Милли проекттың төп маҡсаты - туристарҙы күберәк йәлеп итеү һәм тармаҡты табышлы итеү. Бының өсөн Рәсәй Хөкүмәте туроператорҙарҙың сығымдарын софинанслау, шулай уҡ ташыу хеҙмәттәренә хаҡ кәметеү, сит илдәр туристары өсөн электрон визалар индереү ысулын ҡулланырға ниәтләй. Был проект киләһе йылда тормошҡа ашырыла башлаясаҡ һәм йылына уға 80 миллиард һум талап ителәсәк.
Туризм буйынса милли проектты вице-премьер Дмитрий Чернышенко етәкселегендәге һигеҙ эш төркөмө әҙерләй. Әлеге ваҡытта илдә демография, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, торлаҡ һәм ҡала мөхите - йәмғеһе 13 милли проект уңышлы тормошҡа ашырыла.