+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Март 2020, 13:50

Урман хужалыҡтарына яңы техника

“Экология” милли проекты сиктәрендә республика урман хужалыҡтарында техник парк яңырыуын дауам итә.#национальныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

“Экология” милли проекты сиктәрендә республика урман хужалыҡтарында техник парк яңырыуын дауам итә.
Урмандарҙы һаҡлауға йүнәлтелгән федераль проект буйынса ағымдағы йылда урман техникаһы һатып алыуға 77,1 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Әле ике дәүләт контракты нигеҙендә 14 тәгәрмәсле трактор, 2 янғын һүндереү автоцистернаһы һәм тягач алынған.
Урман хужалығы министрлығына ҡараған учреждениелар урмандарҙы тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса яңы техникаға эйә буласаҡ. Махсус техника менән файҙаланыу урман янғындары менән көрәштә лә ыңғай һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаясаҡ.
Читайте нас: