+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Июль 2020, 11:59

Ауыл ерен үҙ иткән йәштәр

Матур йәш ғаиләләр — районыбыҙҙың күрке. Сиҙәм ауылында йәшәгән Әлиә менән Фидан Батталовтар ғаиләһе лә үҙ-ара ихтирамлы, татыу булыуҙары менән айырылып тора.

Матур йәш ғаиләләр — районыбыҙҙың күрке. Сиҙәм ауылында йәшәгән Әлиә менән Фидан Батталовтар ғаиләһе лә үҙ-ара ихтирамлы, татыу булыуҙары менән айырылып тора. Ауыл ерендә лә бына тигән донъя көтөп йәшәй уңған пар.

2012 йылда ике йәш йөрәк бер-береһенә ғашиҡ булып, ғаилә ҡороп ебәрә. Әлиә бәләкәй саҡтан балалар ярата, шуға һөнәр һайлауҙа оҙаҡ уйлап тормай, башланғыс кластар уҡытыусыһы булырға ҡарар итә. Магнитогорск педагогия колледжын тамамлай һәм белемен камиллаштырыу маҡсаты менән әлеге ваҡытта МДТУ-ла юғары белем алып йөрөй. Әлиә асылы менән әүҙем һәм ныҡыш, шуға күрә башлаған эшен һәр саҡ еренә еткерә. Сиҙәм ауыл хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса белгесе булараҡ, халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә кәңәшләшеп эшләй. 2018 йылда Әлмөхәмәт ауылы менән «Сәләмәт ауыл» конкурсында әүҙем ҡатнашһалар, 2019 йылда Булат ауылының был бәйгелә Гран-при яулауына йәш белгес үҙ өлөшөн индерә. Хәҙерге заманда йәш ғаиләләр эш, рәхәт тормош артынан ҡалаға күсеп китәләр, ауылда йәшәргә нимә этәрҙе икән йәш ғаиләне?

— Үҙ ғаиләбеҙҙе ҡорғандан һуң ҡалала йәшәйек тип ынтылманыҡ, ауылда төпләнге килде. Бында уңайлы һәм тыныс, үҙебеҙ ауылда үҫкәс, хужалыҡ тотоп, донъя көтөргә ниәтләндек. Тәүге осорҙа ҡәйнәмдәр менән бергә йәшәнек, һуңынан өй һатып алдыҡ, — ти Әлиә Батталова.

Тормош иптәше Фидан, Әлмөхәмәт егете, мәктәпте тамамлағас токарь һөнәрен үҙләштерә. Магнитогорск металлургия комбинатында тәжрибә туплап, Учалы ҡалаһында тау эшкәртеү компанияһында слесарь-ремонтлаусы булып эшләй. Ғаилә башлығы спортты бәләкәй саҡтан үҙ итә, айырыуса хоккейҙы ярата. Әлмөхәмәт ауылының «Аҡбуҙат» хоккей командаһының алыштырғыһыҙ ҡапҡа һаҡсыһы. Футбол, волейбол ярыштары ла унһыҙ үтмәй. Район күләмендә генә түгел, төбәк спорт ярыштарында ла лайыҡлы сығыш яһай. Хужалығында ла Фидан бөтмөр, иретеп йәбештереүгә лә, балта-сүкеш тотоуға ла ҡулдары оҫта.

Мөхәббәт емештәре Арина менән Фаина исемле ҡыҙҙары тормоштарын йәмләй. Ҡыҙҙар балалар баҡсаһына йөрөй, Арина пластилиндан әкиәт геройҙарын яһап, конкурстарҙа призлы урындар алған. Фаина шиғырҙар һөйләй, ҡурсаҡтарына прическалар эшләргә ярата. Кескәй ҡыҙҙар башҡорт халыҡ бейеүҙәрен оҫта башҡаралар, башҡорт әкиәттәрен ихлас тыңлайҙар. Уңған ғаилә район кимәлендә уҙғарылған «Йәш ғаилә» конкурсында ҡатнашып призлы урын яулаған.

Өлгөлө Батталовтар ғаиләһе ауыл тормошонда ла, йәмәғәт эшендә лә һәр саҡ әүҙем. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан йылҡысылыҡ менән шөғөлләнәләр, быйыл теплица эшләгәндәр, баҡсала емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәләр, күпләп ҡош-ҡорт көтәләр. Ғаиләлә ял итеүгә лә ваҡыт табыла, походҡа сығыу балалары өсөн ҙур шатлыҡ. Йәш пар өсөнсөгә атай-әсәй булырға йыйына. Киләсәктә эшҡыуарлыҡҡа тотоноп, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә ниәтләйҙәр. Башҡа-ларға үрнәк, һоҡланғыс пар булып, бәрәкәтле матур итеп ғүмер кисерергә насип булһын.

Люциә ОМОРҘАҠОВА.

Читайте нас: