Минең атайым — Буранғол ауылынан Ғәфүр Усманов һуғышта ҙур батырлыҡ ҡылмаған, ләкин ул фронтҡа тәүгеләрҙән булып китеп аҙағынаса яу юлын үткән кеше.
Ул һуғышҡа 1941 йылдың 1 сентябрендә алына. Әсәйем һөйләүенсә, ауылдың ир-егеттәре бер нисә атҡа егелгән арбаларға тейәлеп, йырлай-йырлай киткән. Ҡатын-ҡыҙҙар уларҙың арттарынан илап йүгергән. Әсәйем ике бәләкәй бала менән тороп ҡалған, атайым һуғышҡа киткәс мин тыуғанмын. Беҙҙе астан үлтермәҫ өсөн ул һыйырҙы егеп, урман ситтәренән бесән эшләп алған, үҙенә нисек кенә ауыр булмаһын, беҙҙе аҡтан өҙмәҫкә тырышҡан. Минең телем бик иртә асылған, күрше-тирәләге апайҙар, еңгәйҙәр ҡыҙыҡ күреп мине һөйләндергән. Сабыйҙың теләктәре тормошҡа аша, һуғыш бөтһөн, икмәк булһын, атайҙар иҫән-һау ҡайтһын тип теләктәр әйттергәндәр. Шулар тормошҡа ашып, 1945 йылдың авгусында атайым һуғыштан ҡайтып төшә. Миңә ул ваҡытта 4 йәш була. Шуны хәтерләйем: кис, һүрән генә шәм яҡтыһы, мине йоҡонан уятып атайымдың ҡулына тотторҙолар. Мин был мыҡты кәүҙәле, ҙур ҡуллы кешене ятһырап иларға тотондом. Гимнастеркаһында миҙалдар, һалдат кителе, үҙенән тәмәке еҫе килеүе иҫемдә ҡалған.
Атайым Буранғол урмансылығына лесничий булып эшкә төштө. Ул ваҡытта урмансылыҡ ауылдан 18 саҡрым алыҫлыҡтағы Салауат утарында ине. 1952 йылға тиклем шунда эшләне. Артабан Асҡар урта мәктәбендә хеҙмәт дәресенән уҡытты. Ағас эшенә бик оҫта булды. Ауылда уның алтын ҡулдары яһаған тәҙрә рамдары, ишектәр, башҡа кәрәк-яраҡ һәр өйҙә тиерлек бар ине.
1957 йылда ауылға ҡайтып, колхоздағы йәштәрҙән төҙөүсе-ләр бригадаһы туплай. Улар төҙөгән мәктәп, клуб, мал фермалары, келәттәр һәм башҡа ҡаралты һуңғы йылдарға тиклем һаҡланды. Иҫке мәктәп бинаһы хәҙер дауахана, интернат булып ҡалды.
Ҡулынан эш ҡоралы төшмәгәнгәлер инде, ҡушаматы ла «сүкешсе» булды. Хаҡлы ялға киткәнсе колхоздың ревизия рәйесе вазифаһын үтәне.
Беҙҙең олатай Усман Аҡбулатов ялған ялыу менән 1937 йылда ҡулға алына. Шул арҡала улдары — Ғәфүр, Шәкүр, Иҙрис «халыҡ дошманы» балалары тип кәмһетелгән. Ваҡытына күрә белемле булыуҙарына ҡарамаҫтан, уларҙы хатта коммунистар сафына алманылар. Иҙрис ағай һуғыштан күкрәк тулы орден-миҙалдар менән аяҡһыҙ булып ҡайтты. 1961 йылда гангрена арҡаһында үлеп ҡалды. Олатайҙы үҙенең вафатынан һуң аҡланылар.
Атайым һуғыш тураһында бөтөнләй һөйләмәне. Уның документтары буйынса ғына беләм: хәрби юлы 1626-сы артиллерия полкының зенит батареяһында ҡорал яһаусы булып, Мәскәүҙе обороналауҙан башлана. Харак-теристикаһында иптәш Ғ. У. Усмановтың хәрби ҡоралда яҡшы эшләүе, уның арҡаһында тот-ҡарлыҡтар булмауы билдәләнә. Хәрби бурыстарын теүәл үтәгән, дошман пехотаһына һәм авиацияһына ҡаршы атакаларҙа ҡаушап ҡалмаған һалдат командование етәкселегенең маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Атайым Мә-скәүҙән алып Пруссияға тиклем ҡатмарлы, ауыр яу юлын үтеп, еңеү яулап тыуған яҡтарына ҡайта. «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙал-дары бар ине.
Бөгөнгө тыныс тормош өсөн дүрт йыл йәнен-тәнен аямай һуғышҡан атайым өсөн ғорурлыҡ тойғом сикһеҙ.
Мөршиҙә УСМАНОВА-ИЛҺАМОВА.