РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы был турала закон проектын йәмәғәт фекерен белеү өсөн норматив акттарҙың рәсми порталына ҡуйған. Инвалидтарҙы йөрөтөү өсөн ҡулланылыуы хаҡында машинаның электрон паспортында махсус яҙма булған осраҡта улар транспорт һалымы түләмәйәсәк, сөнки ул медицина автомобиле кеүек баһаланасаҡ, тиелә документта.