Акция сиктәрәндә был көндә 670 биләмәлә 85 мең төп ағас, 48 мең төп ҡыуаҡ һәм башҡа төрлө йәшел үҫентеләр ултыртыу күҙаллана. Әгәр төбәктә эпидемиологик хәл ыңғайланһа, акцияға 150 меңдән ашыу кешене йәлеп итеү көтөлә. Ваҡиғалар, киреһенсә,насар яҡҡа үҙгәрһә, ағас үҫентеләрен ултыртыу коммуналь хеҙмәттәр һәм ирекмәндәр көсө менән башҡарыласаҡ.