-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Май 2020, 12:20

Һоҡланғыс булмыштары менән хөрмәтле улар

Билдәле уҡытыусы, Ишҡол ауылының ғорурлығы Ғүмәр Фәрит улы Фәритов кеүек уның ейәнсәре Лилиә лә олатаһы юлын ҡыуып, өс тиҫтә йылдан ашыу балаларға белем биреүгә ҙур яуаплылыҡ һалып эшләй.

Билдәле уҡытыусы, Ишҡол ауылының ғорурлығы Ғүмәр Фәрит улы Фәритов кеүек уның ейәнсәре Лилиә лә олатаһы юлын ҡыуып, өс тиҫтә йылдан ашыу балаларға белем биреүгә ҙур яуаплылыҡ һалып эшләй.

Лилиә Магнитогорскиҙа педагогия институтының 4-се курсында уҡып йөрөгәндә ете йыл дуҫлашып йөрөгән Тәпән ауылы егете Әкрәм Рәхмәтуллинға тормошҡа сыға. Диплом алып ҡайтыуға тыуған ауылы Ишҡолда эш тә була. 6 айлыҡ улдары Арсенды ҡәйнәһе Бибинур инәйгә ҡалдырып, физика-математика уҡытыусыһы булып 1987 йылда хеҙмәт юлын башлай. Тормош иптәше Әкрәм дә мәктәптә трактор йөрөтөүгә өйрәтеү инструкторы булып эшләй. Ике йылдан һуң, килен булып төшкән ере — Тәпән мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып килә.

Балалар һаны кәмеһә лә, 4 класс уҡыусылары өсөн белем усағы тотороҡло эшләп килә. Балалар йылы, таҙа мәктәптә сифатлы белем ала. Район мәғариф бүлегенән бирелгән Почет грамоталары, мәғариф алдынғыһы исеме Лилиә Марсель ҡыҙының эше һөҙөмтәһен баһалай, иң мөһиме — уҡыусылар яратҡан уҡытыусыларын хөрмәт итә.

Лилиә һәм Әкрәм Рәхмәтуллиндарҙың ҡыҙҙары Зилиә БДУ-ның иҡтисад факультетын тамамлап, «Уралсиб» банкында, тормош иптәше, Өфө нефть-техник университетын тамамлаған Дәүләтша егете Айгиз Ишбулатов менән баш ҡалала уңышлы эшләп йөрөйҙәр.

Әкрәм Вәли улы оҙаҡ йылдар «Урал аръяғы МТС-ы»нда эшләне, ул ауылдың старостаһы ла. Ҡышын үҙ тракторында урам юлдарын ҡарҙан таҙартыу, яҙын ауылдың тирә-яғын төҙөкләндереү, Ҡыҙыл йылғаһы буйҙарында өмәләр ойоштороу, зыяратты кәртәләү, төрлө байрамдарҙы үткәреүгә булышлыҡ итеү һәм башҡа ауылдың бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәре Әкрәм ағайһыҙ үтмәй. Ипле холҡо, тырышлығы менән ул Тәпән ауылының ныҡлы тотҡаһы.

Рәхмәтуллиндарҙың татыу, өлгөлө ғаиләһе, төҙөк донъялары ауыл йәме. 1988 йылда атай нигеҙендә һалған йорттары янып китә. Оҫта ҡуллы Әкрәм ағай йәнә бөтә уңайлыҡтары булған, заманса яңы өй күтәрә, әле лә төҙөкләндереү өҫтөндә. Төп нигеҙҙе һыуытмай, туғандарын бергә туплап йәшәүҙәре менән хөрмәтле улар. Ошо арала матур юбилейын билдәләүсе Лилиә Марсель ҡыҙына артабан да балаларға белем биреүҙә ҙур уңыштар юлдаш булһын. Ҡатын бәхете — ирҙән мәҡәле, ауылдың тыныс холоҡло, аҡыллы, сибәр киленен, хөрмәтле уҡытыусы Лилиә Марсель ҡыҙын урап үтмәгән. Төрлө һынауҙар аша килгән ғаилә бәхетен улар бер-береһенә ныҡлы терәк, ышаныслы юлдаш, ауыл күрке булып һоҡланғыс булмыштары менән аҡлаған.

Зөлфиә ЗАҺИТОВА.
Читайте нас: