Читайте нас