Рамаҙан айы — тик изге ғәмәлдәр генә ҡыла торған ваҡыт
Рамаҙан айында кешеләр иртә таңдан алып ҡояш батҡанға тиклем ашап-эсеүҙән тыйылып торорға тейеш. Ас ҡайғыһын туҡ белмәй, көнө буйы ашамай йөрөгән кешенең күңелендә фәҡирҙәргә ҡарата йәлләү, аңлау тойғоһо уянасаҡ. Бынан һуң кешеләр изгелектәрҙе күберәк эшләргә тырышасаҡ. Шулай уҡ Рамаҙан айында кеше гонаһтарҙан тыйылырға, телде тыйып торорға үҙен күнектерергә тейеш.
Рамаҙан айы — һәр ваҡыт аҡылды алға ҡуя торған ай. «Ураҙа минең өсөн һәм уның әжер-сауабын үҙем генә бирәм», — тигән Аллаһы Тәғәлә.
Ураҙа әхлаҡты, иманыбыҙҙы күтәрә торған ғәмәл-ғибәҙәт. Ураҙала ашамау-эсмәү, яҡынлыҡ ҡылмау ғына түгел, гонаһтарҙан да йыраҡ булыу мөһим. Кеше хәләл булған ризыҡтан, эсемлектәрҙән тыйылып та, харам булған һүгенеү һүҙҙәре, алдашыу, ғәйбәттән тыйылмаһа, ураҙаһынан бер файҙа ла юҡ.
Ҡыҫҡаһы, ураҙа тотоуҙың файҙаһы икһеҙ-сикһеҙ, ул тәнде лә, йәнде лә таҙарата, дауалай торған ғәмәл.
Ураҙаны аҡылы теүәл, тәне һау-сәләмәт булған бөтә мосолмандар ҙа тоторға тейеш. Ауырыуҙар, ныҡ хәлһеҙләнгән ололар ураҙа тотмай. Шулай уҡ ауырлы ҡатындарға, сабыйына зыян килер тип ҡурҡҡан бала имеҙгән әсәйҙәргә, мосафирҙарға ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә, ләкин улар башҡа бер ваҡытта ҡаза ҡыла. Ә инде кешегә сәләмәтлеге арҡаһында ураҙа тоторға ярамай икән, улар бер көн өсөн бер кешене ике тапҡыр ашатып сығарырға тейеш. Йәки утыҙ көн ураҙа тоторға тейеш икән, бер юлы алтмыш кешене саҡырып ауыҙ астыра ала. Йә булмаһа шуның күләмен аҡсалата түләй. Кем ураҙа тота алмай,ошо рәүешле ураҙа ғибәҙәтен өҫтөнән төшөрә ала.
Ураҙаны тамамлауға һәр мосолман фытыр саҙаҡаһын бирергә тейеш. Уның мәғәнәһе шул: кеше ураҙа тотҡан саҡта төрлө кәмселектәр ҡылһа, шуларҙы ҡаплатып ҡуя торған саҙаҡа. Ул Рамаҙан айы бөтөр алдынан мохтаждарға, етемдәргә, фәҡирҙәргә бирелә.
Тағы ла бер изге ғәмәл — зәҡәт саҙаҡалары. Рамаҙан айында күп кенә хәлле, бай кешеләр зәҡәт саҙаҡалары түләй. Сөнки Рамаҙан айында бирелгән саҙаҡаларға ҡарағанда, зәҡәттарға сауап артығыраҡ яҙыла. Йәғни изгелек күргән малыңдан, сауҙа иткән әйбереңдән һәм табышыңдаң ҡырҡтан бер өлөшөн фәҡирҙәргә, мохтаждарға, етемдәргә, шәкерттәргә биреү фарыз. Ул сағында ҡылған эшең, йөрөгән юлдарың мөбәрәк булыр, йәнең өҫтөнә ауыр йөк булып ятҡан гонаһтарҙан арынырһың. Саҙаҡаны кеше теләһә бирә, теләмәһә — юҡ. Ә зәҡәт ул — фарыз бурыс.
Рамаҙан айы матур байрам — Ураҙа ғәйете менән тамамлана. Ул быйыл 23 майға тура килә.