+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Июнь 2020, 17:25

«Башавтотранс» яңы автобустар алды

Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы филиалдарына бүленгән яңы автобустарҙың асҡыстарын тапшырҙы.

Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы филиалдарына бүленгән яңы автобустарҙың асҡыстарын тапшырҙы.
Навигация системаһы, кондиционерҙар менән йыһазландырылған, заманса хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән 55 урта класлы “Вектор Некст” машинаһы Өфө буйлап маршрутҡа сыға. Республика Башлығы предприятиеның профессиональ коллективына халыҡҡа транспорт хеҙмәте күрһәтеүгә тос өлөш индергән өсөн рәхмәт әйтте.
Сара барышында Радий Хәбиров яңы техника менән танышты, уңайлылығы, хәүефһеҙлеге йәһәтенән баһа бирҙе, шулай уҡ “Башавтотранс” филиалдары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Башҡортостан Башлығы, автопаркты яңыртыу, яңы эш стандарттарын ғәмәлгә индереү һәм заманса хеҙмәт күрһәтеүҙе үҫтереү нигеҙендә республикала пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән төп предприятие яҡын арала һөҙөмтәле эшләй башларға тейеш, ә республика уны яңыртыуҙа артабан да булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне.
ФотоТөбәк Башлығының «Бәйләнештә» сайтындағы сәхифәһенән алынды.
Читайте нас: