+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Май 2020, 10:05

Балалы ғаиләләргә ипотеканы кәметергә

Рәсәй Президенты Владимир Путин торлаҡ кредиты буйынса иғәнәне кәметергә ҡушты.

Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин хөкүмәткә әсәлек капиталын файҙаланып, балалы ғаиләләр өсөн торлаҡҡа кредит буйынса беренсе иғәнәне кәметеү тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Тейешле йөкләмә Кремль сайтында баҫылған. Уны үтәү ваҡыты – 20 майға тиклем.
«Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенә балалы ғаиләләргә әсәлек капиталы аҡсаһын файҙаланып, торлаҡ һатып алыу (төҙөү) өсөн кредит биргәндә беренсе иғәнә күләмен 15 процентҡа тиклем кәметеү тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә»,— тиелә Кремль сайтында баҫылған документта.
6 мартта президенттың Иваново өлкәһе йәмәғәтселеге вәкилдәре менән аралашыуы барышында ҡатнашыусыларҙың береһе балалы ғаиләләргә ипотека буйынса льготалы шарттарға ҡарамаҫтан, банк билдәләгән беренсе взнос күләме арҡаһында бөтәһенең дә бындай саранан файҙалана алмауын билдәләне. Ул саҡта дәүләт башлығы хөкүмәткә тейешле йөкләмә биргәйне.
Читайте нас: