Бөгөн башҡорт халҡының данлыҡлы батыры, ҡурҡыу белмәҫ яугир, шағир Салауат Юлаевтың тыуған көнө билдәләнә. Үҙ халҡының азатлығын, ер-һыуын яҡлап, 19 йәшендә генә иҙеүселәргә ҡаршы күтәрелгән, 22 йәшендә бригадир дәрәжәһенә еткән, меңәрләгән яугирҙан торған ғәскәрҙе яуға алып сыға алған егеттең исеме үлемһеҙ — ул дәүерҙән әллә күпме йылдар үтһә лә, башҡорт халҡының йөрәгендә һүнмәҫ нур булып һаҡлана. Башҡортостанда йәшәгән һәр кем милли герой тураһында белә, уның менән ғорурлана. Баш ҡалаға барған һайын Салауат Юлаев һәйкәле янына килеп, уның мөһабәт һынына һоҡланып ҡайтабыҙ. Милли батырыбыҙҙың исеме урамдарға бирелә, хоккей клубы уның данын республиканан ситтә лә таныта. Ә Салауат исемен йөрөткән ир-егеттәрҙе һанап бөтөрлөк түгел, инде ил ағаһы йәшенә еткән уҙамандарға алмаш булып бәләкәй Салауаттар ҙа үҫеп килә...
Беҙ ҙә бөгөн Әбйәлилдә йәшәүсе Салауат атлы ир-егеттәргә мөрәжәғәт итеп, улар өсөн был исем ниндәй әһәмиәткә эйә булыуы менән ҡыҙыҡһындыҡ.
Салауат Хөснийәров, Тупаҡ ауылы, «Боевое братство» ойошмаһының район филиалы етәксеһе урынбаҫары, хәрби хәрәкәттәр ветераны:
— 1975 йылда Хөснийәровтар ғаиләһендә мин тыуғас, Рәхимә өләсәйем күптән түгел мәрхүм булған ағаһының исемен миңә ҡушырға тәҡдим иткән. Миңә олатай тейешле, уның ағаһы Салауат киң яурынлы, көслө, мыҡты ир булған, һунарсы тигән даны сыҡҡан, бер үҙе айыу ҙа, бүре лә алған, тип һөйләйҙәр. Мине шуға оҡшаһын тип, исемен биргәндәр. Шуныһы ҡыҙыҡ, аҙаҡ өләсәйем, «ай-һай, был малай бигерәк яман, олатаһынан да арттырыр инде», тип борсолоп ултырған. Башҡорт халҡының батыры Салауат Юлаев тураһында, әлбиттә, мин бәләкәйҙән белеп үҫтем, уға оҡшарға тырышмаған малай булмағандыр ул. Үҙем шул исемде йөрөткәс, «Салауат Юлаев кеүек булам» тип мәктәпкә бармаҫ борон уҡ уҡ-һаҙаҡ эшләп алғанымды, хатта хыялланып, ҡамсат бүреп тегеп кейгәнемде хәтерләйем. Ә мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән беҙҙе бынамын тигән уҡытыусы — Мөждәбә Мәғәфүров уҡытты, ул беҙгә батыр тураһында хәтәр итеп һөйләп, дәртләндерә торғайны. Миңә лә йыш ҡына, «Салауат батыр кеүек бул, улым, был исемгә тап төшөрмә» тип әйтте. Геройыбыҙ исемен йөрөтөү өсөн бик иртә уянған ғорурлыҡ тойғоһо, үҫә төшкәс тағы ла нығынды, бигерәк тә армияға барғас, бөтөнләй башҡа милләттән булған егеттәрҙең беҙҙең батырыбыҙ тураһында белеп тороуҙары һоҡландырҙы. «Такой же бесстрашный, как Салават Юлаев» тип шаярта торғайны командирҙар. Киләсәктә лә, исемде лайыҡлы йөрөтөп, үҙ халҡыма хеҙмәт итермен, тип ышанам.
Салауат Күсәрбаев, Асҡар ауылы, үҙәк район дауаханаһы хирургы:
— Тәүге улы булып, мин тыуғас, атайым яҡын дуҫының исемен биргән, шулай ҙа был исемде элек-электән батыр хөрмәтенә ҡушҡандарҙыр, тип уйлайым. Өфөлә, Ағиҙел йылғаһы яры башында баҫып торған мөһабәт һәйкәлде миңә атайым биш йәшемдә үк күрһәтте һәм «бына, ошо беҙҙең милли геройыбыҙ булған, башҡорт халҡын яҡлап, батшаға ҡаршы күтәрелгән», тип аңлатты. Шул ваҡытта миндә ҡыҙыҡһыныу уянып, мәктәпкә барғас, батыр тураһында китаптар уҡырға, кинофильмдар ҡарарға яраттым. Ул әҫәрҙәрҙе әле лә яҡшы хәтерләйем. Студент саҡта танышҡан, башҡа милләттән булған дуҫтарым менән әле лә аралашам һәм уларҙың, әллә ҡайҙа йәшәһәләр ҙә, Салауат Юлаев хаҡында яҡшы белеүҙәренә аптырай торғайным. «Герой исемен йөрөтәһең» тип тә әйткәндәре булды. Әлбиттә, йылдар үтә килә, исемгә әллә ни әһәмиәт бирмәй башлайһың, шулай ҙа был исем үҙе үк ниндәйҙер көс, киләһе көнгә ышаныс бирә кеүек.
Салауат Зәйнуллин, Таштимер ауылы, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы директоры:
— Минең атайым Салауат ауылынан булғанға, үҙ ауылының исемен улына ҡушҡан. Бәләкәй сағымда олатайым, 20 йәшендә ғәскәр башында торған башҡорт халҡының данлыҡлы батыры, үҙ илен яҡлап, батшаны дер ҡалтыратҡан Салауат Юлаев тураһында һөйләгәнен иҫләйем. Шунан һуң үҙем дә тарих менән ҡыҙыҡһынып, милли герой тураһында күп уҡыным, уға оҡшарға ла ынтылдым. Ошо исемде йөрөтөүем ғорурлыҡ, милли рух өҫтәй, яҡшыраҡ йәшәргә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ынтылыш бирә. Өфөлә, Башҡорт дәүләт университетында белем алғанда, имтихандар алдынан Салауат һәйкәле янына барып килһәм, күңелдә ниндәйҙер еңеллек, үҙ-үҙемә ышаныс тыуа торғайны. Балаларым да батыр тураһында белеп үҫергә тейеш тип уйлайым, уларға яйлап ҡына был хаҡта һөйләп алам. Колледжда белем алған студенттар өсөн дә был тема киң яҡтыртыла. Башҡорт теле аҙналыҡтары уҙғарабыҙ, унда ҡыҙ-егеттәр милли геройыбыҙ һәм башҡа башҡорт батырҙары тураһында инша, плакаттар әҙерләй, төрлө викториналарҙа ҡатнаша, класс сәғәттәрендә тарихҡа байҡау яһай.
Салауат Зөлҡәрнәйев, Тәпән ауылы, виртуоз ҡурайсы, йырсы, Сибай дәүләт филармонияһының элекке баянсыһы:
— «Батыр булһын» тип был исемде миңә атайым ҡушҡан. Салауат Юлаев тураһында малай саҡтан белеп үҫтем, уның кеүек һыбай йөрөргә, уҡ-һаҙаҡтан атырға өйрәнеп маз килә инек. Шулай ҙа, Салауат батырҙың тәү сиратта шағир, йырсы, ҡурайсы булыуы минең күңелемә яҡын. 5-се класта апайым Өфөгә алып барып, һәйкәл янында фотоға төшөп, ғорурланып ҡайтҡайным. Ошо уҡ мәлдә ҡурай уйнарға өйрәнә башланым, һуңынан баян серҙәренә лә төшөндөм. Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарғанда айырыуса күтәренкелек, ихлас тойғо менән башҡарам, Салауат батыр ҙа Урал тауҙарына баҫып, ошолай йырлағандыр, тип күҙ алдына килтерәм. Милли герой исемен йөрөтөү берҙән ғорурландырһа, икенсенән сит тарафтарға сыҡҡанда ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, был исемгә тап төшөрмәү талабын ҡуя кеүек.
Салауат Баһаув, Тупаҡ ауылы, самбо һәм көрәш буйынса тренер, хәрби хәрәкәттәр ветераны, Таштимер ауыл Советы депутаты:
— Мин атайымдың армиялағы яҡын дуҫы — хеҙмәттәшенең исемен йөрөтәм. Салауат Юлаев тураһында тәүге тапҡыр мәктәпкә барғас белдем һәм, бөтә малайҙар кеүек, батырға оҡшарға, уның һымаҡ бил бирмәҫ көрәшсе, оҫта һыбайлы булырға хыялландым. 3 йәшендә атҡа ултырған, үҫмер сағында айыу алған тип һөйләһәләр, хәтәр ҡыҙыҡһынып китә торғайныҡ. Беҙ малай саҡта аттан төшмәнек, хатта ферманан өйрәтелмәгән тайҙарҙы алып сығып менә торғайныҡ. Һыбай баҫтырыш уйнау, мал ҡыуыу, сабыш ойоштороу — кәмендә 30-лаған һыбайлы йыйылып китә инек. Исемем үҙемә бик оҡшай, уны йөрөтөүем менән ғорурланам. Хәрби хеҙмәткә алынғас, унда танышҡан егеттәр ҙә, командирҙар ҙа беҙҙең герой исемен белеүҙәре асыҡланды. Армияла ғәҙәттә һалдаттарҙы фамилия менән йөрөтәләр, йәки шуға оҡшатып ҡушамат тағып ҡуялар, ә мине тәүге көндән үк «Салауат» тип, исемләп өндәштеләр. Милли герой исеме ныҡлыҡ, ауыр мәлдәрҙә ҡаушап ҡалмаҫҡа көс бирә. Әйткәндәй, мин дә, атайымдан күрмәксе, яҡын дуҫым — Фәнис Таһиров менән бер-беребеҙҙең исемдәрен улдарыбыҙға ҡуштыҡ. Шулай итеп, дуҫымдың ғаиләһендә тағы бер Салауат үҫеп килә әле...