+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Июнь 2020, 11:08

Ғаилә менән бергәләп ял итеүгә ни етә?!

Матур йәй көнөн ғаилә менән паркта үткәреү – үҙе бер ғүмер бит ул.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Матур йәй көнөн ғаилә менән паркта үткәреү – үҙе бер ғүмер бит ул. Һәр ҡаланың һәм ҡаланың йәмле ял итеү урыны булыуы яҡшы. Ә бына быға тиклем Саҡмағош районы үҙәгендә матур, уңайлы һәм заманса махсус ял итеү урыны юҡ ине.
Тиҙҙән иһә хәлдәр үҙгәрәсәк. Ғаилә менән ял итеү өсөн тәғәйенләнгән парк Саҡмағоштоң географик үҙәгендә урынлашҡан. Унда сәхнәһе булған майҙан, урам экраны, спорт зонаһы, заманса балалар майҙансығы була.
Төҙөлөштө Башҡортостан Республикаһының Социаль маҡсатлы программалар фонды финанслай. Парк быйыл июнь аҙағында асылыр, тип көтөлә.
Әле йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтарға шаҡмаҡлап ҡырҡылған таш түшәү, асфальт һалыу һәм сәхнә ҡуйыу эштәре бара.
Быларҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проектына ярашлы барлыҡҡа килде.
Фото: allufa.ru
Читайте нас: