+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Март 2020, 11:00

Ябай кешеләр мәнфәғәтендә булһын

БР Йәмәғәт палатаһы вәкиле Гөлназ Ҡолһарина РФ Конституцияһына өҫтәмәләр буйынса үҙ фекерен белдерҙе.

Конституция Суды илдең төп документында өҫтәмәләрҙе законлы тип тапты. Мин үҙ сиратымда, был үҙгәрештәр ябай халыҡ мәнфәғәтендә булыр тип ышанам. Бәхәстәр тынмай, әлбиттә. Шулай ҙа, бик мөһим пункттар ҙа бар. Мәҫәлән, пенсияны индексациялау, пособиелар түләү закон менән нығытыла. Туған телдәр тураһында пункт менән айырыуса ризамын. Илдә һәр бер халыҡ туған телендә һөйләшергә, уны өйрәнергә хоҡуҡлы. Башҡортостанда ла рус теле менән бер рәттән башҡорт теле дәүләт кимәлендә яҡланыр, дәүләт учреждениеларында ралашыу теленә әйләнер, тип өмөт итәм. Тауыш биреүҙән ситтә ҡалмағыҙ», — тине ул.
Читайте нас: