Уға ярашлы, РФ Ҡыҙыл китабына быға тиклем булғандары өҫтәп, тағы 29 төр ҡош һәм 14 төр имеҙеүсе хайуандар теркәлде.
Был эш бик оҙайлы ваҡыт барҙы, сөнки ошоға тиклемге булдырылған Ҡыҙыл китап 1997 йылда һуңғы тапҡыр раҫланған, ә был арауыҡ эсендә юғалыу хәүефе аҫтында ҡалған йәнлектәр һаны артҡан. Ҡыҙыл китапҡа өҫтәп индерелеүсе үҙенсәлекле хайуандар араһында — косатка, төньяҡ боланы, Каспий тюлене, һыҙатлы гиена, сайгак, гагара һәм башҡалар бар. Уларҙың тулы исемлеге менән Тәбиғәтте һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була.