+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Март 2020, 11:20

Лагерҙарҙың сменалары алдағы айҙарға күсерелде

Пандемия һәр өлкәлә үҙгәрештәр талап итә. Был балаларҙың ял итеү лагерҙарына ла ҡағылды.

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә ойошторолған балалар өсөн ял һәм аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу буйынса лагерь сменалары алдағы айҙарға күсерелә. Атап әйткәндә, «Артек», «Смена», «Орленок», «Океан» кеүек лагерҙар етәкселеге ошондай ҡарарға килде. Улар уҡыусыларҙы апрель аҙағы – май айында ҡабул итергә әҙер.
Ә дистанцион уҡыуға күскән балалар өсөн милли проект бер нисә белем биреү платформаһы тәҡдим итә. Улар менән Мәғариф министрлығының рәсми сайтында танышырға була.
Читайте нас: