Республикала “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты яҡшы бойомға ашырыла. Был иһә урман ҡырҡыу һәм тергеҙеү эштәрен тәьмин итеү мѳмкинлеген бирәсәк. Бѳгѳн республиканың Янғын һүндереү үҙәге базаһында ведомствоға ҡараған урман хужалыҡтарына һәм Янғын һүндереү үҙәгенә махсуслашҡан техника тапшырылды. Урман тармағы быға ҡәҙәр ундай күләмдәге ярҙамды күргәне юҡ ине. Милли проект ярҙамында техника паркын яңыртыу мөмкинлеге тыуҙы. Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов: "Һатып алынған 16 берәмек яңы техника һәм ҡорамал, йәғни14 трактор һәм ике ағас ултыртыу машинаһы, урманды тергеҙеү һәм үҫтереү сараларын ойоштороуға тәғәйенләнгән. Шулай уҡ Урман янғыны үҙәгенең техника паркы ике автоцистерна, бер янғын һүндереү тракторы, ҡеүәтле “Егерь 2” автомобиле һәм бер йѳк транспорты менән тулыланды. Яңы кѳстәр урман фондында килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәр менән кѳрәшергә ярҙам итәсәк" тине.