-7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Март 2020, 12:42

Һеҙҙең өсөн, ата-әсәләр!

Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәр кемгә тейеш? Уны ҡасан түләй башлаясаҡтар? #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәр кемгә тейеш? Уны ҡасан түләй башлаясаҡтар?
Ғаиләгеҙҙәге йән башына тура килгән уртаса килемегеҙ 2020 йылда 9804 һумдан артмай икән, тимәк, һеҙ был түләүҙәрҙе алырға хоҡуҡлы.
Ғаризаны ҡасан яҙыуығыҙға ҡарамаҫтан, пособиены 2020 йылдың 1 ғинуарынан түләйәсәктәр (йәки балағыҙға өс йәш тулғандан башлап).
2020 йылда айлыҡ түләүҙәр күләме – 4894,50 һум.
Ғаризалар 2020 йылдың 1 июленән ҡабул ителә.
Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарына, Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәктәргә һәм Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы аша мөрәжәғәт итергә була. “Демография” милли проектына ярашлы, балалы ғаиләләргә финанс ярҙамы күрһәтеү, тормош сифатын яҡшыртыу – хәл итәһе төп мәсьәләләрҙең береһе.
Читайте нас: