Автоуҙышта ҡатнашыусы десантсыларҙың маҡсаты — йәш быуында хәрби хеҙмәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, Бөйөк Ватан һуғышы, Афғанстан һәм Төньяҡ Кавказдағы локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡан ҡаһармандарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу ине. Ете машинанан торған колоннаны Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәр ветерандарының төбәк ойошмаһы рәйесе Марат Әҙеһәмов етәкләне. Автоуҙышта ҡатнашыусылар араһында — утты-һыуҙы кискән, күп тапҡыр «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә булған, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ҡаһарманлыҡ ордендарына лайыҡ булыусы 20-гә яҡын яугир килде. Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы Әбйәлил ерендә райондың хәрби комиссары Рөстәм Ғәҙелшин, район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов, яугир-интернационалистар Илгиз Хәйризаманов, Самат Фәхретдинов, Айҙар Әхмәтйәнов, Марат Әминев, Айҙар Зәйнуллин, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары Ринат Мәхмүтов, Вадим Моратов, Илмир Мәсәлимов, Радмир Ғилажев, Илгиз Ялмырҙин, Айҙар Мәғәфүров ҡаршыланы. Улар «Боевое братство», Һауа-десант, диңгеҙ пехотаһы, хәрби разведка һәм башҡа ғәскәрҙәр байраҡтарын елберләтеп, Асҡар урамдары буйлап үткәндән һуң, район мәҙәниәт һарайы алдында ыҡсым ғына тантана ойошторолдо.
— Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарын хөрмәт итеү, уларҙың данлы юлын дауам иткән хәрби хәрәкәттәр ветерандарын йәмәғәт тормошона йәлеп итеү, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү — беҙҙең изге бурыс. Әбйәлилдә был юҫыҡта етди эш башҡарылыуы күренә. Хәрбиҙәр патриотик тәрбиә алып бара, үҫмерҙәрҙе әрме хеҙмәтенә әҙерләүгә үҙ өлөшөн индерә, иҫтәлекле һәйкәлдәр аса, — тине үҙ сығышында запастағы майор Марат Шәүкәт улы һәм ветерандар ойошмаларына ярҙамы, патриотик тәрбиә эшен яҡшы ойоштороуы өсөн район хакимиәтенә рәхмәт хатын тапшырҙы.
М. Әҙеһәмов шулай уҡ буласаҡ һалдаттар менән нәтижәле эшләүсе, хәрби комиссариаттың бүлек начальнигы, Афғанстан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Илгиз Хәйризамановты «Һауа-десант ғәскәрҙәренә — 90 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләне.
Бынан һуң автоуҙышта ҡатнашыусы десантсылар, уларҙы Әбйәлил ерендә ҡаршы алған яугирҙәр ҡайынлыҡта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға, Төньяҡ Кавказдағы локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар һәм яугир-интернационалистар хөрмәтенә асылған мемориалдарға сәскәләр һалды һәм артабанғы юлын Урал аръяғы райондары — Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла буйлап дауам итте.