-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Май 2020, 11:45

Таһир Кусимов вариҫтары

Район хакимиәте, район мәҙәни-ял үҙәге һәм беҙ, «Осҡон» гәзите, быйыл, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейына һәм данлыҡлы яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың иҫтәлегенә арнап, 14 йәшкә тиклемге балалар араһында «Таһир Кусимов вариҫтары» конкурсы уҙғарҙыҡ.

Район хакимиәте, район мәҙәни-ял үҙәге һәм беҙ, «Осҡон» гәзите, быйыл, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейына һәм данлыҡлы яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың иҫтәлегенә арнап, 14 йәшкә тиклемге балалар араһында «Таһир Кусимов вариҫтары» конкурсы уҙғарҙыҡ. Ул «Бәйләнештә» селтәрендә «Осҡон» гәзите» сәхифәһендә барҙы. Башта, беҙ бәйгене иғлан иткән ыңғайы, бер ниндәй хәбәр булмағас, бер кем дә ҡатнашмаҫмы икән ни, тип бошона биреп ҡуйғайныҡ. Шөкөр, ысын башҡорт рухлы балалар күп икән Әбйәлилдә. Һуңғы аҙнала балалар һыбай төшкән фотоларын ихлас ебәреп, ҡыуандырҙы. Бер нисәүһе, ваҡыт табып, атта сабып барған видеоларын да ебәргән, афарин! Милли кейем йәки хәрби форма тураһында ла онотмағандар. Уларҙың һәр береһен #минТаһирКусимоввариҫы хэштегы аҫтында төркөмдә урынлаштырып барҙыҡ. Шул хәтлем шәп малай һәм ҡыҙҙар үҫеүенә һоҡландыҡ, күҙ теймәһен! Салауат ауылынан Әхмәтйәновтар ғаиләһе өс улын да — хатта бәләкәс кенә Айгизде лә ат өҫтөнә ултыртып фотоға төшөргән. Бик яҡшы, ир-егет бәләкәйҙән атта йөрөү тәртибен үҙләштерергә тейеш. Үтәгәндә йәшәүсе тыйнаҡ, ипле генә малай Зиннур Мәғәфүров үҙенең атына Таһир Кусимовтың тоғро юлдашы Бодрыйҙың исемен ҡушҡан икән. Первомай ауылынан Тимур Әхмәтйәновтың елдертеп һыбай йөрөүен ғорурланып ҡараныҡ, ул бәләкәй сағынан ат өҫтөндә, мал көтөшөргә лә ярҙамлаша. Генерал Таһир Кусимов тураһында ентекле өйрәнеүе, ҡыҙыҡһыныуы тураһында ла яҙған ул. Әле 1-селә генә уҡыһа ла, Асҡарҙан Юлай Рәхмәтуллин атлы малай ҙа ат өҫтөндә ышаныслы ултыра, бер ҙә ҡурҡмай. Әбделмәмбәттән Руслан Байтүрин да атлай башламаҫ уҡ һыбай менгәнлеге күренеп тора, йәтеш итеп эйәргә ултырһынмы, атын етәкләп йөрөтһөнмө — оҫта һыбайлы сығасаҡ был малайҙан! Герой исемен йөрөткән гимназияла белем алыусы Нургиз Ғималовтың милли кейеме былай-алаймы — әле генә яуҙан ҡайтып ингән кавалерист тиерһең!

Малайҙар менән бер рәттән ҡыҙҙар ҙа һынатманы — сая, дәртле башҡорт һылыуҙары икәнлеген раҫланы. Ғаиләлә кинйә ҡыҙ булыуына ҡарамаҫтан, наҙланып ҡына ултырыуҙы хуп күрмәй Рәхмәт ауылынан Илзирә Ғәлимова. Ул ата-әсәһенең төп ярҙамсыһы, алдынғы уҡыусы ла. Һыбай атланып, сабып китергә лә аптырап тормай икән. Ә ебәргән фотоһының матурлығы һуң — бөгөндән үк журнал тышын биҙәрлек! Әбделмәмбәт ауылынан Эмилия Ҡарамырҙина Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатаһына оҡшап, ҡыйыу ҙа, сос та ҡыҙыҡай. Ул да ат өҫтөндә үҙен бик ышаныслы тота. Конкурсҡа фото ебәреү өсөн, шартына килтереп, хәрби кейем кейгән, хатта мылтыҡ, бинокль алып тау башына һыбай менеп еткән ул. Маладис! Таһир Кусимов исемендәге гимназияла уҡыған Гөлиә Динисламова менән Магнитогорск ҡалаһынан Юлиә Хәкимова ла аттарға битараф түгел, улар ҡыҙҙар өсөн хас шөғөлдәрҙән тыш, һыбай йөрөү нескәлектәрен дә үҙләштерә. Асҡарҙан Диана Дәүләтшина иһә был юҫыҡта махсус белем ала — «Юрға» ат-спорт мәктәбендә шөғөлләнә. Өйрәтелмәгән атты тотоп менеүҙән ҡурҡмай батыр ҡыҙ.

«Мин — Таһир Кусимов вариҫы» конкурсына йомғаҡ яһағанда фотоның сифатына, текст тулылығына (бәйге шарттарының береһе — ни өсөн Таһир Кусимовҡа оҡшарға теләүе тураһында яҙыу ине), шулай уҡ сәхифәгә урынлаштырылған фото аҫтына ҡуйылған «лайк»тарға ла иғтибар бирелде. Шулай итеп, беренсе урынды лайыҡлы рәүештә Зиннур Мәғәфүров яуланы. Икенсе урында — Тимур Әхмәтйәнов менән Батыр, Инсаф һәм Айгиз Әхмәтйәновтар, өсөнсөлә — Руслан Байтүрин, Нургиз Ғималов һәм Юлай Рәхмәтуллин. Ҡыҙҙар араһында беренсе урын Эмилия Ҡарамырҙинаға бирелһә, икенселә — Илзирә Ғәлимова, өсөнсөлә — Диана Дәүләтшина. «Осҡон» гәзитенең махсус призына Юлиә Хәкимова, район мәҙәниәт бүлегенең бүләгенә Гөлиә Динисламова лайыҡ тип табылды.

Әйткәндәй, бүләкләү коронавирус эпидемияһы ҡурҡынысы һәм ҡурсалау осоро тамамланғас, район хакимиәтендә йәки район мәҙәниәт йортонда тантаналы шарттарҙа үткәреләсәк.
Читайте нас: