+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Май 2020, 13:33

Башҡортостанда ял көндәрендә ямғырлы һәм йылы була

Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана.

Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе, 16 майҙа, республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +5, +10, көндөҙ +12, +17 градус була.
Йәкшәмбе, 17 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡтан талғын. Термометр бағанаһы төндә +2, +7, көндөҙ +13, +18 градус күрһәтә.
Йома, 15 майҙа, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +15, +20 градус була.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас: