+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Май 2020, 11:30

Әкиәт тыңлағығыҙ килһә — шылтыратығыҙ

«Мәҙәниәт» милли проекты кескәйҙәр өсөн үҙенсәлекле проект булдырҙы#национальныепроекты#регпроекты

Уның сере — бәләкәстәргә кискелеккә әкиәт һөйләүҙә. «Әкиәттән — өйгә» тигән проект сиктәрендә ирекмәндәр теләүселәргә телефон аша ҡыҙыҡлы әкиәттәр уҡый. Башта проект Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында тормошҡа ашырылһа, хәҙер уны төбәктәргә лә индерә башлайҙар.
Карантин осоронда балаларҙың күңелен үҫтереү, уларҙы халыҡ ижадына йәлеп итеүҙе маҡсат иткән проект әкиәтселәренә шылтыратыуҙар байтаҡ икән. 8-800-250-10-51 һандарына шылтыратып, бәләкәй тыңлаусылар үҙҙәре теләгән әкиәтте һайлай ала. Ирекмәндәр шул рәүешле уларға мөғжизә бүләк итә.
Читайте нас: