-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Апрель 2020, 11:53

Тегенсе ярҙамға ашыға

«Бөтә донъяны мәкерле сир афәте баҫты һәм бар халыҡ өсөн ошондай ауыр ваҡытта һәр кем ҡулынан килгәнсе изгелек эшләргә тейештер», — тигән фекерҙә Таҡһыр ауылында йәшәүсе Рәзилә Йосопова.

«Бөтә донъяны мәкерле сир афәте баҫты һәм бар халыҡ өсөн ошондай ауыр ваҡытта һәр кем ҡулынан килгәнсе изгелек эшләргә тейештер», — тигән фекерҙә Таҡһыр ауылында йәшәүсе Рәзилә Йосопова.

— Сирҙән һаҡланыу өсөн битлектәр кейеп йөрөү мотлаҡ тигәс, өҫтәүенә үҙем дә, ирем дә Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләгәс, битлек эҙләп әллә күпме дарыуханаларға индем. Әммә ҡапыл дефицитҡа әйләнгән был тауарҙы көндөҙ шәм менән эҙләһәң дә табырлыҡ түгел ине. Шунан үҙем тегеп алырға булдым, — тип һөйләй Рәзилә.Шулай итеп, һуңғы йылдарҙа мөйөштә эшһеҙ ултырған теген машинкаһын сығарып ала. Оҙаҡ ҡына ваҡыт ҡулланмағас, «тыңлашмаған» машинкаһын ире Илһам көйләп-йүнәтеп биргәс, эш китә.

Башта үҙҙәренә, балаларына, яҡындарына тегеп бирә. Унан инде кешеләрҙең битлек юҡлыҡҡа зарланыуын ишетә йөрөй торғас, ауылдаштарына ла ярҙам итмәксе була.

Көн һайын күрше ҡалаға эшкә йөрөү, өҫтәүенә кәртә-ҡура тулы мал булыуға ҡарамаҫтан, аҙ ғына буш ваҡыты сығыу менән тағы эшкә тотона. Рәзилә тегеп өлгөрткән битлектәрҙе Илһам йәһәтләп ауыл магазинына алып барып һала. Унан инде кемдәргә кәрәк, шулар ала. Һәм шуныһы: Йосоповтар уның өсөн аҡса алмайҙар, ауылдаштарына ярҙам йөҙөнән тараталар.

— Ни тиһәң дә, бөгөн иң кәрәкле әйбер бит. Ауылдаштар телефондан шылтыратып, рәхмәт әйтәләр. Магазинда бөтөп китһә, өлгөртөргә тыры-шам. Сөнки кемдәрҙер һатып та ала алмай, икенселәр тегә алмай, — ти Рәзилә. Ул ғына ла түгел, ҡалалағы коллегаларына ла битлектәр тегеп биргән уңған ҡатын.

Рәзиләнең кешеләргә ярҙамсыл, изге күңелле булыуы уның ун балалы ғаиләлә үҫеүенән дә киләлер. Ни тиһәң дә, күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгәндәрҙә бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙыу, кешелеклелек, изгелек кеүек сифаттар ярылып ята бит.

Тал Ҡусҡары ауылында йәшәгән Ғәлимә менән Нөғәмән Ғилмановтарҙың кинйә ҡыҙҙары ул. Әммә бер ҙә иркә, наҙлыҡай түгел, киреһенсә, эшкә әрһеҙ, сос булып буй еткерә. Етенсе класты тамамлағас, каникул ваҡытында йәйләүҙә һыйыр һауа, урынына алмаш булмағас, эштән уҡыу алдынан ғына, 31 августа ҡайта.

Һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң, Магнитогорск педагогия училищеһында белем ала һәм тыуған мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Бында бер йыл эшләгәс, Илһам Йосопов менән яҙмышын бәйләп, Таҡһыр ауылына килен булып төшә. Бөгөн иһә Йосоповтар ауылдаштары араһында өлгөлө донъя көткән, тәрбиәле балалар үҫтергән, һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер ғаилә булараҡ билдәле.

Бала саҡтан спорттың саңғы, йүгереү, шахмат төрҙәрен үҙ иткән Рәзилә Нөғәмән ҡыҙы был ауыл балаларында ла спортҡа һөйөү тәрбиәләү эшенә ихлас тотона. Ситтән тороп уҡып, Сибай институтында юғары белем дә ала. Тик замана елдәре ҡағылып, мәктәптә балалар һаны кәмеп, башланғыс кластар ғына ҡалғас, бер эштән дә ҡурҡмаған Р. Н. Йосопова колхозға эшкә сыға: бригада эшселәренә аш та бешерә, һыйыр ҙа һауа, сөгөлдөр ҙә утай. Әсәһе сирләп, тәрбиәгә мохтаж булғас, уны һуңғы тын алышына тиклем ҡәҙер-хөрмәттә дүрт йыл ҡарай.

Рәзилә ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙемлеге менән айырылып тора. Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзаһы. Бер генә көн ял, бушамайым тимәй ул, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары менән клубҡа йөрөп, концерт өйрәнеүгә ла ваҡыт таба. Ирекле халыҡ дружинаһы ағзаһы булараҡ ауылда, ошо көндәрҙә, айырыуса кистәрен, кешеләрҙең үҙизоляция режимын күҙәтеүҙәрен тикшереү буйынса рейдтарға ла сыға.

Рәзилә менән Илһамдың бер төптән тороп тормош көтөүҙәренә лә 33 йыл ваҡыт үтеп киткән. Йосоповтар ғүмер бүләк иткән ҡыҙҙар хәҙер инде һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһе менән йәшәй, балалар үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Мөнирә менән Сания ла, кейәүҙәре Дим менән Руслан да Магнитогорск металлургия комбинатында эшләйҙәр.

Бөгөнгө ауыр мәлдәрҙә берәүҙәр кешенең бәхетһеҙлегендә кеҫәһен ҡалынайтып ҡалырға тырышҡанда, ошондай мәрхәмәтлелек өлгөһө өмөт сатҡылары уята. Был еңел булмаған осор ысын ҡиммәттәрҙе аңларға, кемдең кемлеген асыҡларға мөмкинлек бирҙе, минеңсә.

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: