+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Апрель 2020, 10:45

Башҡортостанда яңы айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре булдырыла

”Экология” милли проектының “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре булдырыу юлы менән биологик күп төрлөлөктө һаҡлау” төбәк проекты сиктәрендә айырыуса һаҡланыусы биләмәләрҙе арттырыу планлаштырыла.#национальныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

”Экология” милли проектының “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре булдырыу юлы менән биологик күп төрлөлөктө һаҡлау” төбәк проекты сиктәрендә айырыуса һаҡланыусы биләмәләрҙе арттырыу планлаштырыла. Проект сиктәрендә республика әһәмиәтендәге 16 айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе булдырылған. Улар – “Еҙем” тәбиғәт паркы һәм 15 тәбиғәт һәйкәле. Был урындарҙа әле инфраструктура объекттары булдырыу буйынса саралар башҡарыла.
Тәбиғәт парктары туризмды үҫтереү йәһәтенән төрлө йүнәлештәргә эйә. “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында спелеотуризм үҫешә. Унда мәмерйәгә экскурсиялар ойошторолған. Туризмдың һыуға бәйле төрҙәре “Асылыкүл”, “Ҡандракүл”, “Еҙем” тәбиғәт парктарында тормошҡа ашырыла.
-2024 йылға тиклем беҙ тағы ла 4 айырыуса һаҡланыусы биләмә булдырасаҡбыҙ. Уларҙа туризмды перспективалы үҫтереү буйынса эшмәкәрлек дауам итәсәк, - ти БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров.
Читайте нас: