+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Июнь 2020, 12:03

Бәләкәй Алтынайҙың тәүге уңыштары

Тырыш ҡыҙыҡай Сулпан һәм Тимур Ишморатовтар ғаиләһендә баш бала. Йәш ата-әсә балаларының үҫеше өсөн ваҡытын да, көсөн дә, аҡсаһын да йәлләмәй.

Алтынайға 7 генә йәш әле. Ул Дәүләт ауылында йәшәй. Яңы та-мамланған уҡыу йылы уның тормошонда көтөп алынған тәүгеһе булған. 1 сентябрҙә нисек ашҡынып мәктәпкә барһа, уҡыу йылының аҙағына тиклем арымай-талмай тырышып белем эстәгән. Хатта дистанциялы рәүештә уҡыу ҙа уға оҡшаған, Башҡортостанда йәшәүсе беренселәр өсөн БСТ каналынан күрһәтелгән онлайн-дәрестәрҙең береһен дә ҡалдырмаған, үҙенең уҡытыусыһы Г. Х. Шәмсетдинова биргән өйгә эштәрҙе лә теүәл үтәгән.
— Ҡыҙыбыҙ беренсе кластың программаһын тулыһынса үҙләштерә алды. Өйҙән уҡыу ҙа уға ҡыйын бирелмәне. Телевизор аша дәрестәр йөкмәткеле, мауыҡтырғыс итеп ойошторолдо. Республиканың иң яҡшы уҡытыусылары һабаҡ бирҙе. Айырыуса хеҙмәт, рәсем дәрестәрен яратып көтөп алды. Уҡыуҙы үҙенең төп бурысы итеп күреп, шул тиклем яуаплы ҡараны. Дәрес ваҡытында хатта һеңлеһе ыңғайына уйындарға ла әүрәмәне. Тырышлығы бушҡа китмәне — уҡыу йылы тамамланыу айҡанлы Дәүләт урта мәктәбенең онлайн-тантанаһында Алтынайыбыҙ һуңғы ҡыңғырау биреү хоҡуғына лайыҡ булды, — тип һөйләй ҡыҙҙың әсәһе.
Тырыш ҡыҙыҡай Сулпан һәм Тимур Ишморатовтар ғаиләһендә баш бала. Йәш ата-әсә балаларының үҫеше өсөн ваҡытын да, көсөн дә, аҡсаһын да йәлләмәй. Йәше лә тулмаҫ элек һөйләшә башлаған, иртә тәпәй баҫҡан, энергияһы ташып торған бәләкәстәрен ҡайһы юҫыҡта үҫтереү тураһында баш ватҡанда Алтынай үҙе үк өлкәндәргә йүнәлеш күрһәтә. Әсәһенең күлдәктәренең билдектәрен баш осонда өйрөлтөп, төрлө акробатик хәрәкәттәр яһап маташҡан ҡыҙсыҡты дүрт йәшенән Магнитогорск ҡалаһына 3-сө спорт мәктәбенең гимнастика секцияһына биреп яңылышмайҙар. Атаһы эшләгәнгә күрә, аҙнаға өс тапҡыр ҡалаға дәрескә алып йөрөү бурысы әсәһе иңенә ята. Яҡында өләсәләре, туғандары булмағас, бишектәге Йәсминәне лә бергә алып йөрөргә тура килә. Мәшәҡәттәрҙе һәм арыуҙарҙы еңеп, ныҡышмалылыҡ тәүге емештәрен бирә. Үткер ҡала балалары араһында һәләтле башҡорт ҡыҙы ла һынатмай. Алтынай беренсе уҡыу йылында уҡ мәктәп эсендәге ярышта тиҫтерҙәре араһында I урын яулай. Спорт мәктәбендә шөғөлләнгән өс йылда ла пьедесталдан төшмәй. Үҙенең тән һығылмалылығын, башҡа таланттарын Алтынай былтыр «Гүзәлкәй» район конкурсында күрһәтеп, «Тамашасы һөйөүе» призына лайыҡ булды. Уҡырға төшкәс, ата-әсәһе Алтынайға мөғжизәле музыка мәктәбе ишектәрен дә аса. Һәм бында ла өлкәндәрҙең эске тойомлауҙары раҫҡа сыға. Ҡыҙыҡай Асҡар сәнғәт мәктәбенең фортепиано класында ҙур теләк менән шөғөлләнә башлай.
Дәүләттә урта, Магнитогорскиҙа спорт, Асҡарҙа сәнғәт мәктәптәре араһында елеп йөрөп, өлгөрөргә тырышҡан Ишморатовтарға ҡыҙҙың фортепиано буйынса уҡытыусыһы Ф. И. Вафиуллина сәнғәт мәктәбенең хореография бүлегенә күсергә тәҡдим итә. Шулай итеп, Алтынай, спорт мәктәбе менән хушлашып (тренеры уны һәр ваҡыт кире ҡабул итергә әҙер булыуын әйтеп оҙата), бер юлы сәнғәт мәктәбенең ике бүлегендә уҡыуын дауам итә. Хореография уҡытыусыһы Э. Ә. Килдейәрова ҡыҙыҡайҙың һәләтен, әҙерлеген тикшереп ҡарағандан һуң, уны тура өсөнсө класҡа ала. Тырышлыҡ һәм һәләт ҡайҙа ла һөҙөмтәһен бирә! Алтынай март айында сәнғәт мәктәптәре араһында Сибайҙа уҙған йәш музыканттарҙың төбәк бәйгеһендә I дәрәжә лауреат була. «Фантазия» бейеү ансамбле составында төбәк, халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашырға әҙерләнә. Ләкин донъяны ялмап алған вирус арҡаһында Магнитогорскиҙа, Сочиҙа уҙырға тейешле бейеү бәйгеләре кисектерелә.
Алтынай сәнғәт мәктәбендә лә уҡыу йылын уңышлы тамамлаған. Имтихандарын дистанциялы тапшырған. Өйҙә шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттары, айырым бүлмәһе бар уның. Фортепиано һатып алғандар. Теләгән ваҡытында музыка менән шөғөлләнә ала. Һеңлеһе менән бергәләп һүрәт төшөрөргә әүәҫтәр. Әсәһенең уң ҡулы. Һауыт-һаба йыуа, иҙән һөртә, аш-һыу әҙерләшергә ярҙам итә. Әсәләре бешергән тәмле торттарҙы биҙәү ҡыҙҙарға ышанып тапшырыла.
Апайынан күрмәксе, Йәсминә лә әүҙем, йылғыр бала булып үҫеп килә. Быйыл уны ла, ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алып, түңәрәк-секцияларға йәлеп итә башламаҡсылар. Ҡыҫҡаһы, балалар өсөн йән атып торған был йортта бәхетле бала саҡ хаким итә, өмөтлө киләсәк үҫә.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: