+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Июнь 2020, 11:24

Ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән һалдат

Иртәгә — Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө

— Армияға саҡырыу тураһында повестка алғас, мин дә тиҫтерҙәрем менән ил алдындағы бурысымды үтәргә юлландым, — тип хәтерләй бөгөнгө мәҡәләм геройы Илгиз Ялмырҙин. — Ул мәлдә «ҡыҙыу нөктә» тип йөрөтөлгән төбәккә эләгеүем тураһында уй башыма ла инеп сыҡманы...
Был 1998 йылдың май айы була. Быға тиклем урта мәктәпте тамамлап, 93-сө һөнәрселек училищеһында водитель-механик һөнәрен алырға өлгөрә Буранғол ауылы егете.
«Учебка»ны Дондағы Ростов ҡалаһында, эске ғәскәрҙәр сафында үткәс, яҡташыбыҙ артабанғы хеҙмәтен Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының баш ҡалаһы Нальчикта дауам итә. БМП водителе итеп ҡуялар уны. Бында улар ҡорал менән эш итеү, хәрби операцияларҙа ҡатнашыу алымдарын төплө өйрәнә, ни тиһәң дә республика Төньяҡ Кавказ төбәгенә инә, ә Чечняла икенсе кампанияның ҡыҙған мәле була. Ул хеҙмәт иткән частән офицер һәм һалдаттар ара-тирә локаль бәрелештәр дауам иткән урындарға хәрби заданиеларға сыға.
Алты балалы, ҙур ғаиләлә үҫкән Илгиз бәләкәйҙән эшкә әрһеҙ, сос, сыҙамлы була. Йәш һалдаттың бындай шәп сифаттарын командирҙар ҙа күҙ уңынан ысҡындырмай, әлбиттә. Йыл ярымдан уны взвод командиры итеп тәғәйенләйҙәр һәм Чечен Республикаһына барыу кәрәклеге тураһында әйтәләр. Ә ҡайтырға күп тә ваҡыт ҡалмаған була... Тик хәрби бойороҡто үтәмәү әмәле юҡ, йәш командир 1999 йылдың декабрендә һуғыш барған төбәккә инә.
Тәүҙә улар Грозный ҡалаһынан йыраҡ булмаған ҡасабала урынлаша. Рәсәй һалдаттарына, тейешле урындарҙы биләп, Грозный тарафынан ынтылған боевиктарҙы сығармау бурысы йөкмәтелә. Взвод командиры Илгиз Юлдан улы хәрби бурысын теүәл үтәй: көн һайын атыу нөктәләрен билдәләй, пулеметсы һәм автоматсыларҙы йәшерен урынлаштырыуҙы хәстәрләй.
«Көнө-төнө атышмаһаҡ та, хәүефле осор булды, разведкаға киткән өс хеҙмәттәшебеҙ әйләнеп ҡайтманы, уларҙың һәләк булыуы хаҡында белгәс, оҙаҡ ҡына кәүҙәләрен дошман биләмәһенән сығара алмай аҙапландыҡ», — хәрби хәрәкәттәр ветеранына был иҫтәлектәр еңел бирелмәй.
Бер ваҡыт, ғәҙәттәгесә, атыу нөктәһенән тирә-яҡты күҙәтеп ятҡанда, ошо ҡасабала йәшәүсе ике ҡатындың юлдан китеп барыуын күрә Илгиз. Улар күп тә атлап өлгөрмәй, ҡаршы яҡта ултырған снайпер икеһенең дә аяғына ата — был һалдаттарҙы, тыныс халыҡ вәкилдәрен ҡотҡарыу өсөн урындарынан сығарыу маҡсатында эшләнә. И. Ялмырҙин бер нисә иптәшен алып, яралылар янына ашыға. «Беҙ БМП артына ышыҡланып сығыу менән снайпер бер туҡтауһыҙ атырға тотондо, техника артына йәшенеп, ергә һырығып тигәндәй барабыҙ, пулялар машина корпусына тыҡылдап, һыҙғырып үтә. Чечен ҡатындарына барып еткәс, уларҙы машинаға көскә күтәреп индереп һалдыҡ һәм йәһәтләп, кире позициябыҙға ашыҡтыҡ», — ти әңгәмәсем. Ротаға ҡайтҡас, полковник, яҡташыбыҙҙы ошондай аныҡ һәм ҡыйыу аҙымы өсөн, наградаға тәҡдим итәсәге хаҡында әйтә.
Ай ярым тирәһе ҡасабаны һаҡлағандан һуң, ҡала ситендәге мәктәпте алырға бойороҡ бирелә. Ҡараңғы төн уртаһында барып етеп, позицияны ала егеттәр. Бинаның тәүге ҡатында икенсе рота урынлаша, ә Илгиздең взводы икенсе ҡатты биләй. «Ундағы ҡыш беҙҙәге кеүек, ҡарлы-буранлы түгел, шулай ҙа ныҡ еүеш, сирҡаныс бер һауа торошо һаҡлана, ҡар ҡатыш ямғыр быҫҡаҡлап, үҙәккә үтә ине. Аҫҡы ҡаттағы һалдаттар бүлмәләрҙә өйкөм-өйкөм булып тупланып, ут яғып йылынырға маташалар. Мин ишек, тәҙрә төптәренә автоматсыларҙы ҡуйып сыҡҡас, ҡалғандарға бер аҙ ял итеп алырға ҡушҡайным. Серем итеп тә өлгөрмәнек, шау-шыу, атыу-шартлау тауыштары яңғыраны...»
Аҫтағы ротаның часовойы йоҡлап китеүе арҡаһында боевиктар уты аҫтына эләгә улар. И. Ялмырҙиндың взводы һөжүм тураһында рациянан хәбәр итеп, ҡоралға тотоноуға, беренсе ҡаттағы 68 һалдатты тулыһынса ҡырып, атып-салып сыға чечендар. Взвод бирешергә теләмәй, автоматтан туҡтауһыҙ атып, граната ташлап, ныҡ тора. Ҡараңғыла йүнләп күренмәһә лә, мәктәпкә ынтылып маташҡан иҫәпһеҙ-һанһыҙ боевиктарҙы яҡынлатмай, атыуын дауам итә командир. Шул саҡ ҡаршы яҡтан, тәҙрәгә тоҫҡап, гранатометтан атып ебәрәләр. Бинаға килеп ингән снарядтың ҡаты шартлауынан бер аҙға аңын юғалтып, артына ҡолай Илгиз. Ярсыҡтар уның уң яурынын тулыһынса сафтан сығара, ҡулы һәленеп төшә, туҡтауһыҙ ҡан аға... Шулай ҙа командалыҡ итеүҙе туҡтатмай батыр егет, ҡул аҫтындағыларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн тырыша...
Ауыр яраланған, ҡанға батҡан, контузияланған, әммә үҙ урынынан бер аҙым да сигенмәгән хәрбиҙәрҙе, шөкөр, үҙҙәренең ротаһы килеп ҡотҡара. Әйтергә кәрәк, барыһы ла урыҫ милләтенән булған взводты етәкләүҙе, хәрби һөнәрҙе яҡшы белгән берҙән-бер башҡорт — Илгиз Ялмырҙинға ышанып тапшырып, яңылышмай командование. Командирҙары ла уға фамилияһы менән түгел, йыш ҡына «Башкир» тип өндәшә. Боевиктарҙы ҡыҫырыҡлап, икенсе ҡатҡа йүгереп килеп ингән майор ҡаты яралы Илгизде күргәс тә, «Башкир! Ты живой, ну слава Богу», — тип, ҡыуанысын йәшермәй.
Командирҙарын плащпалаткаға һалып, һалдаттар граната шартлауы, өҙлөкһөҙ пуля ямғыры аҫтында алға ынтыла. Яраларын таҙартҡас та, Илгизде һәм башҡа егеттәрҙе вертолет менән Ростовҡа, артабан Мәскәүҙәге хәрби госпиталгә оҙаталар. Ут аҫтында ҡалһа ла, һынатмай, үҙ бурысын намыҫлы үтәгән яҡташыбыҙ бында дүрт ай дауалана. Госпиталдә ятҡанында уға «Төньяҡ Кавказдағы хеҙмәт өсөн» миҙалы тапшырыла. Әбйәлилгә ҡайтҡас инде, Илгиз Юлдан улын хәрби комиссариатҡа саҡырып, тыныс халыҡты ҡотҡарыуҙа күрһәткән ҡаһарманлығын билдәләп, Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләйҙәр.
Бөгөн Илгиз ҡасандыр «ҡоҙасам» тип, ел-ямғыр тейҙермәй, ҡурсалап ҡына йөрөткән ҡыҙыҡай — Гөлфирәне кәләш итеп алып, Салауат ауылында донъя ҡорған. Чечен яуы һаулығын ҡаҡшатһа ла, эшһөйәр егет бынамын тигән, иркен, зауыҡлы йорт һалып сыҡҡан. Донъяларын матурайтыуға йәш ғаиләгә бирелгән дәүләт ярҙамы ла бик уңай булған. Учалы сәнғәт училищеһын тамамлап, Салауат ауылы клубында мәҙәни ойоштороусы булып эшләгән һөйөклөһө Гөлфирә Ишдәүләт ҡыҙына ышаныслы терәк булған Илгиз үҙе лә йыр-моңдо юлдаш иткәнгә (бәләкәй саҡтан йырларға ярата, ә һуңыраҡ, үҙе шаяртып һөйләүенсә, ағаһын армияға оҙатҡанда вокзалдан табып алған гармунда уйнарға оҫтара) — мәҙәни сараларҙың уртаһында. Йәш ғаилә ихатаһында ишле мал, ҡош-ҡорт аҫырала, бесән әҙерләүгә кәрәкле тракторы, башҡа техникаһы ла бар. Ялмырҙиндар Илзирә, Айзилә һәм Сафия исемле өс ҡыҙ үҫтерә. Өлкәндәре ата-әсәһе кеүек ижади күңелле, Илзирә, мәҫәлән «Байыҡ» һәм «Сыңлы үксә» конкурстарында еңеүҙәре менән ҡыуандыра. Атаһының күңел яраларын баҫып, йөрәген наҙға тултырған кинйәкәй Сафияның теле яңы асылып килеүгә ҡарамаҫтан, йырларға әүәҫ икән...
«Боевое братство» ойошмаһының район филиалына нигеҙ һалыусы ла Ялмырҙиндар, тиһәм дә яңылышмаҫмын. Ике йыл элек Гөлфирәгә 23 февраль уңайынан, Таштимер ауыл биләмәһендә йәшәгән хәрби хәрәкәттәр ветерандарын йыйып, кисә үткәреү бурысы йөкмәтелгәс, дәртле ҡатын был кисәне юғары кимәлдә уҙғарыуға күп көс һала. 30-ға яҡын ветеран йыйыла, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары менән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уларға концерт ҡуйып, сәй табыны әҙерләп, хисле генә осрашыу үткәрә. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары ошонда кәңәшләшеп, ойошманың эшен артабан йәнләндереү маҡсатында үҙ араларынан яуаплы кеше һайлайҙар, шунан 9 май парадына сығалар һәм йыл һайын 1 июлдә осрашырға килешәләр. Бөгөн инде «Боевое братство» йәмәғәт эштәрендә әүҙем булған, патриотик тәрбиә алып барған, «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәһенә ярҙам ҡулы һуҙған ойошма булараҡ танылды. Уның сафында хәҙер 300-гә яҡын яугир иҫәпләнә. Ә Илгиз Юлдан улы ошо юҫыҡтағы хеҙмәте һәм йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн район хакимиәтенең, «Боевое братство» хәрәкәтенең республика ойошмаһының рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Читайте нас: