-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Май 2020, 11:42

Мәскәүҙе яулаған Әлиә

Ишкилде ауылында тыуып-үҫкән Әлиә Ғабдуллина илдең баш ҡалаһы — Мәскәүҙә йәшәй.

Ишкилде ауылында тыуып-үҫкән Әлиә Ғабдуллина илдең баш ҡалаһы — Мәскәүҙә йәшәй. Тырыш, сәмле ҡыҙ үҙенең хыялын тормошҡа ашырған һәм башҡаларҙы ла үҙҙәренә ышанырға илһамландыра, үҙ юлдарын табырға ярҙам итеү теләге менән бизнес-тренингылар уҙғара.
Бәләкәйҙән ҡыйыулығы, ныҡышлығы менән айырылып торған Әлиә алдына ҡуйған маҡсаттарын эҙмә-эҙлекле үтәй. Бала сағынан тәбиғәткә ғашиҡ булған ҡыҙ, олатаһы Әхтәр Нәжметдин улы Хәсәнов менән бергәләп, урман-ҡырҙар гиҙә. Тап уның көслө характеры, эшһөйәрлеге, һәр бер нәмәне алдан хәстәрләй белеү сифаттары ейәнсәренә күскән. Яҡшы тәрбиә бирергә ынтылған өләсәһе Нажия Басир ҡыҙы — иң яҡын дуҫы, һәр көндө ҡәҙерләргә өйрәткән яҡын кешеһе.
— Өйөбөҙҙә стенала һәр саҡ календарь элеүле торҙо. Унда матур һүрәттәр: Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларының музей, театрҙары төшөрөлгән ине. Их, шунда барһаң ине тип ҡыҙыҡтым, шул хыялым күңел төпкөлөнә инеп ояланы. Ҙурая килә, илдең баш ҡалаһын күреү теләге көсәйҙе генә. Әсәйем Фәрзәнә Әхтәр ҡыҙы ла ниәтемде кире ҡаҡманы, — ти Әлиә.
Ишкилде башланғыс мәктәбендә дүрт йыл уҡып, артабан урта белемде Сибай гимназия-интернатында ала. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты музыка бүлегенә уҡырға инә. Күңелле, ҡыҙыҡлы студент тормошо күҙ асып йомғансы үтеп китә, музыка уҡытыусыһы һөнәрен алып, Өфөгә юллана. Мәскәүгә барыу хыялы менән янған ҡыҙ аҡса йыйыу өсөн бизнеста көсөн һынай, риэлтор булып та эшләй. Матурлыҡҡа битараф булмаған Әлиә үҙе визажист, стилист, прическалар буйынса оҫта һөнәрҙәрен үҙләштерә. Һәр яҡтан һәләттәрен үҫтереү өсөн үҙе өҫтөндә күп эшләй. Өфөлә тормоштоң әсе-сөсөһөн дә татый, яратҡан өләсәһенең юғалтыуын бик ауыр кисерә. Биш йылға яҡын ғүмере һә тигәнсә баш ҡалала үтә.
Күңеле гел алға, үҫешеүгә ынтылған Әлиә Мәскәүгә күсергә тигән етди ҡарарға килә. Ул ваҡытта был ҙур ҡалала ике генә танышы була. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан: сәмле ҡыҙҙың хыялы тормошҡа аша. Баш ҡалаға күсеү менән күренекле кешеләр менән танышыуҙар, театр-музейҙар буйлап йөрөүҙәр, тапшырыуҙарҙа ҡатнашыуҙар — ҡыҙҙың баласаҡ хыялы тормошҡа аша. Ул ҙур сауҙа үҙәктәрендә менеджер, администратор, косметолог булып эшләп тәжрибә туплай, үҙен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарай. Әлиә өсөн Мәскәү яңы ҡаҙаныштарға өлгәшеү майҙанына әйләнә, хыялдарының бер-бер артлы тормошҡа ашҡанын һиҙмәй ҙә ҡала яҡташыбыҙ. Шул уҡ ваҡытта ярты йыл Америка Ҡушма Штаттарында йәшәп килеү, бөтөнләй күрмәгән сит илдәр менән танышыу яңы үрҙәргә ҡанатландыра.
Бөгөнгө көндә Әлиә бәхетле ғаилә тормошо ҡорған. Шул уҡ ваҡытта «Мин булдырам» проекты өҫтөндә эшләй, психология һәм бизнес буйынса 30-ҙан ашыу тренинг һәм курстар үткән. «Ике ай эсендә 100 мең яратҡан эшеңде асыу» проектын булдырған, үҙенең блогын алып бара, төрлө брендтар менән эш итә. Былар барыһы — үҙ өҫтөндә ныҡышмал һәм даими эшләү, бер туҡтауһыҙ ижади эҙләнеү һөҙөмтәһе.
— Тулы гармония тойоп йәшәү өсөн тормош бар яҡтан да яҡшы, етеш, матур булырға тейеш. Был һәр кемдең үҙенән генә тора, ҡайҙандыр көтөп ултырғандарға бәхет йылмаймай. Һәр саҡ үҫеш юлында булырға, эште изге ниәт менән башларға кәрәк. Мин республикамдың, районымдың патриоты булып ҡалам, башҡортса һөйләшеп, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күҙәтергә тырышам. Әммә әлегә үҙемдең үҫеш юлымды мегаполиста күрәм. Коуч булараҡ, кешеләрҙе үҙ өҫтөндә эшләргә, яҡшылыҡҡа ынтылырға илһамландырам. Бәхетле булыу өсөн иң тәүҙә нимә кәрәк? Әлбиттә, сәләмәтлек. Һаулыҡты йәштән һаҡлау мөһим. Хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ынтылығыҙ, бының өсөн маҡсаттарығыҙҙы яҙып барып, бәләкәй булһа ла аҙымдар яһағыҙ. Ваҡ-төйәккә янып-көйөп, ваҡытығыҙҙы әрәм итмәҫкә, изге эштәргә ынтылырға кәрәк. Күберәк яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ менән аралашһағыҙ, улар һеҙгә көс, дәрт өҫтәр, — тип бәхетле булыу серҙәре менән бүлеште алсаҡ ҡыҙ.
Әлиә Ғабдуллина башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас мөләйемлеге, тыйнаҡлығы менән айырылып тора. Нәзәкәтле һылыуҙың шундай көслө рухлы, ҡыйыу булыуына һоҡланырлыҡ.
Люциә ОМОРҘАҠОВА.
Читайте нас: