+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Март 2020, 17:48

Гөлназдың эте — инә бүре

«Сәйер эт… Яҡынлай башлаһаң сигенә, алға китһәң — эйәрә… Үҙе тоҡомло күренә, тик бик ябыҡ. Уң ҡолағы ла юҡ... Бындай ҙур эт беҙҙең ауылда юҡ ул. Бәлки, сит яҡтан алып килеп ташлап киткәндәрҙер. Йән эйәһе бит әле, нисек тә булһа өйгә алып ҡайтырға кәрәк уны», — был ауыр уйҙар көндәй балҡып торған урамға ингәс кенә онотолдолар.

Автобус үкерә-ажғыра, көрт һалына башлаған юлда бата-сума, кәйелә-һуғыла маршруттың аҙаҡҡы туҡталышы — Билалға килеп етеп, ауыл эсенә инә алмай, оста туҡтаны. Уның эсенән шаян көлөүҙәр, ҡыуаныслы тауыштар тышҡа бәреп сығып, тыныслыҡ һаҡлаған һалҡын һауаны ярҙы… Тәрән көрт өҫтөнә һалынған берҙән-бер һуҡмаҡ буйлап, йәштәр бер-береһен йыға төртөшөп, ҡысҡырыша-көлөшә, арттарынан ап-аҡ ҡар саңы борлатып, кемуҙарҙан алға уҡталдылар. Ҡабаланмаҫлыҡ та, ҡыуанмаҫлыҡ та мыни, бөгөн бит 1975 йылдың һуңғы көнө… Бер нисә сәғәттән өр-яңы йыл ер йөҙөнә аяҡ баҫасаҡ...
Улар араһынан тик берәү генә ҡабаланмай. Ул Сибай педагогия училищеһында уҡыған, Һәмән ауылы һылыуы — Асҡарова Гөлназ. Алғы рәттә ултырһа ла ул, түҙемһеҙ яҡташтарының салонды бушатҡандарын көтөп, иң аҙаҡ сыҡты. Ҡыҙ автобус ҡуҙғалып киткәнсе саф һауала кинәнеп баҫып торҙо. Эх, ниндәй рәхәтлек… Оҙон сәғәттәр буйы тынсыу һауанан ҡурылған үпкәләр киңәйеп киткәндәй булды. Ҡыш — Гөлназдың яратҡан миҙгеле… О, ҡышҡы сафлыҡ… Бөтә тирә яҡ ап-аҡ юрғанға ябынған. Аҡ һуҡмаҡтан ашыҡмай ғына атлай бирә йәш шағирә. Күктәге яңғыҙ ай яҡты нурҙарын һибеп, уны тирәләп һибелгән ынйы-йондоҙҙар яңғыҙ атлаған ҡыҙға күҙҙәрен ҡыҫҡылап емелдәшәләр. Өйөрөлөп-өйөрөлөп яуған эре ҡар бөртөктәре ҡыҙарып янған сикәләрҙе, ҡайнар ирендәрҙе сылаталар, иҫерткес ҡышҡы саф һауа күңел төптәрендә йәшенгән серле тойғоларҙы уята, илһамды көсәйтә… Аяҡ аҫтында ҡар шығырлаған һайын яңы шиғыр юлы тыуа һәм куплет тула:
Ҡарҙар яуа, ҡырпаҡ ҡарҙар,
Төндәрҙең оҙон сағы.
Йоҡлай тауҙар, тынған һыуҙар,
Һайрар ҡоштарың киткән ары.
Тып-тын ғына ҡарҙар яуа,
Ел иҫмәйсә сыҡмай буран.
Аяҡ өҫтө, шыр яланғас,
Йоҡлай ағас, йоҡлай урман.
Эх, бар донья һил, тыныс…
Күңел тулы нескә хистәр…
Атлай торғас, ҡыҙҙың шиғри күҙлегенән, алда төрлө уттар менән балҡыған ауыл өйҙәренең мөрйәләренән урғылған аҡ төтөн бағаналары, уларҙы күк көмбәҙе баҫмаһын өсөн терәтеп ҡуйылған таяуҙар булып күренә башланы. Ирекһеҙҙән, Гөлназ уйҙарынан үҙенән-үҙе оялып, йылмайып ҡуйҙы…
Хикәйәмдең геройына тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып, шиғыр юл юлдарына хистәрен теҙеп оҙаҡ барырға тура килмәне. Ике ауыл араһындағы « Туҡмаҡ» тип аталған урынға еткәс, алда, тракторҙар юл таҙартҡанда өйгән ҙур өйөмдөң артынан бер шәүлә ҡуҙғалып сыҡҡандай булды. Һис әҙәм затына оҡшамаған ине ул. Гөлназ ҡыҙыҡһынып аҙымдарын йышайтты. Яҡынлаша биргәс, уның ябай эт икәне асыҡланды. «Кемдеке икән ул? Нишләп яңғыҙы бында килеп сыҡҡан ?» Ҡыҙ үҙен ҡаршы алыусыһы менән шаярып алырға булды:
— Эй, һин Тузик! Тарзан!? Әллә Шарик!? Һин мине ҡаршылайһыңмы? Үәт, маладис, бик ҙур рәхмәт үҙеңә! Кил бында, ҡана ҡулыңды бир, Яңы йыл менән ҡотлайым әле, — тип уға яҡынларға булғайны, тегенең бик сәйер ҡыланды: башта тештәрен ялтыратып ырылданы, унан башын эйеп сыйнаны.
Гөлназ этте яңғыҙын ҡалдырырға теләмәне:
— Әйҙә минең менән! Маһ-маһ! — тип бер нисә тапҡыр саҡырҙы.
Уныһы урынынан ҡыбырларға ла уйламағас, ҡыҙ: «Уй, аллам… Инәлттең инде, әйҙә ҡал! Бүреләр ашаһын үҙеңде!» — тип үпкәләгән булып алға ынтылды һәм башҡаса артына әйләнеп тә ҡараманы. Сөнки ауыр тын алышынан, тәпәйҙәре аҫтында ҡар шығырлағанынан эттең ҡалмай эйәреп килеүе билгеле ине. Ауылға килеп етә башлағас, Гөлназ юлдашын юҡһынып туҡтаны. Ул юл ситендәге көрт һыртына менеп ултырған ине. Ҡыҙ уны башҡаса өгөтләп, саҡырып торманы: «Ихлас ҡайтырға уйламайһың бит, ә? Ярай, мә һиңә, Яңы йыл күстәнәсе,» — тип сумкаһынан бер бөйөрөк алып алдына ырғытты. Уныһы еҫкәп тә тормай, бер ҡабыуҙа юҡ итте. Һыйлаусыға тағы бер нисә тапҡыр сумкаһына төшөргә тура килде.
«Сәйер эт… Яҡынлай башлаһаң сигенә, алға китһәң — эйәрә… Үҙе тоҡомло күренә, тик бик ябыҡ. Уң ҡолағы ла юҡ... Бындай ҙур эт беҙҙең ауылда юҡ ул. Бәлки, сит яҡтан алып килеп ташлап киткәндәрҙер. Йән эйәһе бит әле, нисек тә булһа өйгә алып ҡайтырға кәрәк уны», — был ауыр уйҙар көндәй балҡып торған урамға ингәс кенә онотолдолар. Ни генә тиһәң дә, тыуған йорт доньяла иң изге, иң ҡәҙерле урын. Бында һине һәр саҡ көтәләр, яраталар һәм өҙөлөп һағыналар. Гөлназ өйҙәгеләрҙе байрам менән ҡотлап бүләктәр таратып ҡыуандырҙы. Унан инде, ғәҙәттәгесә, торт менән сәй эсеү булды. Ҡунаҡ йыш ҡына стеналағы сәғәткә ҡарай башлағас, әсәһе: «Ярай, балаҡайым, бараһы ерең барҙыр… Түлке, һәйбәт йөрө, йәме», — тип уның арҡаһынан тупылдатып һөйөп алды. Ҡыҙ ҙа яуапһыҙ ҡалманы: «Ярай, әсәкәйем, ҡәҙерлем. Минең өсөн ҡайғырма, бөтәһе лә һәйбәт булыр», — тине лә, тороп кейенә башланы.
Шул ваҡытта юлда ҡалған эйәһеҙ эт иҫенә төшөп, бер аҙ уйланып торҙо ла:
— Мин бынау аштан ҡалған һөйәк-мөйәктәрҙе алып китәйем әле. Миңә юлда бер эт эйәреп килгәйне, үҙе шундай асыҡҡан. Ауылға инмәй, мине көтөп ултырып ҡалды, — тип әсәһенең йөрәгенә шом һалды.
— Уй, балаҡайым! Бүре булып ҡуймаһын… Ошо арала шул яҡтағы эттәр төнө буйы өрөп-олошоп сығалар.
— Юҡ, әсәй, ысынлап та эт ул. Мин уны ашаттым, хатта һөйләштем… Тик бына ауылға еткәс, эйәрмәне лә ҡуйҙы. Башҡа эттәр талауынан ҡурҡты, ахырыһы. Булдыра алһам, алып ҡайтып сынйырға бәйләп ҡуяйыммы, әсәй? Тоҡомло, аҡыллы эткә оҡшаған.
— Ярай, ҡыҙым, бик оҡшатһаң алып ҡайт. Тик ҡара уны, Билалға яңғыҙың сыҡма. «Туҡмаҡ» буйы хәүефле, енле урын ул. Ана, шкафта фонарик ята, шуны ла ал, — тип оҙатып ҡалды әсәй кеше.
Урамға сығыу менән күңелен яңғыҙлыҡ тойғолары сорнап алған ҡыҙ аҙымдарын йышайтты. Теге этте күргеһе килде уның. Гөлназ ауылды сыҡҡас та фонаригы менән тирә-яҡты яҡтыртып барҙы, тауыш та биргеләп ҡараны, ләкин уныһы күренмәне. Төшөнкөлөккә бирелгән ҡыҙ сумҡаһындағы һөйәктәрҙе ташлап китергә уйлағайны, алдараҡ сыйнаған тауыш ишетелде. Алдағы бейек ҡар өйөмө артынан, көрткә бата-сума теге хәлһеҙ йән эйәһе сығып килә ине. Гөлназ иркен һулап уның күзен сағылдырмайым, тип фонариген һүндерҙе лә:
— Үәт, маладис… Барыбер, көткәнһең бит, ә? Әйзә, ас ятма, һыйлан, — тип сумкаһын юл ситенә бушатты. Ҡабаланһа ла юлаусы эт янынан китә алманы, уның сатырлатып һөйәк кимергәнен ҡарап торҙо, һөйләшкән булды:
— Кем булаһың һин? Исемкәйҙәрең барҙыр, моғайын. Хужаларың да булғандыр инде… Миңә дуҫ булаһыңмы? Мин һине үҙебеҙгә алып ҡайтам яраймы? Тик һин минең кире әйләнгәнемде көт. Әйҙә, һиңә «Йыртыҡ ҡолаҡ» тип исем ҡушайыҡ, үпкәләмәйһеңме? Кил миңә, әҙерәк иркәләп алайым үҙеңде.
Ләкин уныһы тештәрен ялтыратып, ырылдап ситкә тайпылды. Үпкәсел ҡыҙға шул ғына етә ҡалды: «Мин һине хөрмәт итеп ашатам, ә һин? Әйҙә, ҡал, бүреләргә тамаҡ булырһың!» — тине лә ауыл яғына атланы.
Күпмелер барғандыр, Гөлназ артына әйләнеп ҡараны. «Йыртыҡ ҡолаҡ» ҡалмаҫҡа тырышып, эйәреп килә ине. Уны йәлләп ҡыҙ аҙымдарын яйлатты «Хәҙер беҙ икәүбеҙ. Инде ҡайтҡанда егеттәр оҙатырға, тип эйәрә төшһәләр, бынамын тигән һаҡсым бар», — тип ҡыуанды Гөлназ. Ләкин ауылға еткәс, нишләптер эттәр зыу ҡубып өрөшә башлағайнылар. «Йыртыҡ ҡолаҡ» ултырып ҡалды.
Ауыл клубында бал-маскарад бик күңелле үтте. Унан һуң Гөлназдың дуҫ-иштәре бер аулаҡ өйҙә йыйылышып ултырҙылар. Уйын-көлкө таңға тиклем дауам итте. Танһығы ҡанғансы бейеп-йырлап арығас, Гөлназ иптәш ҡыҙы менән ҡайтырға сыҡты. Был юлы ла ул этен онотманы, сумкаһы аҙыҡ ҡалдыҡтары менән тулы ине. Бына улар ҡултыҡлашып, ҡабаланмай ғына Билалдың оҙон урамы буйлап үтеп, «Туҡмаҡ» яғына сыҡтылар. Ҡыҙҙар заты шул инде: бер-береһенә серҙәрен сисәләр, егеттәр менән мәҙәк хәлдәрҙе һөйләп, туҡтап һындары ҡатҡансы көлөшөп алалар. Бер ваҡыт Гөлназ ҡулындағы сумкаһын икенсеһенә күсерергә булып, әхирәтенең уң яғына сығып атларға булғайны, уныһы «йөктө» тотоп алды ла: «Атаҡ-атаҡ, шул хәтлем итеп нимә тейәп алғанһың ул?» — тип көлдө. Гөлназ «Йыртыҡ ҡолаҡ» тураһында һөйләп тә өлгөрҙө, уныһы ҙур ҡар өйөме артынан ҡаршыға килеп тә сыҡты. Гөлназ иптәшенең ҡулынан ысҡынып:
— Эй, бахырҡайым, көтөп асыҡтыңмы?! — тип алға уҡталды. Әхирәте ҡомһоҙланып ашанған был йән эйәһенә ҡарап торҙо ла, артка сигенеп:
— Гөлназ… Был бит эт түгел, ә бүре… — тип шыбырланы. Атаһы һунарсы булғас, ул йәнлектәрҙе таный белә ине.
— Юҡ, иптәшкәйем, эт ул. Тоҡомо шулай, ауылдағы сәүек-мәүек, смесь түгел инде. Бүре булһа, күптән беҙгә һөжүм итәр ине, — тип үҙенекен тылҡыны Гөлназ.
Аптырауға төшкән ҡыҙ:
— Әлләсе… Миңә, нишләптер, бүре һымаҡ күрендесе. Оҡшаған бит әле. Эйе, була шул шундай эттәр, — тип үҙенең икеләнеүен бөтөрөп ҡуйҙы. «Эт» үҙенә төбәлгән фонарик яҡтыһына ла иғтибар итмәй ашауын белде. Инде тамағы туйғас, ул үҙен һыйлаусыларҙы оҙатып ҡуйырға йыбанды, шикелле. Ҡыҙыл теле менән ирен ситтәрен ялап алып, ауыҙын ҙур асып иҫәнәп башын сайҡаны ла, боролоп көрттә бата-сума ҡар өйөме артына инеп юғалды. «Йыртыҡ ҡолаҡ» Гөлназдың әхирәтенә бик оҡшаны, шикелле. Ауылға килеп ингәнсе ул иптәшен өгөтләп үҙ яғына ауҙарҙы.
— Хәҙер, ҡайтам да атайыма әйтәм. Иртәнсәк, яҡтырыу менән килеп алыр. Аҡбай үлгәне бирле, бер йыл инде, этебеҙ юҡ. Иртәгә килеп сығырһың, йәме, — тип хушлашты ул.
Ә Гөлназдың йәне әсене, этте һис биргеһе килмәгәйне. Нескә күңел юха тел алдында ҡаршылыҡ күрһәтә алманы. Иртәгеһенә Гөлназ һуң ғына уянды. Өҫтәл артында тамаҡҡа ризыҡ барманы.Ҡыҙҙың уйында шул кисәге эт ине. «Туҡта әле, мин нишләп «Йыртыҡ ҡолаҡ»ты икенселәргә бирергә тейеш әле? Бәлки, атаһы таба алмай ҡалһа, уны үҙемә аласаҡмын», — тигән ҡарарға килде ул һәм әхирәтенә барып сығырға булды. Һунарсының ҡапҡаһы эсендә, байрамдан һуң ҡыҙмаса булып алған ирҙәр, түңәрәкләп тороп, ҡысҡырышып, бер-береһен бүлеп бәхәсләшәләр ине. Араларында бик эре генә баҫып торған һунарсы Гөлназды янына саҡырып алды ла, арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйөп:
— Рәхмәт, ҡыҙым! Ҡара ниндәй ҙур инә бүре булған… Нисек үҙегеҙгә йәбешмәгән. Мин уны, борон ата-бабаларыбыҙ кеүек, суҡмар менән бер һуғыуҙа йыҡтым. Ҡаршы ырғып маташа мыҡты нәмә, — тип маһайҙы.
Унан ул ирҙәрҙе өйөнә табышты «йыуҙырырға» индереп алып китте. Ап-аҡ ҡар өстөндә маңлайы йәнселеп ятҡан «Йыртыҡ ҡолаҡ» ябылып бөтмәгән ауыҙынан тештәрен ыржайтып: «Ниңә үҙең килмәнең инде? Ә үлтереүсене ебәргәнһең… Мин бит һине генә көткәйнем», — тип үпкәле ҡарашы менән ҡыҙға текләй кеүек ине. Гөлназ йыртҡыстың янына тубыҡланып ултырҙы ла бер ҡулының усы менән ауыҙын ҡаплап, икенсеһе менән бүренең ҡанлы моронон һыйпап илап ебәрҙе. «Нишләп кенә үлтерҙеләр һине? Ғәфү ит мине… Бүре булһаң да, мин һине оҡшатҡайным бит» — тип шыбырлай ине әсе күҙ йәштәренә мул һуғарылған ҡыҙ ирендәре.

Мансур БАҺАУВ.

Авторҙан. Хикәйәмдең геройы, ҡәҙерле Гөлназыбыҙ күптәнән беҙҙең арабыҙҙа юҡ инде. Етмешенсе йылдарҙа Сибай педагогия училищеһында уҡығандар уны бик яҡшы белә. Нескә күңелле, баҫалҡы ҡыҙҙың киләсәктә танылған шағирә булып китеүенә беҙ беребеҙ ҙә икеләнмәй инек. Ҡайһы бер шиғырҙарын беҙ әле лә онотмағанбыҙ, яттан беләбеҙ. Гөлназдың ҡартайып өйөрөнән ҡыуылған ҡарт бүре менән осрашҡан урынында хәҙер йорттар үҫә. Был хәлдән һуң һунарсы ла, уның ҡыҙы ла һүҙ ҡуҙғатырға тырышманылар, шуға ла күрә ошоға тиклем Гөлназдың һәм бүренең тап булышыуҙары асылмаған сер булып ҡала килде. Шул сәбәптән башҡа исемдәр хикәйәмдә аталмай.
Яҙылды: март 2002 йыл.
Читайте нас: