+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Июнь 2020, 12:55

Яңы евроконтейнерҙар алыу дауам ителәсәк

Контейнерҙарҙың был партияһы яңыртылған: һәр береһе ҙур һәм ваҡ сүп-сар өсөн уңайлы итеп асылыусы ике ҡапҡас менән йыһазландырылған.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш иткән төбәк операторы 450 яңы евроконтейнер алды.
Оҙаҡламай улар баш ҡалабыҙҙа һәм райондарҙа ҡуйыла башлаясаҡ. Контейнерҙарҙың был партияһы яңыртылған: һәр береһе ҙур һәм ваҡ сүп-сар өсөн уңайлы итеп асылыусы ике ҡапҡас менән йыһазландырылған.
Контейнер паркын яңыртыу – «Экология» милли проекты сиктәрендә ҡуйылған өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, шуға ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн яңы сүп-сар һауыттарын һатып алыу дауам ителәсәк.
– Беҙ 2 мең 500-ҙән ашыу хәҙерге заман контейнерҙарын алдыҡ, шуларҙың 849-ы пластик әйбер, быяла һәм ҡағыҙ ҡалдыҡтарын айырым йыйыу өсөн тәғәйенләнгән, – тип аңлатты был төбәк операторының матбуғат сәркәтибе Андрей Яматин.
Читайте нас: