+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Май 2020, 18:28

Хәмиттең төнгө кәмиттәре

(Хикәйә) Бер көн фрезерсы Хәмитте мастер саҡыртып алды ла: “Бөгөн Иршат менән төнгөлөккә сығаһығыҙ... Иртәгегә хәтлем илле квадрат метр плитка үткәреп, ялтыратып өлгөртөргә кәрәк. Хәҙергә ҡайтып ял итегеҙ, кис вахта автобусы барып алыр...” — тине. Хәмит бөтөнләй ҡойолоп төштө: «Нисек инде икәүбеҙ генә булабыҙмы, ней?» — тигән уй борсоно уны. Шундуҡ күҙ алдына ҡулдарын алға һоноп, цех буйлап йөрөгән шәрә ҡатын ишараты килеп баҫты; арҡанан һыуыҡ йүгерҙе, йөрәк урынынан бына-бына атылып сығырҙай булып типте.

Мәрмәр эшкәртеү цехында эшселәрҙе ҡайһы саҡтарза төнгөлөккә лә ҡалдыралар. Был инде ашығыс заказ булған осраҡтарҙа Ошоға тиклем талғын ғына аҡҡан йылға кеүек, мәрмәрселәрҙең хәлдәре ҡәҙимгесә арыу ғына бара ине лә ул. Бер ваҡыт кемдендер ауыҙынан сыҡҡан хәтәр хәбәр эшселәрҙең күңелдәренә шом һалды. Ысынмы, бушмы, күптән түгел ошо тирәгә яҡын урманда бер ҡатынды Магнитогорск ҡалаһынан алып килеп язалап үлтергәндәр һәм шул мәрхүмә: «Һеҙ, башҡорт ирҙәре ни өсөн мине ҡоткарманығыҙ? Ә мин күпме ярҙамға саҡырҙым һеҙҙе… Шуның өсөн берегеҙҙе быуып үлтерәм…» — тип, төндәрен цех буйлап һамаҡлап, сеңләп илап йөрөй икән.

«Эх, матур ғына үҙе... Буй-һыны, тиһеңме... Ап-аҡ шәрә тәне тиһеңме... Әммә күҙҙәре урынында ағарып янып торған бәләкәй шарҙар... Таңға тиклем шулай цех буйлап йөрөй ҙә, ҡояш сығыр алдынан юғала…» — тип, ул мәрйәне күреүселәр ҙә табылды. Китте мәрмәрселәр араһында «тыш-быш»… Аҡсаһы күберәк булһа ла, төнгөлөккә ҡалырға теләүселәр һирәгәйҙе. Һәр кемдең быға ышанғыһы килмәһә лә, төнгө сменала был цех буйлап йөрөгән мәрйәнән быуылып үлгеһе килмәне. Өҫтәүенә, цех урман янында аулаҡ урында урынлашҡан, яҡындағы Рыскужа ауылына ла байтаҡ ҡына. Шулай за төндә һәр кем үҙенең ирлеген һаҡлап, ҡурҡыуын һиҙҙермәҫкә тырышты. Эшселәр күмәгерәк булғанғамылыр, теге ҡатын күренмәне.
Бер көн фрезерсы Хәмитте мастер саҡыртып алды ла: “Бөгөн Иршат менән төнгөлөккә сығаһығыҙ... Иртәгегә хәтлем илле квадрат метр плитка үткәреп, ялтыратып өлгөртөргә кәрәк. Хәҙергә ҡайтып ял итегеҙ, кис вахта автобусы барып алыр...” — тине. Хәмит бөтөнләй ҡойолоп төштө: «Нисек инде икәүбеҙ генә булабыҙмы, ней?» — тигән уй борсоно уны. Шундуҡ күҙ алдына ҡулдарын алға һоноп, цех буйлап йөрөгән шәрә ҡатын ишараты килеп баҫты; арҡанан һыуыҡ йүгерҙе, йөрәк урынынан бына-бына атылып сығырҙай булып типте. Мастерға ниҙер әйтергә, тип асылған ауыҙ ҙа ябылмай ҡалды. Хәмит эйәгенең аҫтында теге мәрйәнең һалҡын оҙон бармаҡтарын тойҙо... Мастерҙың: «Нимә шаҡ ҡатып ҡалдың? Бар, Иршатты ал да, ҡайтығыҙ», — тип әйткәненән генә иҫенә килде мәрмәрсе.
Шулай итеп был икәү төнгөлөккә ял итеп алырға ауылға ҡайттылар. Юл буйына улар бер-береһенә өндәшмәй барҙы... Һәр кемдең башында үҙ уйы ине. Хәмит: «Ҡурҡыныс, әлбиттә… Ләкин был малай алдында үҙеңде батырыраҡ итеп күрһәтергә кәрәк… Шуның өсөн сменаға араҡы алып барырға кәрәк. Шөрләтә башлаған һайын «төшөрәһең» дә йөрөйһөң... Әгәр теге мәрйә килеп сыҡһа… Тәк, нишләргә икән? Ярар, сутәки икәү булабыҙ бит... Берәй сараһын күрербеҙ әле...» — тип уйлаһа, Иршат: «Юҡ инде, минән булмаҫ... Анау «Вий» фильмындағы табут менән осоп йөрөгән ҡатын бер аҙна төштәремә инеп ыҙалатты. Ярай, ул кино... Хәмиткә лә ышаныс юк, ташлап ҡасып сығып китер… Шунан тегенеһе минең муйындан алыр. Нисек тә булһа, эшкә сыҡмаҫҡа кәрәк... Бик оҫта хәйләләр кәрәк...» — тигән ҡарарға килде. Автобустан төшөп ҡалғас ул: “Хәмит ағай, мин ҡапҡылап алам да, кире эшкә һыпыртам... Станокты ҡарап алырға кәрәк. Ә һин магазинға инеп литр алып сыҡ әле, минең унда бурыс бар. Эштә яйлап һуғырбыҙ. Ярай, кискә хәтлем!» — тип аҡса һондо ла өйөнә табан йүгерҙе.
Хәмит: «Маладис, мин уйлағанды һин дә уйлағанһың икән...» — тип ҡыуанһа. Иршат: «Уның аҡсаһы ла юҡ. Буштан төшкәнде кем яратмай. Барыбер, кискә хәтлем эсмәй түҙә алмай ул. Бәлки, иҫереп эшкә сыға алмаҫ», — тип өмөт итте. Ә Хәмиттең магазинда һүҙе үткәс, литрҙы икәүгә әйләндереп алып сыҡты. Смена имен-аман үтеп китһә, бер байрам итеү ине уның уйы.
Бына кис тә етте. Иршат урынында булмаһа ла, Хәмит эште башланы: станокты ентекләп ҡарап сығып көйләп алды, эшкәртеләсәк материалды кран-балка менән яҡынлатып ҡуйзы. Тиҙҙән цех яңғыратып зыңғырап «фрезерка» эшләй башланы. Мәрмәрсе йыш ҡына ишек яғына ҡараһа ла ярҙамсыһы күренмәне. Ваҡыт үтә торҙо, күңелгә шом һалып бейек тәҙрәләрҙе тыштан төң ҡараңғылығы ҡапланы. Ҡурҡыу хисе көсәйгән һайын Хәмит үҙ-үҙен тынысландырырға тырышҡандай «фрезеркаға» ҡушылып ҡысҡырып йырлай башланы. Барыбер, ҡурҡыу үҙенекен итте. Бер ваҡыт ҡолаҡтарға сеңләп илаған ҡатын-ҡыҙ тауышы салынды, уны ишетмәҫ өсөн меҫкен фрезерсы станоктың эшләүен саманан тыш көсәйтте. Ләкин ҡатын-ҡыҙ сеңләүе ҡолаҡтарҙа нығыраҡ яңғырай башланы. Түҙмәне, Хәмит ҡырлы стакандың яртыһына тиклем араҡыһын ҡойоп һемереп ебәрҙе лә, артынан ҡабырға ла онотоп, ауыҙын еңе менән һөртөп, эшкә тотондо. Теге ҡороғорҙоң тауыш барыбер яңғырай ине. Батырая төшкән фрезерсы ҡысҡырып урыҫса ҡаты һүгенде лә «Мәтрүшкәләр»ҙе йырлай башланы. Беренсе куплет бөткәс, Хәмит станоктағы планканың бушағанын күреп ҡалды. «Эх, һиңмай, бына тауыш ҡайҙан килгән ул?» — тип үҙен әрләй-әрләй уны нығытып куйҙы. Ысынлап та, хәҙер цехта «фрезерканың» ғына талғын эшләүенән башҡа тауыш ишетелмәй ине. Хәмит ҡыуанысынан тағы ла берҙе «төшөрөп» алды. Ваҡыт үтә торҙо, эш тә көйлө дауам итте. Башҡа ваҡытта фрезерсы ҡабаланмай, йыш ҡына «перекур» яһар ине. Был юлы ул станокты һүндерергә баҙнат итмәне. Портсигарҙағы сигареттар ҙә теүәл ҡала ҡилделәр. Төн уртаһына әҙерләнгән материалдар байтаҡ кәмене. Инде бер нисә слябты кран-балка менән станок янына шылдыраһы ғына ҡалды. «Фрезерканы» һүндереп, мәрмәрсе смена мәлендә тәүге тапҡыр тәмәке тартырға ултырҙы ла, алдындағы әҙер материалдар өйөменә ҡарап баш сайҡап: «Дә, Иршат менән икәүләп таңға ҡарай саҡ бөтөрөр инек бит инде. Егеттәр килһә, аптырарҙар инде», — тип уйлап, үҙ эшенән бик ҡәнәғәт ҡалды. Ниндәй сәбәп менән бөгөн шулай шәп эшләгәнен онотҡан Хәмит тағы ла берҙе «төшөрөп» алды ла, слябтарҙы күсереп ҡуйҙы. Инде эште башлайым тигәндә, тағы сеңләү тауышы ишетелде. Арыуыҡ булып алған Хәмит юғалып ҡалманы, йүгереп барып дөйөм пульттан бөтә цехтың утын яндырып, ҡулына монтировка тотоп алды. «Эй, ты чудо-юдо! Выходи, покажись е…..мать! Чо работать мешаешь! Думаешь, я тебя боюсь! Хрен тебе!» — тип ҡысҡырына-ҡысҡырына, станоктарға шаҡылдата һуҡҡылап цех буйлап йөрөп сыҡты. Тауыш сыҡмағас, теге мәрйә лә күренмәгәс, меҫкен ир эсе бошҡан ҡиәфәт менән «фрезеркаһы» янына барып ултырҙы ла тағы берҙе «йотоп» алды. Теге сеңләү тағы ла яңғырай башланы. Хәмит бар иғтибарын туплап тыңлап ҡараны, ләкин тауыш ҡайһы яҡтан килгәнен аңлай алманы. «Был мәрйә миңә эшләргә хут бирмәҫ, ахырыһы...» — тигән һығымтаға килгән Хәмит, янына алып килгән аҙык-түлеген йәйеп һалды ла икенсе шешәне асты: «Үлергә тура килһә еңелерәк булыр, һуғышырға икән тосораҡ булырмын», — тип уйланы ул.
Ҡалған материалды эшкәртеүгә ярты сәғәт ваҡыт етте. Мастер биргән задание тулыһынса үтәлгәс, Хәмит станогын һүндерҙе лә тартырға ултырҙы. Шунан эсе бошоп ултыра биргәс, теге мәрйә иҫенә төштө. Ул яҡҡа ла, был яҡҡа ла ҡолаҡ һалып тыңлап ҡараны. Ҡайҙалыр, тамсылап һыу тамғандан башҡа шикле тауыш юҡ ине. Икенсе шешәнең төбөнә еткән Хәмит тамам батырайып алды. Күптәнән генә ҡотон алған мәрйәне күргеһе, һөйләшкеһе килде һәм үҙе саҡыра башланы:
— Эй, женщина, где ты!? Выходи, поговорим! Не бойся меня, я че баб не видел что ли… Прости меня, я ведь не был, когда тебя убивали... Я заступился бы...
Шул ваҡытта тағы сеңләгән тауыш ишетелде лә бер аҙҙан туҡтаны. Хәмит ҡыуанысынан һикереп торҙо ла: “Ты здесь, милая моя?! А ну-ка, выходи скорей, посидим – поговорим!” Ләкин фрезерсы күпме өгөтләмәһен, юхаланмаһын мәрйә тауыш бирмәне. Асыҡҡанын тойған Хәмит ял итеү бүлмәһенә сайҡала-сайҡала инеп плиткаға өйҙән алып килгән билмәнен йылытырға ҡуйҙы. Шул ваҡытта тағы ла сеңләү ауазы буш цехтың стеналарына һуғылып-һуғылып ҡат-ҡат яңғыраны. Тамам сығырынан сыҡҡан Хәмит ҡулына монтировкаһын тотоп алып йүгереп сыҡты ла: “Ты, мадам, как ты надоела мне! Ну, ты выйдешь или нет!? Давай со мною пельмени поешь, по стопочке вмажешь! Если не покажечься, точно вот этим прибью, второй раз помрешь зараза!” – тип ҡысҡырынды. Ләкин яуап булманы. Мәрмәрсе иҙәнгә сартлата төкөрҙө лә инеп китте. Ҡапҡылап, бер аҙ төшөрөп алғансы байтаҡ ваҡыт үтте. Тамам иҫереп, күңелләнеп алған Хәмит цех буйлап китте, ул яҡҡа ла был яҡҡа ла башын бороп: «Женщина, выходи, давай познакомимся! Говорят ты красивая!» — тип ҡысҡырынып барҙы. Теге, ысынлап та тауыш бирә башланы. Хәмит комплимент эшләй, «мәрйә» илау тауышы менән яуап бирә. Шулай итеп был икәү бер килке ҡаңғырҙылар. Цех бейек һәм буш булғас шаңғырау бик көслө, Хәмит тауыш буйынса «мәрйәнең» ҡайза йәшенгәнен табырға тырышты: ҡат-ҡат саҡырҙы, хатта урыҫсалап «Ой, мороз» йырын да башҡарып ҡараны.
Йөрөй торғас, мөйөштәге зур тимер шкафтың янына килеп баҫты… Тауыш ошо тирәнән килә ине. Иҫерек Хәмит, әллә шкаф эсендә йәшенеп ултырамы икән, тип сигареты төтөнөнә сәсәй-сәсәй йоҙаҡты тартҡылап ҡараны. Кинәт аяҡҡа ниҙер терәлгәнгә тертләп батыр фрезерсыбыҙ артҡа ултыра төштө. «Эх, эләктем... Бөттө баш! Бушҡа монтировканы алмағанмын... Хәҙер быуа башлай инде...» — тигән уй мейене киҫеп үтте. Шундуҡ устарына таянып аяҡҡа баҫырға ынтылып ҡарағайны, булдыра алманы. Аяҡтар ҡурғашланып иҫерек хужаһына буйһонорға теләмәнеләр. Уң ҡулға ниндәйҙер йылы нәмә ҡағылғас, тамам ҡото осҡан Хәмит йән өҙгөс тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Шомло тынлыҡ һаҡлаған цех буйлап Хәмиттең: «Не надо!!!» — тигән ауазы ҡат-ҡат яңғырап әйләнһә, икенсеһе «мәрйәнең» бәлә һалған тауышы булды.
Күпмелер ваҡыт үткәс, ял итеү бүлмәһендә «ҙур» тантана бара ине. Ярайһы ғына төшөрөп алған бәхетле Хәмит: «Эй, мәрйәкәйем минең... Алтынғынам... Асыҡҡанһыңдыр инде… Аша, аша... Бына һиңә билмән… Колбаса любишме, яратаһыңмы? Аша, аша... Кушай, кушай дорогая моя мәрйә... Миндә эсеп алайым... Ну, ҡотто алдың бит...» — тип ҡунағын һыйлай ине. Тегенеһе, тамағы туйғас, һыйлаусыһының тубыҡтарында наҙланды, иркәләнде… Эштән дә кисергән мажараларҙан да бик арыған мәрмәрсе «ҡунағын» ҡосаҡлап тәмле йоҡоға китте…
Иртәнсәк эшкә килгән иптәштәре һәм мастер һис бер нәмә аңламанылар: фрезерсы бер үҙе, өс бушаған араҡы шешәһе, ҡушылған эш тә арттырып үтәлгән. Ҡыҙыҡһынып та, мәҙәк күреп тә уны уятырға булдылар. Айнып та өлгөрмәгән Хәмит, иптәштәренә күҙ йөрөтөп сыҡты ла, Иршатҡа: «Һин ҡайҙа йөрөнөң, ә? Мин кисә теге мәрйә менән булдым, ул миңә ярҙам итте, аҙаҡ ултырып эстек. Шәп бисә… Миңә теймәне... Ә һине алдағаның өсөн һығып үлтерәм, тине. Ул, ней, әле генә ошонда ине лә, әллә ҡайтып киттеме? Так что, ҡустым, тағы бер литр ултыртаһың инде... Әйтермен, бәлки үлтермәҫ... Молокососһың бит әле...» — тип ҡаҙалды. Тегенеһе ағарынып китте лә, бер һүҙ ҙә әйтмәй әйләнеп сығып китте. Хәҙер мастер Хәмиттең үҙенә бәйләнде: “Йә, аңлат әле һин миңә… Нисек һин бер үҙең ике норманы арттырып үтәгәнһең? Бер үҙеңә өс ярты бушатҡанһың… Охрананан белештем, цехта һинән башҡа бер кем дә булмаған… Нимә теге мәрйәне күрҙеңме? Ысынмы шул хәбәр, Хәмит?» — тип төбәште. Уныһы бәхетле йылмайып ебәрҙе лә: «Ну да, конечно… Ып-ысын... Башҡаса төнгөлөккә тик мине генә ҡуй. Я ее родимую никому не отдам...» — тип, бик ҡәнәғәт кикереп ҡуйҙы. Ундай нәмәгә һис ышанмаған Мәүлит, тыңлап торманы ҡул һелтәп сығып китте. Егеттәргә шул ғына кәрәк ине, шундуҡ Хәмитте уратып алдылар. Уныһы эшлекле генә тамаҡ ҡырып, урынынан торҙо ла: “Извините меня... Интервью давать не буду... Устал после бурной ночи. Мин ҡайттым, егеттәр… Эй, мәрйә, кил әле бында… Әйҙә, ҡайттыҡ» — тип арыуыҡтан инде нәмәләрен йыя башланы.
Шунда берәүҙең дә ошо мажараларҙа төп ғәйепле, ир-аттарының күңелдәренә шом һалған, күпме лаҡаптар тыуҙырған цехта ҡасандыр аҙаштырып ҡалдырып киткән бохар бесәйе икәнен аңламаны. Ул тоҡомдоң тауышы ябайҙарға ҡарағанда көслөрәк һәм кешеләрҙекенә окшаған икән. Аҙаҡ һөйләүҙәре буйынса Хәмит дөрөҫөн асҡансы егеттәр төнгөлөккә сығып теге мәрйә менән осрашыр өсөн үҙ-ара һүҙгә килешеп бөткәндәр икән, ә Иршат үлмәҫ өсөн Хәмитте тәгәрәткәнсе һыйлаған, хатта ике машина йөгө утынын бушлай ярып биргән тиҙәр...
Мансур Баһаув.
Июнь 2010 йыл
Читайте нас: