Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре тураһындағы законына ярашлы, ойошма-учреждение алтаҡта-лары рус һәм башҡорт телдәрендә яҙылырға тейеш. Тик русса яҙылғандары дөрөҫ булһа, башҡортсаһында хаталар күҙгә йыш салына.
Рейд район хакимиәте алтаҡтаһын тикшереүҙән башланды. Төп рәсми учреждение тышындағы яҙыуҙар ҙа, уларҙың урынлаштырылыуы ла дөрөҫ булыуы ҡыуандырҙы. Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенә лә һүҙ теймәне. Ошо бинала урынлашҡан полиция пункты алтаҡтаһында етешһеҙлектәр бар. «Ауыл, урам, йорт» тигән һүҙҙәр руссаһына ҡарап ҡыҫҡартылмай, тулыһынса яҙылһа, эстетик яҡтан матурыраҡ күренер ине.
Ауыл хужалығы бүлеге, үҙәк-ләштерелгән бухгалтерия, милек менән идара итеү комитеты урынлашҡан бина бихисап алтаҡталар менән ҡаршыланы. Уларҙың барыһы ла дөрөҫ, тик бына ауыл хужалығы бүлеге алтаҡтаһында хакимиәт һүҙе «хәкимиәт» тип яҙылған.
«Газпром» йәмғиәте алтаҡтаһында бер хата табылды: тәнәфесһеҙ урынына «тәнәфесез» киткән.
Асҡар почтаһының алтаҡтаһы шыр хаталы булыуы менән аптыратты: «асык акционерзар йэмгиете, Аскар, тәнэфәс, тәулек, вакыты, кене, йэкшәмбе, тәнәфесһез» тигән һүҙҙәрҙе тел һындырмайса уҡып булмай. Башҡорт телен бөтөнләй белмәгән әҙәм тәржемә итеп булышҡан, ахыры. Юғиһә, яҡындағы почта бүлексәһенең адресын күрһәтеп, Дәүләт ауылындағы Көһәмеш урамын «Көһәрмәш» тип яҙмаҫтар ине, моғайын.
Универмаг төрлө сағыу, тәртипһеҙ рәүештә урынлашҡан ҙур баннерҙары менән иғтибарҙы йәлеп итә. Әммә уларҙың береһендә, исмаһам, башҡортса һүҙ булһасы?
«Россельхозбанк» алдындағы яҙыуҙы диҡҡәт менән уҡығанды күреп, башҡалар ҙа хата эҙләргә тотондо. Банкирҙар адрестың руссаһында Шайморатов урамы тип кенә яҙған, ә башҡортсаһында Геройҙың исемен генә күрһәтеү урынлы тип һанаған. «Миңлеғәле урамын» күргәнегеҙ юҡтыр әле. Булмаһа, килеп ҡарағыҙ. «Асҡар ауыл», «27-сө Өҫтәмә офисы», «хәҙмәтләндереү», «һэм» тигән һүҙҙәр яңылыш яҙылған.
Уның эргәһендәге дарыуханала «Эш ваҡыты тәнәфесһеҙ һәм көндәрһеҙ» икән. Прокуратура ла дәүләт телдәре тураһындағы законға ярашлы, алтаҡтаны ике телдә яҙған, әммә башҡортсаһына ҡарата комиссия ағзалары үҙҙәренең тәҡдимен еткерҙе. Ошо уҡ бинала урынлашҡан һалым инспекцияһы, башҡа ойошмалар алтаҡталарына күҙ һалып, етешһеҙлектәре әйтелде.
Район үҙәгенең баҙары үҙе айырым донъя. Был тирәлә үҙеңде төп башҡорт районында түгел, һис юғы Магнит баҙарында тип хис итергә була. Магазин-бутиктар яҙыуҙары тотош русса тиерлек, хатта инглиз телендәгеләре лә осрай. «Фәриҙәлә», «Минзәләлә» тигән алтаҡталар ғына башҡортса үҙенә әйҙәй. «Тамьян» ҡулланыусылар йәмғиәте ашханаһы ла хаталы алтаҡта менән ҡаршылай, ырыуыбыҙ исеме ҡатылыҡ билдәһе аша яҙылыуын бында белмәйҙәр икән.
«Продукты даром», «Магнит» супермаркеттары, шул тирәләге башҡа магазиндар башҡортса яҙыу кәрәк тип тапмағандар. «Фармленд» аптекаһының ғына башҡортса алтаҡтаһы бар. «Уралсиб» банкыһы ла туған телдә етешһеҙлектәре булыуы менән көйөндөрҙө.
Ә бына Көнсығыш-1 биҫтәһендә яңыраҡ асылған «Пятерочка» магазинына ингәс тә, күпте күргән комиссия ағзалары аптырап ҡалды. Ишектән үк башҡортса яҙыуҙар ҡаршы ала, «һөт ризыҡтары, һыу, һуттар, ыуылдырыҡ, туңдырылған ит» тигән дөрөҫ тәржемәләр күҙҙе иркәләй. Русса һәр яҙыу янында мотлаҡ башҡортсаһы бар һәм улар дөрөҫ яҙылған, матур итеп урынлаштырылған. «Һатып алыуығыҙ өсөн рәхмәт!» тигән яҙыу оҙатып ҡалған магазиндан һәр кем күңеле күтәрелеп сығалыр ул. Һис шикһеҙ, һәр кемгә өлгө булырлыҡ, ике телдә лә яҙыу буйынса бөтә талаптарҙы теүәл үтәгән магазин тигән һығымта яһаны тел буйынса комиссия.
Район үҙәгендә алтаҡталарҙы тикшереү буйынса рейдтар артабан да дауам итәсәк. Хаталы яҙыуҙарығыҙ менән гәзит биттәренә эләкмәҫ борон тиҙерәк төҙәтә һалығыҙ. Әлеге хаталы алтаҡталар хаҡында ойошма-учреждение етәкселәренә хәбәр ителәсәк һәм улар етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү сараһын күрергә тейеш буласаҡ. Башҡорт теле һәм Зауыҡлы биләмәләр йылдарында был тәңгәлдә мотлаҡ тәртип урынлаштырылырға тейеш.