+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Апрель 2020, 12:46

Тәҡдим

Хәрби часть. Дүрт лейтенант командирҙан отпуск һорарға булған. Беренсеһе уның янына инә:

Хәрби часть. Дүрт лейтенант командирҙан отпуск һорарға булған. Беренсеһе уның янына инә:
– Иптәш полковник, отпускыға китергә рөхсәт итегеҙ.
– Отпуск, тиһеңме? Рационализаторлыҡ тәҡдиме бирһәң, китерһең.
– Була ул! Ана, һеҙҙең тәҙрә янында һалдат үлән саба. Ниңә ул салғыһын бер яҡҡа ғына һелтәй? Әйҙә, уға икенсе салғы бәйләйбеҙ, һулға ла, уңға ла сапһын.
– Маладис! Отпускаға!
Икенсеһе инә.
– Рационализаторлыҡ тәҡдиме бир…
– Була ул! Ана, һеҙҙең тәҙрә янында һалдат үлән саба. Әйҙә, уның салғыһына һәнәк бәйләйбеҙ, үләнде шунда уҡ күбәләп барһын.
– Маладис! Отпускаға!
Өсөнсөһө инә:
– Рационализаторлыҡ тәҡдиме…
– Була ул! Ана һеҙҙең тәҙрә янында һалдат үлән саба. Әйҙә, уға арба бәйләйбеҙ, шунда уҡ ташып ҡуйһын.
– Маладис! Отпускаға!
Дүртенсеһе инә.
– Рационализаторлыҡ тәҡдиме…
– Белмәйем.
– Ну-у-у-у-… Бар, уйла! Уйлағаста килерһең.
Лейтенант болдорға сығып баҫа, тәмәке һура-һура уйлай. Уның янына һалдат килә. Салғылы, һәнәкле, арбалы. Тиргә батҡан, хәлдән тайған. Асыуланып һорай:
– Иптәш лейтенант, отпускаға китәһегеҙме ни? Рационализаторлыҡ тәҡдиме уйлай алмайһығыҙмы әллә?
– Эйе-е…
Маңлайыма яҡтыртҡыс ҡуйығыҙ! Яҡтыртҡыс! Төндә сапһын өсөн!
Читайте нас: