-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Июнь 2020, 12:43

Етмеш төрлө һөнәргә эйә

Иртәгә Рәсәйҙә Уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар көнө билдәләнә.

Иртәгә Рәсәйҙә Уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар көнө билдәләнә. Был байрамды талантлы ғалимдар һәм техниктар, эшселәр һәм инженерҙар — даими яңылыҡ эҙләүселәр, производствоны камиллаштырыу, алдынғы техника уйлап табыу һәм уны практикаға индереү менән әүҙем шөғөлләнеүселәр билдәләй тип күҙаллайбыҙ. Ә үҙебеҙҙең арала йәшәгән һәм төрлө уйлап табыуҙары менән үҙҙәренең йәшәйешен еңелерәк, уңайлыраҡ, камилыраҡ иткән кешеләрҙе күрә һалып бармайбыҙ.
Бына Хәлил ауылынан Вәғиз Ирназаров был байрамды билдәләргә тулыһынса хаҡлылыр. Ни тиһәң дә, үҙе уйлап сығарып, эшкә дәртен һалып, сәмен егеп, хужалығында үтә кәрәкле булған трактор йыйып алған ул. Һәм был трактор беренсеһе лә түгел, тәүгеһен ул 1994 йылда уҡ УАЗ машинаһы нигеҙендә эшләп алған. Уға бәләкәй трактор двигателен, ГАЗ машинаһының коробкаһын ҡуйған.
Ул осорҙан бирле ошо техника байтаҡ йылдар хужаһына тоғро, өҙлөкһөҙ хеҙмәт иткән. Бәләкәй улы ла ир ҡорона еткәс, был тракторын Салауатҡа биреп, үҙенә яңынан, был юлы инде «Жигули» автомобиленән ҡорап алған.
Бар хеҙмәт юлы машина менән бәйле булған кешегә техниканы үҙе теләгәнсә ҡорап алыуы әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмағандыр ҙа. Вәғиз ағай ғүмер буйы шофер булып эшләгән кеше. Заманында хужалыҡта төрлө маркалы машиналар йөрөтә. Унан инде Хәлил табип амбулаторияһының «Тиҙ ярҙам» машинаһында эшләй, артабан район юл ремонт-төҙөлөш идаралығында байтаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп, ошо ойошманан хаҡлы ялға сыға ул. Хөкүмәт эшенән китһә лә, «донъя көтәм, йәшәйем, балаларға ярҙам итәм» тигән кеше эшһеҙ торамы ни? Ике улға, ике ҡыҙға ғүмер биреп, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәргә лә бай булған Ирназаровтар ғаиләһе әле булһа ихата тултырып мал аҫырай, ҡош-ҡорттары ла етерлек.
— Биш һыйырыбыҙ бар, уның биш башмағы, биш быҙауы була тигәндәй, уларҙы ашатыу өсөн бесәне лә кәрәк бит. Хәҙер ҡул көсө менән әллә ни ыратып булмай. Ә тракторым — был эштә төп көс. Ошо көндәрҙә бесәнгә төшөргә йыйынам, йыл ҡоро килһә лә, теләк булғанда етерлек запас туплап ҡалырға мөмкинлек бар, — ти Вәғиз ағай.
Ҡорап алған техникаһының көсө еткәндәй арбаһын да хәстәрләгән йүнсел хужа, уға тейәлгән йөктө ҡуйылған гидравлика ярҙамында ғына бушата. Ул ғына ла түгел, тракторҙың алдына сабылған бесәнде, йәғни бакуйҙарҙы йыйып, бер ергә өйөп барыу өсөн ҡоролмаһы бар. Ә беҙ барғанда оҫта тырма эшләү менән мәшғүл ине, унда ла гидравлика буласаҡ.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Вәғиз Фауариз улының бесәнде ҡул көсөн ҡулланмайынса ғына эшләп алыу өсөн бына тигән тракторы бар. Вәғиз ағай әйтеүенсә, «Жигули»һы урманға утын-фәләнгә лә йөрөүгә йәтеш, башҡа йомоштарға ла бик ярап ҡала икән.
Эшсән Вәғиз ағай һәр нәмәгә маһир икән, нимәгә генә тотонһа ла, эште бына тигән итеп атҡарып сыға. Әле ул, боронғоса, араһына балсыҡ тултырып, таштан һарай һалып ята.
— Унда һалҡын, шуға ла көн эҫелә быҙауҙар шунан сыҡмай, ә ҡышҡыһын йылы буласаҡ, — тип күҙаллай Вәғиз ағай. — Нәҡ шул малдар йәшәү өсөн төп сығанаҡ, балаларға ярҙам сараһы булғас, һәүкәштәр өсөн уңайлы шарттар булдырырға тейешбеҙ.
Ҡатыны Мәрзиә Фазылйән ҡыҙы донъяны бергәләп көтөү генә түгел, оҫтаның һәр эшен әйҙүкләп, дәртләндереп, күтәрмәләп кенә тора. Әйткәндәй, Мәрзиә апай менән Вәғиз ағай күрше йәшәп, бер класта уҡығандар, унан инде дуҫлыҡ хистәре мөхәббәт хисенә әүерелеп, өйләнешеп, бергә ғүмер кисереүҙәренә быйыл 40 йыл тулған.
Мәрзиә Фазылйән ҡыҙы Сибай педагогия училищеһын тамамлай, унан инде физика-математика уҡытыусы дипломын ала. Бер йыл Ташбулат мәктәбендә уҡытҡас, Хәлилгә ҡайта һәм туған мәктәбендә оҙаҡ йылдар физика-математика фәндәренән белем биреп, хаҡлы ялға киткән уҡытыусы «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» исеменә лайыҡ.
— Быйылғы пандемия бөтә мәктәп программаһын ҡабаттан иҫкә төшөрттө әле, — тип ҡәнәғәт йылмая Мәрзиә Фазылйән ҡыҙы. — Өфөнән Лилиә ҡыҙымдың балалары Алмас менән Алтынай беҙҙә дистанциялы уҡынылар. Бергәләп темаларҙы асыҡланыҡ, дәрестәрен эшләнек.
Каникул мәлдәрендә Ирназаровтар йорто бал ҡорттары күсен хәтерләтеп, балаларҙың шат тауыштарына күмелә. Эске эштәр бүлеге системаһында эшләгән өлкән улдары Азат ҡатыны менән ике бала тәрбиәләй, Киров районы хакимиәтендә белгес булған Лилиә бер улға, бер ҡыҙға әсәй, Өфө лицейҙарының береһендә башҡорт теленән белем биргән Розалияның ике ҡыҙы бар. Улар барыһы ла ғаиләләре менән Өфөлә төпләнгән. Бәләкәй улдары Салауат Асҡарҙа казначействола эшләй.
Ирле-ҡатынлы Ирназаровтар күптәргә йәшәү өлгөһө булып, үҙ мәшәҡәттәренә күмелмәй, ил хәстәренә, башҡаларҙың йәшәйешенә битараф ҡалмай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашалар, тыуған ер, туған тел өсөн янып-көйгән кешеләр улар.
Р. ДАУЫТОВА.
Читайте нас: